

“Һаҡмар” ҡунағы
“Мин тыуған таңда мулла төш күреп уянған...”
Талантлы яҡташыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Күсей ауылының Почётлы гражданы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында ошондай һүҙҙәр бар: “Ете... Етенең серен берәү ҙә белмәй... Ете эсендә бер ҙә бар, бер башында ниҙәр бар? Уны ла бер кем белмәй...” – тиелә. Ә беҙ яҙыусының 7 томында ниҙәр барын беләбеҙ һәм әҙибә менән томлыҡтарҙың исем туйын уҙғарғанда әңгәмә ошо хаҡта барҙы. Мәғлүм булыуынса, уның тәүге томы 2017 йылда донъя күрһә, аҙаҡҡыһы 2025 йылдың декабрендә баҫылды. Шулай итеп, 9 йыл эсендә 7 томлыҡ нәшер ителде. Ошо йыйынтыҡтар, ижад хаҡындағы һөйләшеүҙе гәзит уҡыусылар иғтибарына ла тәҡдим итмәксебеҙ.
-Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, томдарығыҙ етәү булырын күҙаллағайнығыҙмы? 7 һанын нимәгә юранығыҙ?
- Мин, нисектер, 7 һаны буйынса юраманым. Әммә 5 китаптан торған пенталогияның һәр береһе 21 көндә яҙылды. Мин быға аҙаҡ ҡына иғтибар иттем. “Ни өсөн улай килеп сыҡты икән?” – тип аптырап уйландым. Баҡһаң, 21 - тылсымлы сакраль һан икән. Уның асылы бик ҡатмарлы һәм кеше тормошонда позитив роль уйнай. Уны мин бик һуң ғына белдем. Был асыш икенсе фекергә килтерҙе - мин үҙем дә бит 21-енән 22-һенә ҡараған таңда тыуғанмын. Был үҙенән үҙе шулай килеп сыҡмағандыр бит инде. Сөнки көн менән төн тигеҙләнгән ваҡыттар 21-енән 22-еһенә ҡараған көндәргә тура килә бит. Күрәһең, ошо баҡыйлыҡ донъяһына аяҡ баҫыуым Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса булған. Мин тыуған таңда мулла төш күреп уянған. Ул, атайыма еҙнәй тейеш кеше, Күсей ауылында беҙҙең өйҙө һипләп ятҡан булған. Атай таң менән өйҙө ҡарарға килгәндә ул иртәнге намаҙын уҡып ултырған. Уның уҡып бөткәнен көтөп ултырған атай: “Бына әле генә ҡыҙым тыуҙы”, - тигән икән, мулла: “Беләм, бик өлөшлө ҡыҙ бала донъяға килде. Муйынына тәңкә мунсаҡ, ҡолағына һырға таҡмағыҙ. Рәнйетмәгеҙ, рәнйеһә - рәнйеше, илаһа - күҙ йәше төшөр”, - тигән. Тағы ла шуныһы - китаптарымдың 7 том булыры үҙенән үҙе килеп сыҡҡан. Ул саҡтағы Премьер-министр Салауат Сәғитов 5 томды сығарыуға рөхсәт бирҙе. Ул ваҡытта 5 том минең өсөн күп һымаҡ ине. Ул йыл һайын тотҡарлыҡһыҙ баҫылып килде. Әммә минең әҫәрҙәр сығып бөтмәне. Өҫтәмә 6-сы томды әҙерләгәс, уныһы ла донъя күрҙе. Тик һаман да минең балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрем һыймай ҡалды. Совет осоронда уҡ минең балалар өсөн ижадым, ҙур тираж менән сыҡһа ла, һатыуҙа оҙаҡ тотҡарланманы, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә инсценировкалар ҡуялар ине. Хәҙер аптырап ҡалдым. Сөнки элек сыҡҡандары туҙып бөткән, ә балаларға еткергем килә. 75 йәшкә лә бер китап та сыҡманы, шунда 7-се томды сығарһалар ҙа риза инем. Ахырҙа Яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовҡа өндәштем. Шулай итеп, уның ярҙамы менән, ниһайәт, килеп сыҡты. “Буренушка”ны күптән сығарырға тейештәр ине, нәшриәткә: “7-се том сыҡмайынса тороп “Буренушка”ны сығармай тороғоҙ”, - тинем. Был том сыҡҡас ҡына “Буренушка”ға рөхсәт бирҙем. Ә уны ныҡ һорайҙар. “Бөйрәкәй”ҙең премьераһына Санкт-Петербургҡа барғанда уны уҡыған кешеләр килгән. Хатта инвалид коляскаһында ла килгәндәр ине. Төрлө милләт кешеләре: “Это же башкирская классика”, - тип әйтеп торалар. Унда ла шул хәтлем ныҡ һоранылар, тик китап сығып өлгөрмәгән ине...
- Таңсулпан апай, “Бөйрәкәй” романында “Ижад тетрәнеүҙән ярала” тип яҙаһығыҙ. Ә һеҙҙең ижад ниндәй тетрәнеүҙән баш алды икән?
-Мин үҙем ошо Ер шарында йәшәгән 7 миллиардтан ашыу кешенең береһемен. Кешелеккә һәм айырым кешегә булған бөтә сифаттар миңә лә хас. Бала саҡтағы тәүге тетрәнеүем атайымды юғалтыу булды, ләкин ул ваҡытта мин яҙа алырлыҡ түгел инем. Әгәр ҙә мин мәктәпкә барып өлгөргән булһам, ижадым шунда башланған булыр ине, моғайын.
Икенсе тетрәнеүем – мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, еңел булмаған һуғыштан һуңғы ауыл тормошоноң гүзәл зат елкәһенә төшкәнен һәм шул ауыр йөктө көсһөҙ заттарҙың Геродот кеүек көс-ҡеүәт менән күтәреп йәшәүҙәрен күреүем. Күршелә 24 йәшендә генә 3 бала менән тол ҡалған фронтовик ҡатыны – Бибинур апай йәшәне. Мин унан көс алдым: сөнки ул балаларын да үҫтерҙе, ирҙәр эшен дә башҡарҙы, колхозда ла эшләне, әммә бер ҡасан да бойоғоп йөрөмәне. Уның бөйөклөгөн аңлау минең тәүге әҫәремде яҙҙырҙы һәм ул “Ялан сейәһе” тип аталды. Был хикәйәмде мин 30 йәшем тулған төндө ижад иттем. Сөнки ғүмер шыйлап шәп итеп үтеп барған һымаҡ, әммә мин бер нәмә лә эшләп өлгөрмәгән кеүекмен. Шул хәтлем ҡурҡтым: шул төндә сәғәт 12-лә, балалар йоҡлап бөткәс, ултырҙым да яҙҙым. Шунан, тынысланып, төнгө сәғәт 3-тә йоҡлап киттем. Шул тетрәнеү, “ғүмер үтеп бара, ә мин бер нәмә лә эшләп өлгөрмәгәнмен” тигән ҡурҡыу шул әҫәрҙе яҙҙырҙы. Мин быны әле генә аңлайым. Шулай итеп, ул ваҡытта Бибинур апай, прототибыма әйләнеп, ижадҡа тотоноуымдың сәбәпсеһе булды. Мин бының менән генә туҡтап ҡалманым, ике йыл үттеме-юҡмы, Бибинур апай тураһында “Бал тип үрелгәнем” тигән тағы бер хикәйәмде яҙҙым. Уны уҡығандар бик ныҡ тетрәнә. Талантлы актриса Рәмилә Сәлимгәрәева әҫәрҙе радиояҙма итеп уҡып яҙҙырған. Шул яҙма тураһында: “Илай-илай тыңланым, тол ҡатындың яҙмышы тәнгә үтеп инеп ҡалтырата”, - тип әйтеүселәр булды. Бына шул яҙмыштар тетрәтте мине лә. Тол ҡатындар яҙмыштары. Һуғыштан һуңғы тормошто, колхозды кирза итекле тол ҡатындар күтәрҙе бит. Улар эшкә нисек таҡмаҡ әйтеп киткән –таҡмаҡ менән эштән ҡайттылар, кешеләрҙең күңеленә бойоғорға урын ҡалдырманылар. 50 йәшемде Күсей клубында үткәргәндә ауыл ҡатындары мине ҡотларға тип сәхнәгә күтәрелде, шунда береһе: “Таңсулпан, һин беҙҙең тоғролоҡҡа һәйкәл ҡуйҙың”, - тип әйтте. Был билдәләмә миңә бөтә наградаларҙан да юғары.
-"Үҙем һайламаған яҙмыш" - торғаны бер мауыҡтырғыс мини-роман. Тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған, дин, рухиәт, әхлаҡ проблемаларын күтәргән, халҡыбыҙ йолаларына заман күҙлегенән ҡарарға мәжбүр иткән очерк ул. Уны һеҙ ниндәй тойғолар солғанышында яҙҙығыҙ?
- Әбйәлил районы Юлдаш ауылында йәшәгән Гөлнур Фәҡиева менән аралаша башлағас, бик ныҡ аптырашта ҡалдым. Сөнки ул әруахтар менән бәйләнешкә инә, әруахтарҙың да ниндәйе бит әле: Мөжәүир олатай, Ғабдулла Сәиди, Зәйнулла Рәсүлев һәм Дағстандан Сәйфулла Ҡази! Ул, доға аша бәйләнешкә инә лә, уларҙың әйткәнен һиңә әйтә башлай. Доға уҡығанда бөтөнләй тауышы ла үҙгәрә. Һәм, шул уҡ ваҡытта, ул һине дауалай. Имләү алымы бөтөнләй башҡа. Уның бәҫен әле белеп тә бармайҙар, сөнки күп кеше был хәлгә ышанмай бит инде. Мин ни өсөн ышандым? Сөнки мин уға тиклем “Бөйрәкәй”ҙе яҙғанмын, Барсынбикә образын тыуҙырғанмын. Һәм Барсынбикә образы буш ерлектә барлыҡҡа килмәгән. Гөлнур Фәҡиева бына шуны иҫбат итте. Сөнки беҙ, совет осоронда тыуып үҫкәндәр, күҙ менән күргәнгә генә һәм тотоп ҡарағанға ғына ышандыҡ. Йәндең мәңгелек икәнен, әруахлыҡҡа күскәс тә кешенең йәне йәшәүен дауам итеүен ҡайһы бер кешеләргә аңлауы ауыр булды. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә үҙенең әруахтарының өсөн, етеһен, ҡырҡын, йылын уҡыта килде. Ни өсөн улай эшләгәнен уйлап та ҡараманы. Әгәр ҙә ул әруахтарға кәрәкмәһә, алып барып ерләр ҙә, шуның менән онотор ине. Ләкин кешенең күңеленә йәндең мәңгелек икәнен аңлау һалынған. Ана шулай йәндең мәңгелеклеген иҫбат итер өсөн Аллаһ Тәғәлә беҙҙең араға Гөлнур Фәҡиеваны ебәргән. Ул үҙе тураһында һөйләп ултырҙы, мин яҙып ултырҙым. Уны китап итеп яҙырмын тип тә уйламаным. Башҡа әҫәрҙәремдә әйтә алмаған үҙемдең фекерҙәремде лә ҡушып ебәрҙем. Шулай итеп “Үҙем һайламаған яҙмыш” исемле ҙур ғына очерк барлыҡҡа килде. Мәскәүҙән бер профессор ҡатын уҡыған да, аҡса ебәрҙе. Шул аҡсаға мин уны айырым китап итеп сығырҙым. Был очеркты мин 6-сы томға индерҙем. Үҙенсәлекле яҙмыш. Ысынлап та, үҙе һайламаған. Ул уны ҡабул итергә теләмәгән дә. “Миңә ул кәрәкмәй”, - ти. Ул ябай һауынсы булып эшләй. Университет бөтмәгән. Әгәр ҙә эзотерика менән шөғөлләнгән беҙҙең кеүектәргә күктән шундай мәғлүмәт килһә, беҙ ризаһыҙлыҡ белдерер, күктәр менән бәхәсләшә башлар инек. Гөлнур – һауынсы, ул ундай китаптарҙы уҡып та ҡарамаған. Кемгә биререн Аллаһ Тәғәлә белгән. Юғиһә: “Мин күп уҡығанмын, ғәрәпсә лә беләм, ни өсөн миңә бирелмәгән?” – тигәнде лә ишетергә тура килә. Библияла шундай юлдар бар: “Будьте как дети”. Сөнки балалар ышана. Ә Гөлнурҙың күңеле балаларҙыҡы кеүек.
-Таңсулпан апай, әйтегеҙ әле, 6-сы томға ингән “Илекәй” повесы булған хәлгә нигеҙләнгәнме?
-“Илекәй”ҙе мин хатта ижадымдың төп әҫәре, тип тә әйтә алам. Сөнки мин унда бөгөнгө көнгә тиклем үҙемдең йәшәгән тиҫтә йылдарым буйына кисергәндәремде кәүҙәләндерҙем. Аҫаба халыҡ булараҡ, башҡорт ер-һыуҙы үҙенеке итеп хисаплай. Ошонда тыуған ул, ошонда яралған. Мәмерйәлә уның тәүге өнө, тәүге һүҙе сыҡҡан. Телебеҙ ҙә ошо ерҙең вибрацияһын алған. Ошо ерҙә үләндәрҙе һыйпаған елдәрҙән, ҡаяларға бәрелгән дауылдарҙан, яуға киткән башҡорттарҙың өндәренән, ерен һаҡлап үлгән башҡорттарҙың һуңғы ауаздарынан беҙҙең моңдар яралған. Был – ата-бабаларҙан аманат булып ҡалған ер. Ошо ерҙең байлығын һығып алып бөтмәйенсә, ярлыландырмайынса, вәхшиҙәрсә был ерҙе файҙаланмайынса киләһе быуынға беҙ имен генә тапшырырға тейешбеҙ. Һәм ошо уй һәр башҡорттоң ҡанына һеңгән, күҙәнәктәрендә йәшәй. Сөнки беҙ Арҡайымдан ҡалған тоҡом. Ә Арҡайым беҙҙең эраға тиклем нисәнсе быуаттарҙа йәшәгән цивилизация. Шул ваҡыттан килә формалашҡан ошо аңыбыҙ һәм ошо аңыбыҙҙан беҙ ҡотола алмайбыҙ. Һаман беҙ еребеҙҙең именлеген, унан аҡҡан һыуҙарҙың таҙалығын һаҡлауҙы үҙебеҙҙең иң төп бурысыбыҙ, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында тотҡан иң ҙур яуаплылығыбыҙ итеп тоябыҙ. Һәм ошо тойомлауҙан бында үҫкән бер кем дә азат түгел. Шул беҙҙең иманыбыҙ. Беҙҙең иманыбыҙ менән бөгөн алыш-бирешкә ҡоролған тормош бәрелешкә инә. Һәм ошо проблемалар минең “Илекәй” повесына һалынған. Байлығы булған ерҙе талаусылар һәр заманда ла булған. “Илекәй” күптән яҙылды бит инде, әммә барыбер ҙә был актуаллеген юғалтмай торған тема. “Ватандаш” журналынан хаҡлы ялға киткәс яҙҙым мин уны. Һуңғы нөктәне ҡуйғайным ғына, “Ватандаш”тан шылтыраттылар. “Яҙып бөттөгөҙмө?” – тиҙәр. Мин һуңғы нөктәне ҡуйғанды ҡарап торғандар, тиерһең. Ул ваҡытта баш мөхәррир Фәрит Әхмәҙиев ине, шундуҡ машина ебәртеп ҡулъяҙманы алып та киттеләр, баҫып та сығарҙылар. Унда романға торошло ваҡиғалар һалынған. Роман итер инем, физик яҡтан арыуым повесть көйө туҡтатырға мәжбүр итте. Аҙаҡ Закир Зиннәтуллин да әйтте ул: “Апай, был бит роман булырға ғына тора ине”, - тип. “Ҡасан бөтәһең?” – тип туҡтауһыҙ шылтыратып ҡабаландырғастар, шулай килеп сыҡты инде. Ул яғы ла бар...
Әҫәрҙең төп геройҙары - 3 класташ. Бергә һуғышҡа китәләр, өсөһө лә тере ҡайталар. Өсөһө лә бер ҡыҙҙы ярата, әммә береһе лә уның менән ҡалмай. Һәр береһе үҙенә хас бер яра менән йәшәй һәм бер-береһен ғәфү итә алмай. Иң һуңғы төн һәм ошо ергә яуаплылыҡ тойғоһо уларҙы берләштерә. Саңғы юлы һалыр өсөн тауҙы шартлатырға йыйыныуҙарын белеп, уның өсөн көрәшергә тип бара улар. Тауҙы шартлатырға әҙерлек күптән барғанын, әллә күпме көслө техника килгәнен тауҙың был яғында йәшәп улар күрмәгән. Шунда улар тау менән ҡуша шартлайҙар...
-Улар, ярай, күпте күргән, ә ниңә илһөйәр йәш егет Илекәйҙе лә ҡуша шартларға мәжбүр иттегеҙ?
-Ул олатаһын алып ҡайтырға тип тауға бара бит. Иң аяныслыһы – ерҙе Илекәйҙең атаһы һата. Һәләк булған ветерандарҙың береһе – уның атаһы була. Ул ер өсөн Гәрәйгә иномарка бүләк итәләр. Әлбиттә, ундай ҡорбандар булыр тип уйламай эшләй ул. Ләкин Аллаһ Тәғәлә бар бит. Шунан һуң нисек ошо ауылда йәшәмәк кәрәк? Үҙе лә тыуған ауылынан сығып китергә мәжбүр була ул ир. Бер машина өсөн ата-бабаларының рухын һатҡас, кире ауылға әйләнеп ҡайта алмай. Нәфсенең төбө юҡ. Бына шул ята әҫәрҙең төбөндә. Ә Илекәй тураһында: “Әгәр ҙә, беҙ үҙебеҙ изге итеп күргән ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған ерҙе һаҡларлыҡ алмаш үҫтермәгән булһаҡ, нам грошь цена!” – тип уйланым. Шуға ла ул ҡарттар менән ҡуша шартларға тейеш ине.
- Әҫәрҙең прототиптары булдымы?
-Минең фантазияға ҡоролған инде ул. Мәҫәлән, атайым тере булһа, шул ҡарттарҙың береһе мотлаҡ атайым булыр ине. Сөнки ул да коммунист булды. Тотоп атабыҙ тиһәләр ҙә партбилетын һалмаҫ ине. Өс яу үткән. Үҙемдең яҡташтарымды күҙаллап яҙҙым инде...
- Таңсулпан апай, Һеҙҙең ошо иңләп сыҡҡыһыҙ ижадығыҙҙы үҙ итеүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Минең ижадым менән дуҫлашҡандар, уҡығандар, аңлағандар – барыһы ла минең рухи туғандарым. Ҡайҙа барһам да уларҙы күрәм. Илеш районына барғанда бер ҡатын сығып: “Һеҙҙең “Бөйрәкәй”ҙе 13 тапҡыр уҡыным”, - тине. “7 тапҡыр уҡыным” тигәндәрен дә ишеткәнем бар, ә инде күптәр: “3-4 тапҡыр уҡыным”, - ти. Кемдәрҙеңдер өҫтәл китабы. Шуның өсөн уларға рәхмәт әйтәм, тән һәм йән сәләмәтлеге теләйем. Минең әҫәрҙәр аша алған ғилемдәрен (мин мәңгелек түгел), артабан да халыҡҡа, эргә-тирәһендәге кешеләргә тәҡдим итеп, уҡытып, уларҙы ла рухи байлыҡҡа өндәүҙәрен теләйем. Ижадымда халҡымдың теле йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, минең ижадым мәктәп программаһына, хатта “Башҡорт теле” дәреслектәренә, миҫал булараҡ та, һөйләм булараҡ та, инмәгән. Ни өсөн инмәгәнен дә беләм. Ләкин был хәл мәңге ҡабатланмаҫ, тип уйлайым. Яңы дәреслектәр ҙә барлыҡҡа килер. Минең әҫәрҙәргә лә хәжәт тыуыр, ижадымды өлгө итерлек ғалимдар булыр, тип ышанам.
-Таңсулпан апай! Бөгөнгө йылы, ихлас әңгәмә өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт! 6-сы томда һеҙ: “Ижадсы ни тиклем ижади асыштар яһаһа, шул тиклем Хоҙайға яҡыныраҡ килә”, - тиһегеҙ. Урал батырҙы пәйғәмбәр итеп күрһәткән кеүек, һеҙ ҙә беҙҙең өсөн әүлиә кеүек. Ә һеҙҙең ҡолас етмәҫлек ижадығыҙ беҙҙең йөрәктәрҙә сикһеҙ һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уята, фиҙаҡәрлектең бөйөк өлгөһө булараҡ, маяҡ булып балҡыйһығыҙ. Ошондай илаһи йән булып, күңелегеҙ яҡты уйҙар, матур йырҙар, яҡындарығыҙҙың иғтибары һәм йылыһы солғанышында оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүегеҙҙе, беҙҙе тағы ла бөйөк әҫәрҙәр менән һөйөндөрөп кенә тороуығыҙҙы теләйбеҙ!
Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.