

Граф күлендәге батырлыҡ
Балаларҙың һыу инергә яңғыҙ барыуҙары хәүефле булыуын һәр кемебеҙ аңлайбыҙ. Әммә ата-әсә эштә саҡта, йә ҡайҙалыр киткән арала уларҙы ҡарап өлгөрөп буламы икән?
Граф күленә велосипед менән барған ике малайҙың ғүмере лә шулай хәүефле өҙөлә яҙа. Уларҙың берәүһе йөҙә белһә, икенсеһе йөҙә лә белмәй. Һыуға сумған малайҙарҙы ағым төпкә алып китә. Йөҙә белгәне дуҫына ярҙам итергә маташа, әммә көсө етмәй. Ул ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Әммә ярҙағы ололарҙың береһе лә уларға ярҙамға ташланмай. Кемдер, балалар ҡотора тип уйлағандыр, кемдер, нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын күҙәтеүсе булып ҡала. Шул саҡта Дилә һәм Динислам балаларға ярҙамға ташланмаһа, барыһы ла фажиғәле тамамланыр ине. Динислам малай янына барып етә һәм һыу аҫтына китә башлаған малайҙы сығара. Дилә ҡотҡарыу кругы алып улар янына ашыға.
Батҡан баланың йөҙө күм-күк була, ул аңына килә алмай ята. Шул саҡ Дилә кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеп, уны ҡотҡара. Батыр ҡыҙҙың Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамланыуы асыҡлана.
Ҡотҡарылған малайҙың әсәһе: “Дилә, Динислам, һеҙ улымды ғына түгел, ә минең ғүмеремде лә ҡотҡарҙығыҙ. Уға бер-бер хәл булһа, мин йәшәй алмаҫ инем. Ғүмерем буйы Аллаһтан һеҙгә бәхет һораясаҡмын”,-ти ул.
Бына шулай, йәмле йәйҙең матур көнөндә оло ҡазаны туҡтата батыр йәштәр. Хоҙай Тәғәлә һеҙҙең һәр көнөгөҙҙө яҡты һәм бәхетле итһен, Дилә һәм Динислам! Беҙ рәхмәт әйтеп һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.