Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
6 Июля , 12:30

Еләккә барғанда

Шул саҡ ағас араһында ниҙер шатыр-шотор йөрөй башланы. Һоро арҡаһы күренгәс айыу икәнен аңланым. Сөнки һуңғы осор айыу ныҡ күбәйеп китте бит. Был әллә минең ирҙе ашап ята тип, һыйлы пакетты янына барыбыраҡ йән көсөмә айыуҙың өҫтөнә ырғыттым. Артынан еләкле биҙрәмде осорҙом. Шул саҡ айыуым башҡортсалап тороп һүгенеп ебәрмәһенме!

Еләккә барғандаЕләккә барғанда
Еләккә барғанда

Еләккә барғанда

юмореска

Иремдең үҙәген көйҙөрә торғас еләк тип, был мине Ирәндеккә алып китте. Үҙем бабайымды алдай-йолдай барам, йәнәһе, ана, күрше урам бисәләре барып, һәр береһе икешәр ун ике литрлыҡ биҙрә тултырып алып ҡайтҡан. Ул башын тырнап алды ла, “ярай, еләк булғас, уны эҙләп ваҡыт та, бензин да әрәм итке килмәй”, ти.

Киттек. Минең ир ашамһаҡ ҡына, шуға күрә бер пакет итеп икмәк-колбаса, ҡыяр-йомортҡаһын һалып алдым. Күңеле булыр тип. Барып еттек. Еләк юҡ! Бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөгән иремдең йөҙө емерелә башланы. Әмәлгә, бер урында аҙ-маҙ еләк булған урын осраны.

Ир һөйләнә-әрләй ағастар араһына инеп китте. Мин еләк йыйып ҡалдым. Ирҙән әрләнмәҫ өсөн еләкте һыпырып йыйып, күберәк итергә тырышам. Шул саҡ ағас араһында ниҙер шатыр-шотор йөрөй башланы. Һоро арҡаһы күренгәс айыу икәнен аңланым. Сөнки һуңғы осор айыу ныҡ күбәйеп китте бит. Был әллә минең ирҙе ашап ята тип, һыйлы пакетты янына барыбыраҡ йән көсөмә айыуҙың өҫтөнә ырғыттым. Артынан еләкле биҙрәмде осорҙом. Шул саҡ айыуым башҡортсалап тороп һүгенеп ебәрмәһенме! Ағас араһынан ярһып ирем килеп сыҡты. Пакеттағы сәйле елле генә ике литрлыҡ термос маңлайына бәрелгән, уныһы йомортҡа ҙурлығындай шешеп килеп сыҡҡан! Ирҙән айыуҙан да былай ҡурҡып ҡастым. Теге мине һүгеп әрләп тороп ҡалды. Бер килке таш артында йәшенеп ултырҙым да, кире барҙым. Ир тыныслана төшкән. Баҡһаң, мин еләккә әүрәгән саҡта ул машиналағы һоро спецовкаһын кейеп, миңдек ҡырҡырға тотонған. Ә мин...

Шулай япраҡ ҡына алып ҡайттыҡ. Ирем ҡайтҡас та баҡсала йәйрәп бешеп ултырған еләккә төртөп, “тәүҙә шуныңды эш ит” тип бойорҙо. Хәҙер бына баҡса еләген йыйып йөрөйөм. Ә әхирәттәргә ирем Ирәндек битләүенә свиданиеға саҡырҙы тигән булдым маҡтанып. Еләкһеҙ ҡайтҡан тимәһендәр.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас