Юлда
Фәнилдең күҙ алдынан ҡатынының аптыраулы ҡарашы, ҡолағынан дерелдәгән тауышы китмәй: “Ике ҙур гонаһына тәүбә итһен дә, язаһын был донъяла алып китһен,--тине ҡарсыҡ.” Иренең эштә лә, өйҙә лә кәүҙәһе генә йөрөгәнен күргән Рәйлә уны врачтарға, психотерапевҡа күренергә ҡат-ҡат өгөтләне. Фәнил үҙенең уларға бармаҫҡа тейешлеген белә: унда бөтөнөһөн дә һөйләп бирергә тейеш буласаҡ.
Ул етәкләгән төҙөлөш ойошмаһы байтаҡ ҡына ваҡыт эш хаҡы түләй алманы. Иретеп йәбештереүсе Сабиттың ҡатыны килеп, ҡыҙҙарын Өфөгә балалар дауаханаһына алып барырға аҡса һораны. “Юҡ бит.”--тине Фәнил. Былай ҙа ситенһенеп кенә ингән әсә кеше, бер һүҙ әйтмәйенсә, боролоп сығып китте. Беренсе ҡаттағы контора тәҙрәһе эргәһендә тороусы өр-яңы “Ауди” янынан үткәндә, Фәнил уның: “Рәхәтен күрмәһен машинаһының,”--тигән һүҙҙәрен ишетеп ҡалды... Һәм онотто.
Ашыҡмаһа ла, “Волга”нан һуң сит ил машинаһында елдәй елдереп өйөнә ҡайтып еттем тигәндә, юлдан сығып барыусы ҙур ҡара этте күреп ҡалды Фәнил. Ләкин тиҙлек туҡтап өлгөрөрлөк түгел ине. Бампер менән эткә килеп төкөгәс, күҙ ҡыры менән уның артынан килеүсе кешене лә шәйләп алды. Байтаҡ ара уҙғас, туҡтап, артҡа боролоп ҡараны. Ноябрҙең ямғырлы кисе, урамда кешеләр юҡ.
-Эт хужаһы номерҙы күреп өлгөрмәне, тайырға кәрәк,--тигән уй менән Фәнил гаражына табан юл алды. Машинаны өй эргәһендә ҡалдырыу йүләрлек булыр ине.
“Зебра”лағы юл-транспорт фажиғәһен күреүселәрҙән хәбәр көтөп, ҡала телевидениеһында ай буйы “йүгерек юл” барҙы. Гәзиттәрҙең “ГИБДД хәбәрҙәре” бағанаһында: “Хужаһын оҙатып йөрөүсе эткә зыян булмаған. Заводтағы авария ваҡытында һуҡырайып, урамға эт ярҙамында ғына сығып йөрөүсе 55 йәшлек ир-ат ныҡ ғәрипләнгән,”—тип яҙҙылар. Урамда эт күргән һайын Фәнилдең йөрәге тертләп китә ине: эттең хәтере һәйбәт тиҙәр бит. Етмәһә, яҡын ғына йәшәйҙәр икән. Айға тирәһе эш машинаһында йөрөнө лә, ҡала тынысланғас, ир “Ауди”ны Өфөгә алып китте. Бер танышы аша автомастерскойға индереп сығарып, тағын “иномарка”һына күсеп ултырҙы.
Юҡ-юҡ та был фажиғә, эсен бошороп, иҫкә төшә ине. Ундай саҡта Фәнил, үҙен аҡлап, бәхетһеҙлекте теге ирҙең һуҡырлығына һылтарға тырыша. Ул хәҙер был юлдан ҡайтмайса, урап йөрөй торған булды. Нәҡ бер йылдан, эштә заказсылар менән әҙерәк ултырып, килешеүҙе “йыуып” алырға тура килгәнгә, ГАИ посы был тирәлә булмай тип, тағы шул урамдан ҡайтмаҡ булды.
Гонаһ шомлоғо. Ярайһы ғына тиҙлек алып, уҙған йылғы урынға килеп еткәндә, юлға ике ҡыҙ бала килеп сыҡты. Алданыраҡ атлағаны машинаға бәрелгәс, капот өҫтөнә килеп төшә тигәндә, Фәнил газға баҫты... Һуңынан ҡат-ҡат уйланды: нишләп баҫты ул газға? Бала тәгәрмәс аҫтына төшмәһен, ситкәрәк атылһын типме? Ҡурҡыуҙанмы? Яҡын-тирәлә кеше юҡ, ул инде—ҡараңғыла. Боролоп ҡараны: ут яҡтыһында һары курткалы ҡыҙҙың дуҫын торғоҙорға тип аҙапланыуын күрҙе.
Ул гараждан төнгө 12-лә генә ҡайтты. Улай-былай йөрөгән ҡатынына ла асыуы килде: нишләп йоҡламай көтә ул? Ҡапыл телефон шылтыраны:
-Эҙләп таптылар.—тине ул, ыңғырашып.
-Ҡайҙан таптылар? Ҡайҙа Алина?—тип аптырап, уға текәлде Рәйлә.
Телефондан үҙеңә түгел, дошманыңа ла теләмәҫлек хәбәр еткерҙеләр. Рәйлә менән Фәнил таксила дауаханаға ашыҡтылар.
Уларҙы күреп, Алинаның ал курткаһын, башлығын тотҡан Әлиә йүгереп килде. Фәнилдең башы кәүҙәһенән айырылғандай булды: капот өҫтөнә менә яҙған ал куртка!
-Был Алинаның кейемдәре түгел,--тине Фәнил, күкрәк эсендә ниндәйҙер епте өҙөлөүҙән һаҡлап торған өмөт менән.
-Уныҡы. Яңы куртка, үткән ялда алдыҡ ...
Һуштан яҙған Рәйләне лә алып инеп киттеләр.
-Машина ниндәй төҫтә ине?—тип һораштыра Әлиәнән инспектор.
-Йәшел,--тине, үкһеп илап бөткән ҡыҙ.
-Нисек йәшел?—ти Фәнил, нимәгәлер өмөтләнеп.
Уның машинаһы көмөш һымаҡ бит.
“ Ауырыған класташтарының хәлен белеп ҡайтып килгән ике ҡыҙ юл аша сыҡҡанда, ҙур тиҙлектә килеүсе машина уларҙың береһен төкөп ҡаса. Иптәшенең ярҙам һорап ҡысҡырыуын тиҙ генә ишетмәйҙәр. “Ашығыс ярҙам” иҫән килеш алып килеп еткерһә лә, ҡыҙ үлә. Кем балаһы ул? Төнгә ҡаршы был оло хәсрәтте кемгә еткерергә? Шәфҡәт туташы ҡабул итеү бүлмәһенә сығып, ҡыҙҙың куртка кеҫәһенән яҙыу-фәлән эҙләй. Шунда уға һәләк булған баланың илап ултырған дуҫ ҡыҙына ымлайҙар...”—тип яҙҙы ҡала гәзите.
“Ашығыс ярҙам” тиҙерәк килгән булһа,--тиештеләр подъезд төбөндә ултырыусы әбейҙәр. “Ғүмерлек ғәрип булып ҡалһа, нишләр ине.”—тип әкрен генә ҡаршы төштө ҡыйһыныһылыр. Әлиәнең ата-әсәһе ҡыҙҙарҙы балалары янында оҙаҡ ултыртҡан хужаларҙы битәрләне. Кемдер, нишләп үҙҙәрен генә ебәргәндәр, тип ата-әсәне ғәйепләне.
“Ике ҙур гонаһына тәүбә итһен дә, язаһын был донъяла алып китһен”. Бөгөнгөһөнән дә ҡатыраҡ яза бар, тип әйтеүе микән ул имсе ҡарсыҡтың?
Нәйлә Вилданова.