

Район-ҡалабыҙҙың билдәле эшҡыуары Илдус Ибраһимовтың уҡ атыу буйынса ярыш ойоштороуын, күп сараларҙа бағыусы булыуын күптәр беләлер. Һуңғы йылдарҙа Илдус Сәлимйән улының үҙе лә төрлө ошо йүнәлештәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булыуына һөйөнәбеҙ. Көн-төн тигәндәй иғтибарҙы талап иткән эшҡыуарлыҡ эшенән ул был спортҡа нисек килгән? Нисек ваҡыт таба? Тормош юлдашы Альбина Булат ҡыҙы менән береһенән-береһе уңған өс ҡыҙ үҫтергән ғаилә башлығы менән ошо хаҡта һөйләштек.
- Илдус Сәлимйән улы, нисек уҡ атыу спортына килдегеҙ?
- 2019 - 2020 йылдарҙан. Әлбиттә, беҙҙең районда уҡ атыу тигәнде ишетһәк, Ғәфүр Рахманғолов күҙ алдына килеп баҫа. Сөнки Баймаҡ тарафтарында уҡ атыуҙы ул башлап ебәреүсе тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Ә минең ныҡ ҡыҙыҡһыныуым Юлай Ғәлиуллиндың оҫталыҡ дәрестәренән башланды тиергә була. Ул “Мәргән уҡсы”ның ун уғы” тип аталған проекты менән Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды. Шуға ярашлы, республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән Муллаҡай ауылында ла ярыш үткәрҙе. Ул уҡ-һаҙаҡтар, сәптәр ҙә ҡалдырып киткәнен иҫләйем. Шул мәлдән ныҡлап шөғөлләнә башланым.
- Бала саҡта ла ҡыҙыҡһыныу булғандыр барыбер?
- Эйе. Ниндәй малай үҙе ян, уҡ атып эшләп ҡараманы икән? Мин дә шундай булдым. Үҫә килә лә барыбер ҡыҙыҡһыныуым кәмемәне. Шунан бер йыл һабантуйҙа Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһировтың уҡ аттырып тороуын күреп, янына йүгереп тигәндәй барҙым. Күңелемә бик яҡын ине шул уҡ атыу. Унан эш мәшәҡәтенә сумып, тағы онотолдо. Бер-ике йылдан уҡ атыу тураһында ныҡлап белешә башланым һәм һәм Ғәфүр менән таныштым. Ул шул мәлдә Көрәй батыр иҫтәлегенә ярыш үткәрә ине. Шунан ныҡлап йөрөп алып киттем.
- Шунда уҡ уҡ килеп сыҡтымы? Ғөмүмән, ауырмы был спорт төрө? Әҙерләнергә кәрәкме?
- Әлбиттә әҙерләнергә кәрәк. Беренсе яным стеклоарматуранан эшләнгән ине. Ҡараталдан Айбулат исемле ағай эшләп бирҙе. Артабан башҡа оҫталарҙың да янын ҡарай башланым. Өйрәнгән һайын, ҡеүәтлерәк ян эҙләнем. Был минең хата булған, сөнки башлағанда бик үк ҡеүәтле булмағанын алырға кәрәк. Тәүҙә уҡ атыуҙың техникаһын шундай янда өйрәнеү мөһим. Артабан инде ҡеүәтлерәгенә күсәһең.
- Сер булмаһа, ҡиммәтле спорт төрөмө ул? Ян кәрәк, уҡтар...
- Бик үк арзандан түгел. Ағастан эшләнгән бер уҡ 400 һумдан 1000 һумға тиклем тора. Беҙ тарихи уҡ-янды ҡулланабыҙ. Уны ҡараһаң артыҡ бер нәмәһе лә юҡ. Олимпиада уйындарында уҡсыларҙың яндарына иғтибар итегеҙ, унда нимәһе генә юҡ. Шуға күрә тарихи ян-уҡты ҡулланыу күпкә ауыр.
- Шуға ҡарамаҫтан уҡсылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә бит.
- Эйе, ҡайһы саҡта хайран ҡалаһың. Сибай ҡалаһында үткән бер ярышҡа балдаҡ аша ата алған ярышсыларға махсус призымды ҡуйҙым. Һәм алыҫ аранан уғын балдаҡ аша үткәрә алған ир-егегтәр булды. Уйлап ҡарағыҙ, бының өсөн күпме таһыллыҡ, оҫталыҡ кәрәк.
- Янды күпмегә һатып алып була?
- Төрлө маркетплейстар аша 6 – 7 мең һумға табып була.
- Ә һеҙҙеке ниндәй?
- Мин маркетплейстар аша алмайым хәҙер, оҫталарҙан алам. Әлеге ваҡытта “Феникс” тип аталған ян, ул 18 мең һум самаһы тора.
- Венгр яндары тураһында билдәле...
- Эйе, улар билдәле. Шуныһы ҡыҙыҡлы, улар боронғо башҡорт яндары. Венгрҙар алдан уны үҙ бренды итеп өлгөргән. Бынан тыш монгол, төрөк, ҡырым-төрөк һ.б. төрҙәре бар яндың.
- Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һыбай уҡ атыу спорты ла үҫешә...
- Эйе, беҙ ҙә “Мәргән уҡсы” ойошмаһында (етәксеһе Юлай Ғәлиуллин) торабыҙ. Бер мәл мин һыбай уҡ атыу менән бик ҡыҙығып киттем. Әйтергә кәрәк, бер урында тороп атыу һәм һыбай атыуҙың техникаһы ныҡ айырыла. Шуға күрә ике төрлө лә ныҡ өйрәнгем килде. Хәҙер һыбай йөрөү һирәгәйҙе.
- Шулай ҙа бар Баймаҡҡа ысын башҡорттарҙың ниндәй булыуын күрһәтеп өлгөрҙөгөҙ, шулаймы?
- Ә, ул хәлме (йылмая)? Эйе, һыбай уҡ атҡандан һуң Баймаҡтың күп фатирлы йорттарының ихатаһы аша һыбай үттем. Ҡыш, декабрь айы ине. Мин һыбай, боронғо башҡорт кейемендә, янымды аҫып алғанмын. Кешеләр аптырап ҡалды, “откуда этот древний башкир?” тип һөрәнләгәндәр ҙә булды. Кемдер фотоға, кемдер видеоға төшөрә. Ҡыҙыҡ булды.
- Ярыштарҙа ир-егеттәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да милли кейемдә булыуын күрәбеҙ. Улар бик үҙенсәлекле күренә.
- Уҡсыларҙың кейеме тарихтан тайпылмаҫҡа тейеш. Тағы бер мөһим талап – тәбиғи туҡымалар (тире, етен, йөн, кейеҙ) ғына ҡулланыла. Беҙҙең республикала уҡсыларға кейем тегеүселәр бар. Уларға мөрәжәғәт итәбеҙ.
- Ялтыр-йолтор сәхнә кейеме һеҙҙең өсөн түгел инде?
- Юҡ. Уҡсылар араһында “дермантин батыр” тигән ҡыҙыҡ та йөрөй. Ул шул синтетика һәм башҡа тәбиғи булмаған туҡыманан тегелгән кейемгә ҡарата әйтелә. Уҡсылар тәбиғәт ҡосағында, йәйгеһен йә ҡышҡыһын, 4 – 5 сәғәт буйы ярышта йөрөй йә күнекмә үткәрә ала. Шундай мәлдә синтетика ҡушылған кейемдә йөрөүҙе күҙ алдына килтереп тә булмай.
- Уҡсы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп кенә. Улар нисек ата?
- Эйе, ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә бара. Уларҙы ирҙәрҙән кәм ата тип әйтеп булмай. Уҡ атҡандан һуң сәпте барып ҡарайһың йә һөҙөмтәләр яҙылған таблицаға күҙ һалып, уларҙың ҡайһы берәүҙәре көслө заттан күпкә мәргән булыуына һоҡланаһың.
- Улар күптән шөғөлләнәме?
- Минән алда килгәндәр ҙә, яңыраҡ ҡушылғандар ҙа бар.
- Кеше ни өсөн уҡ атыуға ылығып китә икән? Нисек уйлайһығыҙ?
- Ҡыҙыҡ ул, ылыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Өҫтәүенә, уҡ ата башлаһаң, географияны яҡшы өйрәнә башлайһың, күп урындарҙа булаһың. Һәм, әлбиттә, иң мөһиме халҡыңдың тарихын ҡәҙер итә һәм ошо йүнәлештә эҙләнә башлайһың.
- Баймаҡ уҡсылары ил кимәлендәге ярыштарҙа ла ҡатнаша.
- Эйе, Рәсәй кимәлендәге ярыштар шәп үтә. Уның өсөн махсус комплекс бар. Яҡуттар ҡалмыҡтар, бүрәттәр, Забайкалье һ.б. яҡтарҙан уҡсылар йыйыла. Беҙ, башҡорттар, бер ҙә ҡалышмайбыҙ, бик яҡшы кимәлдә булыуыбыҙ ғорурландыра. Тимур Өмөтбаев, Хөрмәт Таһиров Ғәфүр Рахманғолов һ.б. ил кимәлендә шәп һөҙөмтә күрһәтте.
- Уҡ атырға өйрәнеү ҡайҙа үткәрелә?
- Хәҙер беҙ тышта күнекмәләр үткәрәбеҙ. Баймаҡҡа яҡын юлда, машиналар менән үтеп барған таныштар ҡул болғап үтеп китә. Ҡыҙыҡһынып, яныбыҙға килеп, беҙгә ҡушылыусылар бар. Әгәр ҙә кемдер уҡ атырға өйрәнергә теләй икән, миңә мөрәжәғәт итә ала. Барыһын да аңлатырмын. Әлбиттә, уҡ атыу өсөн айырым спорт залы тураһында хыялланабыҙ. Был йәһәттән Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан кеүек илдәр алға киткән. Унда уҡ атыу милли спорт төрө булараҡ ныҡ үҫешкән һәм уға көслө иғтибар бирелә, ярҙам күрһәтелә.
- Балалар йөрөймө һеҙгә?
- Үкенескә күрә, бик әҙ. Был бик борсолдора. Сөнки беҙҙе кем алмаштырыр тип уйлайбыҙ. Өфө, Учалы, Ишембай яҡтарына күҙ һалһаң, унда уҡсыларҙың йәш быуыны үҫеп килә, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бар, ә беҙҙә юҡ. Беҙҙең ярыштарға мәктәп уҡыусыларын алып килеп күрһәткәндә, балалар ҡыҙығыр ине тип уйлайым. Көнө буйы телефон тотоп ултырғансы ошо спорт төрөнә ылыҡһа, балалар тыныс, һалҡын ҡанлы булып үҫер ине. Сөнки уҡ атыу характерҙы ла формалаштыра. Тыныс, сабыр, ныҡ булып китәһең.
- Ә физик көс кәрәкме уҡ атыуҙа?
- Иҫ киткес көслө булырға кәрәк тип әйтеп булмай. Уҡ ата башлаһаң, барыбер тәнең үҙгәреп, тарамышланып китәһең. “Мин сибек” йә “балам үтә ябыҡ, өйрәнә алмаҫ” тигән һүҙҙәргә урын юҡ. Кәүҙәгә һәм көскә тура килгән янды алып, шөғөлләнә башларға ғына кәрәк. Ә ҡалғаны килеп сыға ул. Кеше атҡан һайын көсәйә бара. Боронғо башҡорттарҙың янын алып ҡарағанда, уның ҡеүәте кәмендә 50 кг булған. Уйлап ҡарағыҙ, ниндәй көслө булған улар! Хәҙерге минең яным 22 кг ҡеүәтендә. Ул артыҡ ҙур булып һаналмай. Был йәһәттән монголдар ныҡ көслө. Уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары ла кәмендә 25 кг ҡеүәтендәге янды ҡуллана. Ә ир-егеттәр өсөн 50 кг кәм ян тартыу оят һанала. Ҡалмыҡтар ҙа шулай ҡеүәтле яндар менән эш итә. Уларҙа ла был спорт төрө ныҡ үҫешкән, ярыштарға күп йөрөйҙәр. Тиҙҙән үҙҙәре ярыш үткәрәсәк. Унда 3 D форматында ярыш буласаҡ. Унан һуң Дағстан, Ингушетия һәм башҡа ерҙәрҙә лә ярыштар көтөлә. Төрлө урында үткән 3 һайлау турында еңгән уҡсылар Ҡырғыҙстанға барасаҡ.
- Уҡ атыу өсөн дә тейешле ваҡыт бүлергә кәрәк. Шунһыҙ һөҙөмтә булмай. Уҡсыларға ҡараһаң, барыһы ла эшле кешеләр, өйҙә эшһеҙ ятҡандар юҡ. Нисек ваҡыт табаһығыҙ?
- Эштән һуң, 2-3 сәғәт шөғөлләнәбеҙ, унан ял көндәрендә лә. Күңелеңә ятҡан шөғөлгә ваҡыт табаһың инде ул. Ғаиләһе, балалары менән йөрөгәндәр бар. Уҡ атыу кешенең ҡанында булалыр. Иртәме – һуңмы, ул үҙенекен эшләйҙер. Шуға күрә уҡсылар ҙа күбәйәлер.
- Һеҙ белемегеҙ буйынса тарих уҡытыусыһы булыуығыҙ ҙа уҡ атыу спортына ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр.
- Әйтеп үтеүемсә, был һәр башҡорттоң ҡанында бар. Мин бәләкәй саҡта уҡ үҙем йә ҡартатай эшләп биргән янды тартып уйнай инем. Эйе, тарих уҡытыусыһы булдым, тик оҙаҡ түгел. Ул ваҡытта мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы үтә түбән булғандыр, күрәһең. Беренсе ҡыҙыбыҙ донъяға килгәс (ә минең өс ҡыҙым бар), аҡса етмәй башланы. Ғаиләне ҡарарға, баланы үҫтерергә кәрәк, шуға күрә кәсеп итеү, унан эшҡыуарлыҡ эшенә тотонорға тура килде.
- Ниндәй уй-маҡсаттар менән янып йәшәйһегеҙ?
- Уй-хыялһыҙ кеше булмайҙыр. Минең дә күп. Уҡ атыуға бәйле булғандарына килгәндә, киләсәктә лә төрлө ярыштарҙа булырмын, төрлө урындарҙы күрермен, тип ышанам. Уҡ атыу яҙмышымда ныҡлы урын алыуы менән бәхетлемен. Ҡайһы саҡта элемтә булмаған ергә, тәбиғәт ҡосағына ярышҡа барып эләгәһең. Көнө буйы донъя мәшәҡәтенән арынып, бер нәмә лә уйламай, рәхәтләнеп йәнең ял итеп ҡайта. Сөнки эш бер ҡасан да бөтмәй, аҡса бер ҡасан да етмәй. Шуға күрә кешенең йән-йөрәген ял иттергән яратҡан шөғөлө булырға тейеш.
- Илдус Сәлимйән улы, йәнле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә уңыштар, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын һәм уҡ атыу спорты тыуған еребеҙҙә тик үҫешә барыуын теләйбеҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.