

СССР-ҙың тарҡалыуы илебеҙ, республика, өлкәләр, ҡала, ауылдар һәм кешеләр яҙмышында бөгөнгә тиклем һулҡылдап һыҙлаған йәрәхәт булып тора. Айырыуса төпкөл ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар ыҙаланы. Халыҡ йәшәгән төбәктәргә ингәс тә, элекке колхоз-совхоздар фермаларының, машина-трактор станцияларының етемһерәгән емереклектәре ҡаршы ала. Ауылдарҙа һәр өсөнсө йорт буш тора. Ә демография менән хәлдәр - хөрт: үлем тыуымдан күберәк һәм илебеҙ йылына миллионлап кешеһен юғалта. Ауылдарҙа уҡыусылар етешмәү арҡаһында мәктәптәрҙең сиратлап ябылыуы күптәрҙе борсоуға һала.
Әлбиттә, төп бәлә – ауылдарҙа эштең булмауында. Йәштәр эш эҙләп себер тарафтарына, йә ҙур ҡалаларға китә. Элегерәк, ғәҙәттә, ир-ат юлланһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙың да эш эҙләп сығып китеү осраҡтары йышая. Йәшерен-батырыны юҡ, һөҙөмтәлә никахтар тарҡала, балалар тулы булмаған ғаиләләрҙә йәшәргә мәжбүр.
Тәү ҡарамаҡҡа – тулы өмөтһөҙлөк күренеше был. Ләкин, сараһыҙлыҡтан аптырап ҡалмай, ике ҡулына эш тапҡан кешеләр бар. Шуға миҫал булып Байыш ауылында йәшәүсе Роза Фитрат ҡыҙы һәм Рауил Камил улы Мостафиндар ғаиләһен алырға була. Улар икеһе лә 1963 йылда тыуған: Рауил - Күктүбә (Ибраһим), Роза Йомаш ауылында. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Өфө ҡалаһында осрашып, 1984 йылда өйләнешкәндәр.
Хрущев заманында Күктүбә ауылы перспективаһыҙ, тип табылып бөтөрөлөүгә дусар булыуы сәбәпле, Мостафиндар Байыш ауылына күсә. Камил Әбәйтулла улы һәм Фәтиха Зекериә ҡыҙының ғаиләһендә 5 малай: Рәис, Рауил, Марат, Раил, Рафиҡ һәм ҡыҙҙары Люциә үҫеп буй еткерә. Уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урындарын таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Раил Тыуған илен һаҡлап МХО-ла һәләк була, был ҡайғы Мостафиндарҙың ғына түгел, ә бар Байыш ауылы халҡының үҙәктәрен өтөп тора. Марат һәм Люциә лә бөгөн беҙҙең арала юҡтар, йәндәре йәннәттә булһын! Мостафиндарҙың өлкән улдары Рәис юғары белемле агроном, үҙ һөнәре буйынса ла, бүлексә идарасыһы, бухгалтер булып та эшләп, хаҡлы ялға сығып, ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Рафиҡ Камил улы ла ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында төпләнгән. Поликлиникала массаж яһаусы белгес булараҡ танылыу яулаған, уны һәр ваҡыт халыҡ менән бергә күрергә була. Люциә Камил ҡыҙы Билал ауылынан Наил исемле егеткә тормошҡа сыға, ғаиләлә ике бала үҫә: Нуриман һәм Иркәгөл. Иркәгөл Баймаҡ итернат-мәктәбендә уҡып, БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Райондың “Беренселәр хәрәкәте”н етәкләй. Иркәгөл Алсынбаеваның балалар һәм йәштәр хәрәкәте буйынса өлгөлө эшләй.
Рауил Байыш һигеҙ йыллыҡ, Сибай интернат-мәктәбендә белем ала. Бөгөн дә ул Байыш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, әҙәбиәткә һөйөү тәрбәиләгән Ҡолмөхәмәтова Фәридә Зәйнулла ҡыҙын, ә интернатта уҡығандағы уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы - мәктәп директоры Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улын яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Күңелле мәктәп йылдарынан һуң - ГДР-ҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеү. Уларҙың уҡсылар часы Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытындағы фашист концлагеры эргәһендә – Бухенвальдта урынлашҡан булған. Унда меңәрләгән совет хәрби әсирҙәре, Европа илдәренең немецтарға ҡаршы һуғышҡан партизандары һәм немец коммунистары тотҡонлоҡта интегә һәм һәләк була.
Рауил Камил улы әрменән ҡайтҡас, 1983 йылда Өфө агрегат заводында токарь һөнәрен үҙләштереп, эшкә төшә. Бер үк уҡ ваҡытта Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инер өсөн әҙерлек курстарына йөрөй һәм зооинженерия факультетының көндөҙгө бүлеге студенты булып китә. Шул йылда 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһында эшләүсе буласаҡ ҡатыны менән таныша. Розаға унда эшләү бик оҡшай, конкурстарҙа ҡатнаша, хатта “Оҫта ҡулдар” тигән диплом менән бүләкләнә. Йәштәр тәүҙә фатирҙа йәшәгәндән һуң, уларға фабрика етәкселеге бүлмә бирә. Йәш ғаиләне ҡыуандырып, баш бала Рәзилә донъяға килә.
Рауил институтты уңышлы тамамлап, Ленин орденлы Йылайыр совхоз-техникумына эшкә йүнәлтмә ала. Директор урынбаҫары Илшат Ситдиков уны Ҡарамалы бүлексәһенә зоотехник итеп ебәрә. Унан һуң Мостафиндар ғаиләһе Сосновка бүлексәһенә күсә, Рауил унда һауын гурты бригадиры, ҡатыны бухгалтер булып эшләй (был һөнәргә Роза Өфөлә уҡыған).
Рауилдың ҡайныһы - “Һаҡмар” колхозында малсылыҡта эшләгән һәм бал ҡорттары белгесе – Фитрат Камалитдин улы Алсынбаев һәм ҡәйнәһе – элекке һатыусы, ауыл Советы депутаты – Зөлхизә Янгир ҡыҙы Ғибәҙәтова, уларға йорт һалырға кәңәш бирә һәм күндерә. Ҡайныһы хатта Крепостной Йылайырҙан диләнкә алырға ярҙам итә. Ағасты урмандан сығарыу өсөн совхоз К-700 техникаһын бирә. Ғаилә кәңәшмәһендә өйҙө Байыш ауылында төҙөргә ҡарар ителә. Сөнки, ғүмере буйы механизатор булып эшләүсе Камил Әбәйтулла улы һәм быҙау ҡараусы Фәтиха Зекериә ҡыҙы Мостафиндар - олоғая барыусы ата-әсәләр, уларға ярҙам талап ителә.
Илебеҙҙә үҙгәрештәр осоро башланып, шәхси милеккә хужалыҡ рөхсәт ителгәс, Рауил һәм Роза ғаиләһе яңы йорттарына күсәл һәм сауҙа эшен башлай. Байыш, Октябрь ауылдарында магазин, киоск асалар. Көн һайын тиерлек Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан аҙыҡ-түлек ташыйҙар. Тонналап тимер-томор йыйып тапшыралар. Иртә таңдан мотоциклда йөрөп халыҡ хужалыҡтарынан артыҡ һөттәрен йыйып, график буйынса йөрөгән һөт ташыусы машинаға тейәтеп ебәрәләр. Ә ул, үҙ сиратында, һөттө Сибайҙағы балалар аҙыҡ-түлеге өсөн һөт-консерва комбинатына алып бара.
“2000 йылдарҙа кемдер беҙҙең өҫтөбөҙҙән “магазин тоталар, тимер һыныҡтары, һөт йыялар”, тип ялыу яҙған, йәнәһе, беҙ байығабыҙ. Район һалым инспекцияһына саҡырттылар, беҙҙең эшмәкәрлекте ентекләп тикшерҙеләр һәм халыҡ алдында маҡтанылар, беҙҙән өлгө алырға саҡырҙылар. Намыҫлы хеҙмәт, законлы рәүештә тыйылмаған шөғөлдәр асырға мөмкинселектәр тураһында аңлаттылар, - тип һөйләй Рауил Камил улы. – Һәр ауылда бер нисә магазин асылып, конкуренция көсәйгәс, беҙ сауҙа нөктәләребеҙҙе яптыҡ. Ғаиләлә өс бала үҫә, уларҙы уҡытырға, тәрбиәләргә кәрәк. Шунлыҡтан мин, башҡа ауылдаштарым кеүек үк, Нижневартовск ҡалаһына аҡса эшләргә киттем. Юл-төҙөлөш ойошмаһына вахта ысулы менән урынлаштым. Монтажлаусы, мастер булып та эшләнем. Ун йыл эсендә нефтселәр һәм газовиктар өсөн йөҙәр километрлап юл һалдыҡ. Линия-монтаж компанияһында үҙ һөнәрем буйынса минең эш хаҡым иң юғарыһы ине. Генераль директорыбыҙ мәрхүм булып ҡалғас, ойошма һүрелде, хатта банкротҡа әйләнде. Мин ул ваҡытҡа тейешле себер стажы йыйған инем, һис икеләнмәйенсә ҡайтып киттем. Был йылдарҙа шәхси хужалығыбыҙ менән ҡатыным шөғөлләнде. Мин вахтанан ҡайтҡан мәлдәрҙә генә уға ярҙам иттем. Тәүҙәрәк бер аҙ тауыҡ көттөк, йомортҡаларын баҙарға алып барып һаттыҡ. Унан һуң һарыҡтар үрсеттек, шулай уҡ итен баҙарҙа һаттыҡ. Ахырҙа малсылыҡтың һөтсөлөк тармағында туҡталдыҡ. Таҙа симменталь тоҡомло, һәр береһе көнөнә 30 литр һәм унан да күберәк һөт биргән һыйыр малын ишәйттек, 15-кә еткерҙек. Таналарҙы тоҡомло үгеҙҙәрҙең орлоҡтарынан ҡасырабыҙ, шәпле быҙауҙарҙы һыйыр итергә һайлап алып ҡалабыҙ. Йәғни, институтта мине нимәгә өйрәттеләр, совхозда эшләгәндә нисек эшләнем – шуларҙың барыһын да шәхси хужалығымда малсылыҡта ҡулланам.”
Ғаиләнең эш көнө йәй көндәрендә таңғы сәғәт бишенсе яртыла башлана. Һөттәрҙе һауып алыу күп ваҡытты алмай, сөнки автоаппараттар ҡулланалар. Аҙнаһына ике тапҡыр баҙарға һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, ҡатыҡ әҙерләп һатырға алып баралар. Уларҙың үҙҙәренең һатып алыусылары - клиенттары бар, көтөп торалар. Өлкән йәштәге ҡала халҡы, һатыусыларҙан ташламалы хаҡ менән һыйырҙың яҡшы сифатлы ағын алып кинәнә, шатлана. Ағы барҙың туғы бар шул! Настя әбей, Миңһылыу апай кеүек һатып алыусылары Мостафиндарҙы үҙҙәренең баҡсаһында үҫкән йәшелсәләре менән һыйлай. Йәй көнө сәғәт һигеҙенсе яртыға уҡ Сибайға килеп етәләр. “Атайсал”, “Һаҡмар” магазиндары алдында ла һатыу итәләр. Элек аҙнаһына өс тапҡыр йөрөгәндәр баҙарға, хәҙер юлдар тотҡарлыҡ яһай.
Мостафиндарҙың хужалығында тәгәрмәсле трактор, малға аҙыҡ әҙерләү өсөн ауыл хужалығы техникалары теүәл. Үткән йыл бесәнде преслай торған машина алғандар. Иген фуражын һәм һаламды йүнләп ауылдағы фермерҙарҙан һатып алалар.
Ғаиләнең өлкән ҡыҙҙары Рәзилә Сибай институтының тарих факультетында уҡығандан һуң, ситтән тороп иҡтисад факультетында ла белем ала. Икеһен дә ҡыҙыл дипломға тамамлай. Сибай педагогия колледжында уҡыта. Тормош иптәше Артур Иҫәндәүләтов та Сибай институтында уҡыған – математик һәм информатик. Ҡайныһының тәҡдиме менән Нижневартовск ЛМК –һында диспетчер булып эшләй. Хәҙер “Башмед” ЯСЙ-һында айтишник. Сибай ҡала дауаханаһында МРТ аппараты сафтан сыҡһа, ярҙам һорап тап Артур Басир улына мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың ғаиләһендә ике ул үҫә. Рушан 11-се класта, Юлдаш беренселә уҡый.
Мостафиндарҙың икенсе ҡыҙы Ләйсән Сосновка ауылында тыуған. Сибай институтының сит телдәр кафедраһында белем ала. Бер йыл Германияла стажировка үтә. Башҡорт һәм рус телдәренән тыш, немец, инглиз телдәрен яҡшы белә. Сит илдәргә осоусы самолеттарҙа стюардесса вакант вазифаһында конкурста ҡатнашып, меңләгән конкурсанттар араһында еңеп сыға. Бортпроводница булып бер йыл эшләгәндән һуң, Өфө спецназында хеҙмәт иткән, Чечен һәм МХО хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусы Рәлиф Рафаэль улы Йәнтүринға тормошҡа сыға. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Арыҫлан - икенсе класс уҡыусыһы, Шамилға дүрт йәш. Ғаиләлә өсөнсө бала – улдары Марсель, Байыш ауылында тыуып үҫкән, УТЭК-ты тамамлағандан һуң вахта ысулы менән эштә.
Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының бер кәңәшмәлә әйткән һүҙҙәре бөгөн дә иҫтә: “Ауылда эшһеҙлек булыуы мөмкин түгел!” Теләк һәм ныҡышмалыҡ булғанда, ауыл халҡының ҡырсылыҡ, малсылыҡ һәм башҡа тармаҡтар буйынса шөғөлләнеүен күҙ уңында тотҡан!
Мостафиндар ғаиләһе үҙҙәренең шәхси хужалығы эшмәкәрлеге менән барыбыҙға өлгө булып тора, ә был хөкүмәт тарафынан хуплана, һаҡлана һәм яҡлана! Алға һәм алға!
Ирек Бикмәтов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Хазина Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.