

Барлыҡ хеҙмәт юлын райондың ауыл хужалығы тармағын һәм үҙидара органдарын үҫтереүгә арнаған, фиҙаҡәр тормошо менән күптәргә үрнәк булған билдәле етәксе, Мерәҫ ауылының ир-уҙаманы Р.Б. Байрамғолов ошо көндәрҙә үҙенең олпат юбилейын – 75 йәшен билдәләй. Ғүмер байрамын Рафаэль Бәҙретдин улы тормош юлында яулаған ҡаҙаныштар, бай тәжрибә, рух ныҡлығы, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡаршылай.
Атаһы Бәҙретдин Фәхретдин улы үткән быуат ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән, туған хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған етәксе була. Ул ауычлда иң тәүгеләрҙән булып колхозға инә, ең һыҙғанып ауыл хужалығын күтәреү эшенә тотона. Колхозда йылҡы, һарыҡ фермаһы мөдире булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь менән ҡалдырыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатыны Мәүҙиғаны дүрт бала менән ҡалдырып, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Немец илбаҫарҙарын тар-мар иткәндән һуң күкрәгенә ордан-миҙалдар тағып, тыуған ауылына ҡайтып төшә һәм йәнә ауыл хужалығын күтәреүгә тотона. Бәҙретдин Фәхретдин улы хужалыҡта ферма мөдире лә, колхоз рәйесе ярҙамсыһы ла булып эшләй.
Мәүҙиға менән Бәҙретдин Байрамғоловтар ун балаға ғүмер биреп, уларҙы илгә терәк булырлыҡ итеп үҫтерә. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, атайҙарына оҡшап балалары ла тыуған төбәгенән ситкә китмәй, ауыл хужалығын күтәреүгә бар көсөн һала. Шулар араһында Рафаэль айырым урынды биләп тора.
Р.Б. Байрамғолов 1951 йылда ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Мерәҫтә башланғыс, Баймаҡта урта белем ала. Армияға саҡырылғанға тиклем Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Әрменән ҡайтҡас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм уны тамамлағас, ошо хужалыҡта зоотехник булып эш башлай. Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. Ярайһы тәжрибә туплаған, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән белгес бер аҙҙан райондың иң эре хужалығы - “Йылайыр” совхозына баш зоотехник итеп тәғәйенләнә.
Был хужалыҡта алты йыл уңышлы эшләгәндән һуң, Рафаэль Бәҙретдин улын 1990 йылда “Таналыҡ” колхозы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең дөйөм йыйылышында уны хужалыҡтың идара рәйесе итеп һайлай. Әйтергә кәрәк, Р.Б. Байрамғолов уға тиклем хужалыҡты етәкләгән Ә.Ә. Ниғмәтуллиндың эшен уңышлы дауам итә, предприятиены төрлө яҡлап үҫтереүгә бар көсөн һала. Ул йылдарҙа “Таналыҡ” үҫемлекселек тармағы буйынса районда иң алдынғыларҙан һанала. Әйтәйек, 1992 йылда иген культураларынан 56100 центнер ашлыҡ йыйып алына, гектар ҡеүәте уртаса 33 центнер тәшкил итә. Киләһе йылына хужалыҡ үҫемлекселектә районда беренсе урынды яулап, күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була, ДТ-75 трактор алыуға өлгәшә. 1994 йылда ла колхоз беренселекте ҡулынан ысҡындырмай.
“Таналыҡ” колхозы малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә лә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Йыл йомғаҡтары буйынса хужалыҡ һәр саҡ призлы урындар алыуға ирешә. Р.Б. Байрамғолов һигеҙ йыл колхоз менән уңышлы етәкселек итә.
Ауыл хужалығы тармағындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рафаэль Бәҙретдин улы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе, төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайлана.
1999 йылда Р.Б. Байрамғолов Мерәҫ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Уға көнкүреш һәм хужалыҡ мәсьәләләрен, социаль әһәмиәттәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонорға тура килә. Ауылға тәбиғи газ үткәреү өсөн уға Баймаҡ – Өфө юлын күп тапарға тура килә. Ниһайәт, 2005 йылда ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етә. Артабан мәктәп газ селтәренә тоташтырыла. Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Ун йылдан ашыу ауыл хакимиәте башлығы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға Рафаэль Бәҙретдин улы.
Тормош юлдашы Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек уңған, алдынғы ҡарашлы ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уларға лайыҡлы белем бирҙеләр.
Барлыҡ ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған, халыҡ хәстәре менән йәшәгән абруйлы ветеранды юбилейы менән тәбрикләп, теләктәрҙең иң изгеләрен юллап ҡалабыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.