Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
28 Мая , 09:55

Абруй-хөрмәт ҡаҙанған ул

Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы үҙенең һөнәри эшмәкәрлегенән тыш — дүрт балаһына һөйөклө әсәй, хәстәрлекле өләсәй һәм уңған хужабикә лә. Уның әүҙем гражданлыҡ позицияһы депутатлыҡ эшендә һәм ҡатын-ҡыҙҙар советының ағзаһы булып тороуында сағыла, йәмғиәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Абруй-хөрмәт ҡаҙанған улАбруй-хөрмәт ҡаҙанған ул
Абруй-хөрмәт ҡаҙанған ул

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Ә ауыл халҡы өсөн уның әһәмиәте айырыуса ҡиммәтле.

27 майҙа Рәсәйҙә китапханалар көнө билдәләнә, ошо уңайҙан Ишбирҙе ауылы китапханасыһы Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы Тләүсинаның һоҡланғыс эшен билдәләп, уға ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре әйткебеҙ килә. Ул китапхана селтәрендә ун алты йыл эш стажы булған ысын профессионал һәм энтузиаст булараҡ абруй яулаған коллегабыҙ.

Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы үткәргән саралар йөкмәткеһенең тәрәнлеге һәм йылы мөхите менән айырылып тора. Был — күңелгә үтеп инерлек әҙәби кисәләр, белем биреүсе китапхана дәрестәре, байрам даталарына арналған осрашыуҙар һәм башҡалар. Уның проекттар буйынса эшләүе ауылдың мәҙәни тормошон байыта һәм бер генә лә мөһим ваҡиға ла уның әүҙем ҡатнашлығы һәм баһалап бөткөһөҙ өлөшөнән тыш үтмәй. Коллегабыҙ ауыл халҡы араһында айырым хөрмәткә эйә. Бигерәк тә ул «Ауылым шәхестәре», «Быуындан быуынға» проекттары өҫтөндә айырыуса яратып, илһамланып эшләй. Шул уҡ ваҡытта төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яуларға ла өлгөрә.

Махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк, күп кенә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ кеүек, Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы ла ситтә ҡалмай. Тыныслыҡ һәм именлек һағында тороусы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙең бөтә әһәмиәтен аңлап, ул ауылда гуманитар йөк йыйыуҙы даими ойоштора һәм унда үҙе лә әүҙем ҡатнаша.

Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы үҙенең һөнәри эшмәкәрлегенән тыш — дүрт балаһына һөйөклө әсәй, хәстәрлекле өләсәй һәм уңған хужабикә лә. Уның әүҙем гражданлыҡ позицияһы депутатлыҡ эшендә һәм ҡатын-ҡыҙҙар советының ағзаһы булып тороуында сағыла, йәмғиәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Хөрмәтле коллегабыҙ Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормошонан йәм табып, ғаиләһе менән гөрләп йәшәүен теләйбеҙ! Китапханасы эше артабан да уға ҡәнәғәтлек килтерһен һәм яңы ҡаҙаныштарға көс-дәрт өҫтәһен!

Светлана Акулинина, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының бүлек китапханасыһы.

 

 

Абруй-хөрмәт ҡаҙанған ул
Абруй-хөрмәт ҡаҙанған ул
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас