Рухиәт
13 Апреля , 12:35

Һәр кемдең үҙ юлы

Яңылышмаһам, ул уны 6-сы кластан уҡ яратып йөрөнө. Быны барыһы ла белде, күптәр көлөп ҡараны. Рөстәм үҙе лә интеккәндер инде был мөхәббәтенән, әммә нишләйһең, йөрәккә ҡушып булмай шул. Шулай тыныс ҡына, ситтән ҡарап-күҙәтеп кенә яратып йөрөнө ул Гөлназды. Тыуған көндәрендә, 8 Март байрамдарында бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡалдырманы. Бер йылы ул Гөлназға ҡат-ҡат итеп урынлаштырылған әллә ниндәй биҙәнгестәр бүләк итте. Рөстәмдең бүләгенә уҡытыусыбыҙ таң ҡалды, тырышҡанһың, ниндәй ҙур бүләк, тип маҡтап алды. Хәҙер уйлайым, әллә күпме аҡса түккәндер Рөстәм шуның өсөн. Әммә Гөлназ ғына битараф ҡалды, бер нимә булмағандай, ярай инде тип, мыҫҡыллы ғына йылмайҙы ла, ҡәҙерһеҙләп сумкһына ташланы. Йүләрлек, тәкәбберлек! Әйтерһең дә, уға бындай бүләкте көн һайын биреп торалар. Барыбыҙға ла Рөстәм алдында уңайһыҙ булды шул саҡта.

Мәктәпте тамамлағанда беҙ класта 27 уҡыусы инек. Сығарылыш кисәһен 3 параллель класс бергә үткәрҙек. Барлығы 55-60 кеше йыйылғанбыҙҙыр. Байрам матур үтте: уҡытыусылар ҡотланы, ата-әсәләр килде, булғаны менән табын ҡороп, йырлап-бейеп үткәрҙек ул кисте. Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта бер аҙ моңһоу ҙа кис бит ул, киләсәкте уйлаған көндәр. Ҡайһы берәүҙәргә сығарылыш кисәһе—оҡшатып йөрөгән кешеһенә хистәрен белдереү өсөн бына тигән мөмкинлек.

Оялсан, һүҙ әйтә башлаһа ла ҡыҙарып-бешеп, тирләп сыға торған Рөстәмебеҙ, үҙенең бәхетһеҙлегенә ҡаршымы, әллә инде киреһенсә—бәхетенәме, тыумыштан тәкәббер, үҙенең танауынан ары бер ни күрергә һәләте булмаған, шаҡтай әсе телле Гөлназға ғашиҡ булғайны. Яңылышмаһам, ул уны 6-сы кластан уҡ яратып йөрөнө. Быны барыһы ла белде, күптәр көлөп ҡараны. Рөстәм үҙе лә интеккәндер инде был мөхәббәтенән, әммә нишләйһең, йөрәккә ҡушып булмай шул. Шулай тыныс ҡына, ситтән ҡарап-күҙәтеп кенә яратып йөрөнө ул Гөлназды. Тыуған көндәрендә, 8 Март байрамдарында бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡалдырманы. Бер йылы ул Гөлназға ҡат-ҡат итеп урынлаштырылған әллә ниндәй биҙәнгестәр бүләк итте. Рөстәмдең бүләгенә уҡытыусыбыҙ таң ҡалды, тырышҡанһың, ниндәй ҙур бүләк, тип маҡтап алды. Хәҙер уйлайым, әллә күпме аҡса түккәндер Рөстәм шуның өсөн. Әммә Гөлназ ғына битараф ҡалды, бер нимә булмағандай, ярай инде тип, мыҫҡыллы ғына йылмайҙы ла, ҡәҙерһеҙләп сумкһына ташланы. Йүләрлек, тәкәбберлек! Әйтерһең дә, уға бындай бүләкте көн һайын биреп торалар. Барыбыҙға ла Рөстәм алдында уңайһыҙ булды шул саҡта.

Һәм сығарылыш кисәһендә шундайыраҡ хәл ҡабатланды. Әммә быныһы бигерәк йәмһеҙ килеп сыҡты. Рөстәм, бөтә батырлығын йыйып, Гөлназдың ҡулына гөлләмә һәм матур открытка тотторҙо. Башҡалар менән донъяһын онотоп бейегән, күңел асып йөрөгән Гөлназ быны бөтөнләй көтмәгән ине булһа кәрәк. Беҙ ҙә нишләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ. Икеһен генә ҡалдырып, ҡырт боролоп сығып китеп тә булмай. Кеше күп, музыка яңғырай, китер урын да юҡ. Рөстәм открыткаға үҙенең шиғырын яҙған икән, ике куплетта бөтә хистәрен аңлатып биргән. Гөлназ уны шунда уҡ, барыбыҙ алдында ҡысҡырып уҡып, мыҫҡылланы. Әй, уңайһыҙланды шул ваҡытта Рөстәм. Бер нимә әйтә алманы. Әллә нисә класс уҡыусылары араһында бит, барыһы ла ишетеп, күреп торҙо, нисек уңайһыҙланмайһың ти.

Егеттәр уны шунда уҡ уратып алып, тынысландыра башланы, иғтибар итмә, гел шулай бит ул, уға кешенән көлөргә генә булһын, тигәнерәк һүҙҙәр әйтеп, нисек булһа ла йыуатырға тырыштылар. Белмәйем, ул саҡта Рөстәм үҙе нимә кисергәндер, әммә күптәребеҙ өсөн ул кисәнең йәме шуның менән бөттө.

Гөлназдың мин-минлегенә тәбиғәттән бирелгән сибәрлеге, матурлығы сәбәпсе булғандыр, ҡурсаҡ һымаҡ ине шул. Биҙәнмәһә лә матур, биҙәнһә—бөтөнләй таң ҡалырлыҡ сибәр. Шуны белеп маһайғандыр инде. Бейеүсе булырға хыялланды. “Ҡалаға китәм дә, сәнғәт институтына уҡырға инәм. Шунан һеҙҙең янға бейергә генә ҡайтҡылармын, концерттарыма йөрөрһөгөҙ”,—ти торғайны. Сығарылыш кисәһендә лә шуны ғына һөйләне. Ә Рөстәмдең ҡайҙа барырын белмәнек тә. Серен сисерлек егет түгел шул, барыһы ла эсендә генә булды.

Гөлназдың ҙур сәхнәлә үҙ урынын табасағына беребеҙҙең дә шиге юҡ ине ул ваҡытта, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине һымаҡ. Әммә, тормош--ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа икән. Өфөгә китһә лә, Гөлназ үҙе теләгән уҡыу йортона инә алманы. Унда сибәрлек һәм саялыҡ, ярайһы ғына бейей белеүең етмәй икән, баш та кәрәк булып сыҡҡан, ә Гөлназ имтихандарҙан үтә алмаған. Сибәркәйебеҙ унда икенсе йылда ла инә алманы. Шунан тәгәрәне ул аҫҡа. Дискотекаларҙа эсеп, өлкәнерәк егеттәр менән сыуала башлағанын беҙгә әсәйҙәр һөйләне.

Был йылдар эсендә тормош төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа ташланы. Ҡыҙҙар кейәүгә сыҡты, егеттәребеҙ өйләнеп, ғаилә ҡорҙо. Күбебеҙҙең бәпәйҙәре тыуғанға, осрашырға ла ваҡыт булманы. Һәм бына, ниһайәт, ун йылдан һуң ғына осрашыу ойоштора алдыҡ. Бөтә сығымдарҙы теге оялсан Рөстәмебеҙ күтәрҙе. Ҡыш бит, тәбиғәткә сығып ултырып булмай тип, кафеға барҙыҡ. Рөстәм алдан бер нисә ҡыҙыбыҙ менән барып, меню һайлаған, өҫтәлдәрҙе билдәләп ҡуйған. Бүлешеп түләйек, тип әйтеп ҡарағайныҡ, риза булманы. “Мин Өфөлә машиналар ремонтлайым, кәрәк булһа, яңынан йыйып бирә алам”,--тип көлдөрҙө. Өйләнгән, ике ҡыҙы бар икән.

Осрашыуға Гөлназ да килгәйне. Минең уны күрмәгәнгә байтаҡ булған. Бер мәл икенсе ҡалаға барып йәшәп тә ҡараған, әммә барыбер кире ҡайтҡан, әле һаман кейәүгә сыҡмаған, һөт магазинында һатыусы икән. Сибәрлеге лә ҡайтҡан, күҙҙәрендә осҡон да юҡ. Их, бәхете үҙ ҡулында ине бит. Рөстәмде кире ҡаҡмаһа, мыҫҡыллап көлмәһә, бөгөн беҙҙең арала иң бәхетле ҡатындырҙың береһе булыр ине. Рөстәм шул тиклем ярата ине бит уны.

Мин Рөстәм өсөн бик шатландым. Тормошта үҙ урынын тапҡан, күңеле лә таҙа ҡалған, йомартлығы ла мулдан. Гөлназ бик үкенәлер инде хәҙер, миңә шулай тойолдо. Әммә һуң инде, һәр кем үҙ юлын һайлаған.

Гүзәл.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас