Рухиәт
13 Апреля , 10:40

Бишек йыры - халыҡ мираҫының биҙәге

"Толпар" балалар баҡсаһынын кескәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре янына  ҡунаҡҡа бишек йырҙары менән өләсәй килде. Ильясова Фирүзә Мөжәүир ҡыҙы уҡыусыларға тәрән белем биргән тәжрибәле педагог ҡына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған ҡәҙерле өләсәй ҙә. Ейәнсәре Сафияның саҡырыуын ихлас ҡабул итеп килеп, һәр сабыйҙың күңеленә йылылыҡ өләште ул. Үҙе гитарала уйнап, моңло тауышы менән бишек йырҙары йырланы. Был осрашыу байрамға әүерелде. Кескәйҙәр ҡушылып йырланы, бейене. Өләсәй күстәнәстәре менән сәй эстек. Йомарт күңелле ҡунағыбыҙ балаларҙы бүләктәр таратып та ҡыуандырҙы" - тине балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Байморатова. Тулыраҡ сайтта:

Башҡорт халҡының йөҙәр йылдар буйына һаҡланып килгән бай мәҙәни мираҫы бар. Шул мираҫтың иң күркәм һәм иң ихлас өлөшө − бишек йырҙары. Халыҡта бишек йырҙары бөгөн дә актуаль, улар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү генә  түгел, ә сабыйҙы тәрбиәләүҙең тәүге аҙымы булған был йолала тәрән аҡыл, оло мөхәббәт һәм киләсәккә ышаныс сағыла. Ул бәләкәстең фекерләү ҡеүәһен, ижади хыялын үҫтереү уңайынан да ҡулланыла.

Бала донъяға килгәндән һуң иң тәүҙә ишеткән ауаз − әсәһенең йомшаҡ тауышы. Бишек йыры − был ауаздың иң матур сағылышы. Әсә балаһын бишектә тирбәтеп, уға үҙенең мөхәббәтен, хыялдарын, өмөттәрен еткерә.

Әлли итер был бала,

Бәлли итер был бала.

Атайына, әсәйенә,

Хеҙмәт итер был бала.

Был йырҙар балаға тыныс йоҡо ғына тәьмин итеп ҡалмай, уның рухи донъяһына тәүге һүҙҙәрҙе, тәүге моңдарҙы урынлаштыра.

Малайҙар өсөн йырҙарҙа уларҙың киләсәктә көслө, батыр, ил һаҡсыһы булып үҫеүенә өмөт ителһә, ҡыҙҙарға арналғандарында матурлыҡ, нәзәкәт, бәхетле ғаилә ҡороу теләге сағыла. Был айырма башҡорт халҡының ғаилә ҡиммәттәренә ҡарашын, ир-егеткә һәм ҡатын-ҡыҙға йөкмәтелгән бурыстарҙы күрһәтә.

Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү тылсымлы сара булған. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле.

Әлли- бәлли итер ул,

Мәктәптәргә китер ул.

Тырышып белем алғас,

Ғалим булып китер ул.

Йоҡла ,балам,йом күҙең,

Йом-йом күҙең, йондоҙом.

Һиндә минең өмөтөм,

Бәхетле бул, күҙ нурым.

Бишек  йырҙарының тағы бер мөһим үҙенсәлеге − уларҙа башҡорт халҡының милли рухы, тарихи хәтере сағыла. Был йырҙар аша бала үҙенең кем икәнен, ниндәй халыҡ вәкиле булыуын тәүге тапҡыр аңлай башлай.

Аллаһыу, аллаһыу,

Кәзәләрҙе тауға ҡыу.

Тауҙан ҡайтһа, ҡырға ҡыу

Ҡырҙан ҡайтһа,һыуға ҡуй.

Аллаһыу, аллаһыу,

Йоҡла, йоҡла, йом күҙең,

Һин бит минең йондоҙом, тип йырлап хеҙмәт тәрбиәһе лә һалынған. Мал-тыуарға ҡарата йылы мөнәсәбәте, малсылыҡ менән шөғөлләнеүенә баҫым яһаған.

Хәҙерге заманда, күп кенә ғаиләләрҙә заманса ысулдар менән балалар ҡаралыуына ҡарамаҫтан, бишек  йыры үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Ул − әсә менән бала араһындағы иң тәүге, иң көслө һәм иң саф мөхәббәт күпере. Был күперҙең ныҡлығынан баланың рухи донъяһы, уның донъяға ҡарашы, үҙ халҡына, туған теленә, ғаиләһенә булған мөнәсәбәте  тора.

Һәр әсә балаһына бишек йыры йырлағанда, ул уға үҙенең күңел йылыһын ғына түгел, ә милләттең йөҙәр йыллыҡ аҡылын милли рухын, гүзәллек тойғоһон, тормошҡа ышанысын да бүләк итә.

Бишек йырҙары балалар баҡсаларында тәрбиә эшендә һәр саҡ ҡурсаҡтарҙы йоҡлатҡанда  ҡулланылып килә.

 “Толпар“ балалар баҡсаһынын кескәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре янына  ҡунаҡҡа бишек йырҙары менән өләсәй килде. Ильясова Фирүзә Мөжәүир ҡыҙы уҡыусыларға тәрән белем биргән тәжрибәле педагог ҡына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған ҡәҙерле өләсәй ҙә. Ейәнсәре Сафияның саҡырыуын ихлас ҡабул итеп килеп, һәр сабыйҙың күңеленә йылылыҡ өләште ул. Үҙе гитарала уйнап, моңло тауышы менән бишек йырҙары йырланы. Был осрашыу байрамға әүерелде. Кескәйҙәр ҡушылып йырланы, бейене. Өләсәй күстәнәстәре менән сәй эстек. Йомарт күңелле ҡунағыбыҙ балаларҙы бүләктәр таратып та ҡыуандырҙы. Ошондай өләсәйҙәр булғанда халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре мәңге юғалмаҫ, юйылмаҫ тигән ышаныста ҡалайыҡ.

                                    Альбина   Байморатова, «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас