Рухиәт
7 Апреля , 14:15

Һуңғы суфый

Әлбиттә, кешене йәмғиәттән айырып япа-яңғыҙ ҡалдырыу өсөн ниндәйҙер ҙур сәбәп кәрәк, был ир-уҙаманын Диуана ҡушаматы күтәреп ауылдан-ауылға йөрөп ятыуын беҙ фараз итеп кенә фекер йөрөтә алабыҙ. Ә бына Әтизем бабайҙы, алдынғы ауылды бысратып йөрөмә тип сыбыртҡы менән ярып, туҡмап сығарған кеше, һуңынан ҡатыны-балаларын юғалтып, үҙе шул ҡәбер өҫтөндә туңып үлеп ҡалыуы осраҡлы хәлме әллә ғибрәтме...

Һуңғы суфый

Был донъяла әҙәм балаһы аңламаған тәбиғәт серҙәре һәм күренештәре менән бер рәттән, төшөнә алмаҫлыҡ сәйер кешеләр, уларҙың ҡылыҡ-фиғелен, эске донъяһын күреп аптырап уйға ҡалаһың. Һүҙем баласаҡ хәтирәләрендә ҡалған һуңғы суфый тураһында.

Нимә ул-суфыйлыҡ. Был һорауға ҡыҫҡа ғына итеп яуап биреп буламы? Тарихсылар, суфыйлыҡ VII-VIII быуаттарҙа аскетизм һәм мистикаға нигеҙләнгән ислам диненең йүнәлеше, тип аңлатма бирә. «Суфый» - һарыҡ йөнөнән баҫылған кейем тип тәржемә ителһә, суфыйҙарҙы ябай тел менән фани донъя рәхәтлектәренән баш тартып, йәне-тәне менән үҙен Аллаһҡа бағышлаған кеше тип аңларға кәрәк. Аллаһы Тәғәләгә бағышлап доға уҡыу, ураҙа тотоу, миссионерлыҡ бурысын үтәү, ислам диненә тоғролоҡ һаҡлау, ә иң мөһиме кешеләргә йән-рух-аҡыл таҙалығы өлгөһө булыу суфыйҙарҙың төп бурысы.

Бала саҡта ауылға, сәйер бер кеше килә торған ине. Ул гелән Исмәғил олатайым йортона килеп инеп китер ине. Олатайым Өмөтбай ауылында колхоз ойоштороусы, коммунистар партияһының идеяларын тормошҡа ашырыусы ир-уҙаманын был сәйер мосафир менән нимә бәйләне икән? Күгиҙел ауылынан мәғариф ветераны апайым Сәриә Исмәғил ҡыҙы: “Һарыҡ йөнөнән һуғылған оҙон бишмәт кейгән, башына сәллә ураған “бабай” ишектән үтеү менән доға ҡылыр ине, атайым хөрмәт менән түргә әйҙәр, тәмләп сәй эсерҙәр ине. Унан һуң дин тураһында әңгәмә, боронғо китаптар уҡып фекер алышыу башлана. Мосафир Ҡуһаил тауы, Һаҡмар буйына сығып төрлө дарыу үләндәрен йыйып шкаф башында бер аҙ киптергәс, тоғона тултырып икенсе тарафтарға юлға сығып китер ине”,- тип хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Беҙ – ауыл балалары, оҙон кейем кейгән, тоҡ аҫҡан Әтизем ҡушаматлы кешенән ҡурҡа торған инек, был тойғоно әсәйҙәр тәрбиәүи сара итеп оҫта ҡулланды:Тыңламаһаң, ана Әтизим бабайҙың тоғона һалып ебәрәм!” “Ҡуян ат ултырта” тип әйтеүҙәре иң шаян малай-шалайҙарҙы ла шундуҡ тәртипкә баҫтыра, тынысландыра ине. Әтизем бабайҙың атлап барған саҡта ла сүрә уҡып, ваҡ таш сүпләр булған. Ул ваҡытта был ҡылығын диндән алыҫ торған кешеләр диуаналыҡ сифаты тип ҡабул итеп Диуана ҡушаматын да таға. Хәҙер мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең Ғәрәфәт тауында таш ташлап шайтандарҙы ҡыуыу йолаһы барыбыҙға, хатта кес кенә балаларға ла мәғлүм. Тимәк, был бәндә шайтандарҙы ҡыуып кешеләрҙе төрлө зәхмәттәрҙән аралап йөрөгән! Коммунизм тәғлимәтенең иң көслө осоронда ла ислам динен барлығын иҫкәртеп- киҫәтеп йөрөгән был Аллаһ бәндәһе

Әйткәндәй хәҙер ҙә, Әтизем исеме ҡушамат булып, икенсе төрлө (алдынғы) фекерләп, төрлө хужалыҡ ҡорамалдары уйлап тапҡан кешеләргә ҡарата әйтелеүе һаҡланып ҡалған. Тарихсы Зәкирйән ағай Әминев һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға еткермәү мөмкин түгел: “Бер ваҡыт Баймаҡ автовокзалында билет алғас, шығырым тулы залда буш урынды күреп барып ултырҙым да, күрше ултырған сәйер бер бабайҙың ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙауына ҡолаҡ һалдым. Тәүҙә буш лығырҙау кеүек тойолған һүҙзәрҙең, Руми, Хафиз, Омар Хәйәмдең дүрт юллыҡ шиғырҙары икәнен аңлап иҫ-аҡылым китте! Бабайға һүҙ ҡушып ҡараным, тик ул минең менән һөйләшеүҙе кәрәк тип тапманы, тороп китте. Шул ваҡытта бабайҙы таныным, ул атайыма килеп йөрөй торғайны. Атайым мосафирҙы ашата, эсерә һуңынан йөк автомашинаһына ултыртып Баймаҡҡа илтеп ҡуя ине. Бер ваҡыт был мосафир килгәс йүгереп инеп атайыма: “Теге Диуана килгән!”- тигәнемә, атайым ныҡ көйҙө. “Тағы бер шул һүҙеңде ишетһәм ҡолағыңды бороп алам” тигәне хәтергә төштө. Әллә бабай ҙа шул һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрҙөмө икән? Атайым: “Бөйөк Ватан һуғышы алдынан суфыйҙар күп ине”,- тигән ине”.

Әйткәндәй, был зат тураһында һораша башлағас, Зәкирйән ағайҙан үҙенә генә хас итәғәтлек менән: “Ә, һуңғы суфый тураһында яҙырға уйлайһыңмы?”-тигәне, мәҡәләмдең атамаһы булды ла инде. Сибай педогогия училищеһының 3-сө курсында уҡыған ваҡытта, йәкшәмбе киске автобус менән Баймаҡ автовокзалына килеп етеүебеҙгә, күҙ асҡыһыҙ буран башланды, Сибайға автобус рейстары туҡтатылды. Вокзал хеҙмәткәрҙәре барыр урыны булмаған ете-һигеҙ студентты йәлләп, вокзалдың уң яҡ залын асыҡ ҡалдырҙы. Йәшлектә буран ни ҙә, ямғыр ни – шаярабыҙ-көлөшәбеҙ, арабыҙҙа дуҫлашып йөрөгән егет менән ҡыҙ ҙа бар. Төн уртаһы еткәс, вокзал ишеге асылып китте лә, бер бабай килеп керҙе. Йәштәр тәүҙә шымып ҡалһа ла, аҙаҡ уйын-көлкө һүҙ дауам итте. Теге бабай ҙа бер аҙ йылынып алғас, ипләп кенә әйтеп егеттең тубығында ултырған ҡыҙҙы әҙәпкә саҡырҙы, шунан тоғон асып кәнфит-бауырһаҡтарҙы ашъяулығына теҙҙе. Туң майға бешкән бауырһаҡтарҙың тәмле еҫе бар бүлмәне тултырҙы. Шул саҡта ғына беҙ асығыуыбыҙҙы тойҙоҡ. Шул бауырһаҡтарҙың еҫе һәм тәме әле лә хәтеремдә. Әсәйҙәр әйткән “Әтизем тоғо”нан тәмле ризыҡтарҙы ашап ҡарамаһам, бәлки, һаман да ҡурҡып йөрөр инем.

Таң тыуғас юл асылды, беҙ йәштәр автобустан урын алдыҡ, ә сәйер бабай вокзал бүлмәһендә ултырып ҡалды, уны һуңғы тапҡыр күреүем шулай булды. Ул ваҡиғанан 31 йыл үткәс, был бабайҙы суфыйға тиңләп мәҡәлә яҙырһың тиһәләр, ышаныр инемме икән? Борон замандарҙа башҡорттарҙа “күсер” (телепорт) кешеләр булған имеш. “Күсер”ҙәрҙе әле бында күрәләр, әле Баймаҡта? Аптырарлыҡ бит был. Бөрйән “күсер”е бигерәк етеҙ булған, күҙ асып йомғансы, Өфөгә барып етә алған тип бәйән итә урындағы легенда. Бәлки, ат ҡыуыусыларҙы–күсер (урыҫса- кучер) тип юҡка ғына атамайҙар, күрәһең. Әтизем бабайҙың да күсер һәләте булғанын ишеткәнем бар. Баймаҡҡа китеп барған шофер автомашинаһына Әтизем ҡартты ултыртмай үтеп киткән, ҡалаға барып еткәс, теге бабайҙы күреп шаҡ ҡатҡан, имеш.

Әлбиттә, кешене йәмғиәттән айырып япа-яңғыҙ ҡалдырыу өсөн ниндәйҙер ҙур сәбәп кәрәк, был ир-уҙаманын Диуана ҡушаматы күтәреп ауылдан-ауылға йөрөп ятыуын беҙ фараз итеп кенә фекер йөрөтә алабыҙ. Ә бына Әтизем бабайҙы, алдынғы ауылды бысратып йөрөмә тип сыбыртҡы менән ярып, туҡмап сығарған кеше, һуңынан ҡатыны-балаларын юғалтып, үҙе шул ҡәбер өҫтөндә туңып үлеп ҡалыуы осраҡлы хәлме әллә ғибрәтме... Әлбиттә уҡыусыларым ул кеше кем булған, тыуған төбәге ҡайҙа тип һорар. Был һорауға тулы яуабым да бар, тик был Аллаһ бәндәһенең балалары, туғандары рөхсәтенән тыш мәғлүмәттәрҙе бирергә намыҫ ҡушмай. Йомғаҡлап шуны ғына әйткем килә, коммунистик ҡоролош аҙымлап түгел, саҡрымлап алға барған дәүерҙә, динем тип донъяның барлыҡ рәхәтлектәренән баш тартып, мосафир-дәрүиш рәүешендә тормошто һайлаған был бисара йән кешелек гонаһтарын күтәреп йөрөмәнеме икән?..

Айҙар Мәжитов, Темәс” башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәге етәксеһе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас