Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
13 Март , 19:20

Йырым ҡайтһын илемә

-Шул тәтәй ҡыҙ башыңды утҡа тыға балам, Шәһиәхмәтем. -Ул түгел икәнен, әсәй белеп тораһың бит, уның атаһы беҙҙең һөйөүҙе хуп күрмәне. Ҡыҙын, һоратып ҡараным, ҡаршы булды. -Эйе, улым, тиңһенмәне шул. Атайың «ристан» тип мыҫҡыл итеүе инде! Хәҙер бына мәлдән файҙаланып, һинең башыңды ашай.. -Ҡуй, әсәй улай алдан күрәҙә итмә. Мин алла бирһә, имен аман ҡайтып төшөрмөн. Тик доғаңдан айырма...

Йырым ҡайтhын илемә

Тарихи хикәйә

Бына Шәһиәхмәткә Аҡмәсет өсөн һуғышҡа китергә бойороҡ та килеп төштө. Сапҡынсылар уны, Ырымбур губернаторы Перовский әфәнденең үҙ ҡултамғаһы ҡуйылған ҡағыҙ төргәген Шәһиәхмәттең ҡулына тотторҙылар һәм бойороҡтоң тапшырылыуына старшинанан ҡултамға ҡуйҙырып, кире кантон үҙәгенә саптылар. Шәйәхмәттең алыҫ һәм ҡурҡыныс сәфәргә тәғәйенләнгәнен ишеткән әсәһе хәлһерәп, аяҡтары тотмай ергә сүкәйҙе. Шәһиәхмәт йүгереп килеп, әсәһен аяғына баҫтырҙы.

- Әсәй, улай уҡ бөтөрөлмә инде. Бирешмә, миңә лә алыҫ юлға сығып китеүгә ауыр буласаҡ бит.

- Эй, улым-улым! Шул, Ҡотләхмәттең ҡыҙы тип, иҫең китте бит. Бәлә килерен, күңелем һиҙә ине. Әйттем бит, онот, шул Фатиманы тип. Бына тигән ҡатының бар, балаң бар. Эй…й.

- Әсәй, йөрәгемә мин хужа түгел шул. Үҙем дә аңлап етмәҫ тойғолар, хистәр таша күңелдә, яратам мин ул Фатиманы, инде ни хәл итәһең.

-Шул тәтәй ҡыҙ башыңды утҡа тыға балам, Шәһиәхмәтем.

-Ул түгел икәнен, әсәй белеп тораһың бит, уның атаһы беҙҙең һөйөүҙе хуп күрмәне. Ҡыҙын, һоратып ҡараным, ҡаршы булды.

-Эйе, улым, тиңһенмәне шул. Атайың «ристан» тип мыҫҡыл итеүе инде! Хәҙер бына мәлдән файҙаланып, һинең башыңды ашай..

-Ҡуй, әсәй улай алдан күрәҙә итмә. Мин алла бирһә, имен аман ҡайтып төшөрмөн. Тик доғаңдан айырма.

-Шул ҡәһәр һуҡҡан һуғышҡа сәбәп табып, бармай ҡалып булмаймы? Үҙең дә ҙур ғына һәм абруйлы ла түрә түгелме ?

-Юҡ, әсәй, Ҡотләхмәт кантон ул көндө мине атай киткән себергә һөрәсәк. Һөйәктәрем шул һыуыҡ илдә серегәнсе, һуғышта ысын ир булып үлермен. Етмәһә, мин хәрби кеше, Рәсәйгә тоғро хеҙмәт итергә ант биргәнмен. Улым Шәһәрғәзегә, туғандарыма, илемә ил батыры тигән ғәйәр исемем ҡалыр. Аллаһы Тәғәлә ярлыҡаһа, уның ҡөҙрәте менән дан яулап ҡайтырмын. Уның ихтиярында минең яҙмыш. Үҙемә яҙған үлемде, икенсе кеше яурынына һалып, гонаһ алып, оҙаҡ йәшәрменме мин, әсәй?

- Эй, атайыңды әйтәм, бер гонаһһыҙ көйө себер китте шул. Ҡалай итәһең, маңлайына яҙылған яҙмышмы, кеше хөсөтөмө – әрәм иттеләр.

- Йә, ярай, улым, мин, киленем Ҡәмбәргә юлыңа ашамлыҡтар әҙерләшәйем.

Фатима әбей илай-илай килене Ҡәмбәр эргәһенә ашыҡты. Шәһиәхмәт ярҙамсыһын саҡыртып алды ла, юлға әҙерләнергә ҡушты. Ҡулына ҡәләм алып, Фатимаға хат яҙа башланы, тик яҙып бөтмәне, ат сабып килеүен ишетеү, уны был ниәтен ҡалдырып торорға мәжбүр итте. Был ике туған ағаһы Мөхәмәтғәли Иҫәнгилде улы икән.

- Әссәләмғәләйкүм, старшина Шәһиәхмәт ҡустым.

- Вәғәләйкүмәссәләм, табиб ағам Мөхәмәтғәли.

Хәл-әхүәл, ғаилә, йорт-ҡура, мал-тыуар хәлен белешкәс, туғандар тураһында ентекләп һорашып, барыһын да барлағас төп борсоған донъя хәленә күстеләр.

- Мөхәмәтғәли ағай, һуңғы ваҡытта мин кантон тирмәһенән алыҫлаштым, ә һин йышыраҡ унда булаһың, ошо хәрби сыуалыш нигә кәрәк булды әле ул ?

- Коканд ханлығы Рәсәйгә тынғы бирмәй, ил ситен йыш үтеп инә, шулай булғас, тирә-йүндәге халыҡҡа тыныс йәшәүгә мөмкинлек юҡ. Беҙҙең гөбөрнатор Перовский Акмәсет ҡәлғәһен алһа, тыныслыҡ киләсәк йәнәһе.

- Тик ни өсөн беҙҙең башҡортҡа көсөн һала ?

- Быныһы инде, мин һәм һин хәл итер мәсьәлә түгел. Түрәләр уйы һәм эше.

- 1839-ың көҙөн иҫләйһеңдер, күпме башҡорттоң башы ятып ҡалды тикмәгә, туңып, асығып үлеп бөттөләр.

- Эйе, онотоп буламы ни инде ул Хиуа тигән походты. Ярай ҡустым, бындай уйҙарыңды минән башҡа кеше ишетмәһен. Артыҡ нәмә һөйләмә, былай ҙа башың утҡа ингән, Ҡотләхмәт кантонды һине ҡалдырайыҡ, тип күндереп булманы. Сөнки мин үҙем дә походҡа эләгәм, минең хәрби табиб яҙмышым шулай.

- Бергә буласаҡбыҙмы ни, ҡалай шәп ?!

- Эйе, ләкин мин алғы һыҙыҡта түгел, ә ялан дарыуханаһында булармын инде ул.

- Ә шулай ҙа күңелгә ниндәйҙер тыныслыҡ һибелә. Эргә-тирәңдә туғаның булыуы барыбер нисектер үҙеңде ышаныслы итә.

- Ярай, ҡустым, был һүҙҙәреңә рәхмәт, мин дә ҡайтып, юлға йыйынайым, һине лә тотҡарларға ярамай. Ә... иҫемә төштө, гөбөрнатор Василий Алексеевич Перовскийҙең тәржемәсеһе Искәндәр Батыршин икән, мин уны яҡшы беләм. Һинең турала форсат табып, һөйләшеп алырмын. Йә, хуш.

- Хуш, Мөхәмәтғәли ағай. Минең өсөн изгелектәрең күп булды, Аллаһы Тәғәлә именлек-һаулыҡ бирһен һиңә.

- Амин, үҙеңә лә шуны теләйем.

Иртәнге көндө таң менән үҙенең бер нисә ауылдаш һыбайлы казактары менән Шәһиәхмәт юлға сыҡты. Фатима әбей өйҙә ҡалған улдары, килене Ҡәмбәр һәм ейәне Шәһәрғәзе менән илашып, оҙатып ҡалды.

...Байтүрә менән Шәһиәхмәт яр буйында ултыралар. Шәһиәхмәт шиғыр яҙа ла Байтүрәгә уҡый, унан йырлай. Байтүрә ҡурай менән ҡушыла.

- Байтүрә һинең ҡурайҙа уйнау оҫталығы минең өсөн ҡыуаныс та йыуаныс та.

- Рәхмәт, Шәһиәхмәт, ләкин һин дә насар уйнамайһың. Тик һиңә етеп булмаҫ, һин сәсән бит. Етмәһә, көй ҙә сығараһың.

- Күңелгә илһам тулһа, йыр үҙенән-үҙе килә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың, тик бына ҡайһыһы онотола. Яҙып өлгөрөргә ваҡыты юҡ, үҙең беләһең.

- Эйе, бынау кокандсылар тынғы бирмәйҙәр, ҡәһәрләрең.

- Һиңә генә асылам, дуҫым, улар бит иленең бер мөйөшөн юғалтты, ә ниндәй әһәмиәткә эйә ул порт Аҡмәсет!

- Әй, үҙҙәре лә ғәйепле, ни өсөн сит илгә баҫҡынсылыҡ эшләйҙәр?!

- Ярай, беҙ еңеүселәр, порт хәҙер Аҡмәсет түгел, ә Перовский. Ә беҙгә ил ситен һаҡларға ҡушылған, тимәк, антҡа тоғро ҡалып, беҙ үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ, хеҙмәт итәбеҙ.

- Тик хәүефле бит әле был хеҙмәт, ана һин дә саҡ яраңдан терелдең, имен-аман тыуған илгә ҡайтһаҡ ине тимен.

- Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ҡулында, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, һиңә һөйөнөстө әйтергә теләйем. Минең үтенесте лә үтәһәң шәп булыр.

- Йә-йә, тиҙ бул, һөйөндөр, Шәһиәхмәт, ҡыуандыр ҡыуаныслы булһа!

- Мине тағы Арал буйына ебәрәләр, ә һине, дуҫ, ҡайтаралар.

- Нимә? Нимә тиһең! Ҡабатла, ҡолағыма ышанмайым, ысынмы?

- Эйе, дуҫ, һин тыуған илебеҙгә ҡайтаһың, иртәгә ғәскәрҙе теҙеп, губернатор бойороғон белдерәсәктәр. Мин шуны белдем, штабта. Искәндәр ағай миңә әйтте. Штабҡа саҡыртып алдылар. Арал буйына отрядҡа башлыҡ итеп ебәрәләр икән.

- Ә һине нишләп ҡайтармайҙар? Әйтәм, йөҙөң берсә тоноҡ, берсә асылып китә, йырлауыңда үтә моңһоу.

- Мөхәмәтғәли ағайымды күрҙем, ул минең ҡолаҡҡа шыбырланы, миңә әлегә рөхсәт юҡ.

- Ә нисек һағындым илемде, әсәйемде, ҡустыларымды, дуҫтарымды, улымды һәм …

«Ҡыҙыл ғына сәкмән, лампас салбар,

Ятҡа ҡаршы менеп сабам туры атҡа.

Атайсалды ҡайтып бер күрә алһам,

Ирешәр инем эй, раббым, моратҡа.

Шәһиәхмәт шулай тип, йырлап ебәреүгә Байтүрә ҡурай менән ҡушылып та китте.

- Э-э-э, ҡарале Шәһиәхмәт, һин тағы ике йән эйәләре исемен әйтеп, еткермәнең.

- Кемдәрҙе?

- Ҡәмбәриә еңгәйҙе, тағы берәүҙе.

- Уныһы кем икән һуң?

- Йә, ярай дуҫым, тиһең, кем арҡаһында ошо ҡомлоҡта ыҙа сигәһең икәнен беләм бит инде. Фатиманы һағынаң.

- Эйе, ул миңә көс, ғәйрәт, дәрт һәм илһам өҫтәй, уны уйлаһам күңелгә шиғыр тула, ул йыр булып урғылып сыға. Хатта төшөмә керә.

- Күреп торам, йырҙарҙа Ҡәмбәр тип йырлайһың, ә күнелеңдә, шиғыр юлдарыңда Фатима.

- Бына шуға ла, һинең ҡайтырыңды белгәс, йырҙарымды ишеттерә һалайым, иртәгә айырылышабыҙ, ә һин, дуҫ, ошо йырҙарымды, хаттарымды һәм шиғырҙарымды алып ҡайт, туғандарым ишетһен, дуҫтарым белһен, Фатима белһен.

«Һыр буйҡайынан сыҡҡан саҡта,

Беләккәйҙәрем талды ишкәндә.

Ултыра ла торғас көйләп алам

Йорт, илдәрем иҫкә төшкәндә.

Һандуғастар һайрар, ер түгел,

Кәкүк тә генә саҡырыр ил түгел.

Илама ла, Ҡәмбәрем, ай, илама,

Йүгереп тә ҡайтыр ер түгел …»

- Бына быныһы дөп-дөрөҫ, был ерҙәрҙә һандуғас та ҡош түгел, кәкүк тә юҡ исмаһам. Ә Фатимаға мин еңгәйҙең исеме урынына Фатима тип әйтермен, һин риза булһаң, Шәһиәхмәт.

- Ух, шулай шаян да, шуҡ та булмаһаң һинең менән дуҫ булмаҫ инем, бәлки. Мин риза.

- Һе, булды улай булғас. Ярай, һөйөнөс би-и-и-к шәп булды, ҡыуандырҙың Шәһиәхмәт дуҫ, бына ҡанатым булһа ошо урында осоп ҡайтып етәр инем, Ирәндекте тултырып, һинең йырыңды көйләп ебәрер инем, бөтә Урал тауы тыңлар ине лә, шаулар ине. Ә бит мин дөрөҫ уйлағаным булып сыға, Фатима тимәк.

- Ярай икеһенә үҙ исемдәре менән әйтеп ишеттерерһең. Имен-аман ҡайтып ет.

Байтүрә тиҙ арала егеттәрҙе йыйырға ҡушып, сираттағы һаҡта торған казактарға әмер бирҙе. Улары бик оҙаҡ көттөрмәй йүгерешеп килеп тә еттеләр. Был егеттәрҙе ул үҙе табып, дуҫлашып та алған ине, сөнки күбеһе үҙе кеүек ҡурайсылар, араһында оҫта йыраусыларҙа бар. Күңелһеҙ бер көйөрәк үткән хеҙмәт көндәрен үҙҙәренсә биҙәп, ҡурай уйнап, йыр йырлап, мәҙәктәр һөйләшеп ултыралар. Ләкин бындай минуттар бик һирәк була шул, сөнки әленән-әле кокандттарҙың көтмәҫтән һөжүмдәре тынғылыҡ бирмәй, биҙәтә ине.

Байтүрәнең бөгөнгө кеүек саҡырыуын түҙмәй көтөп алалар. Шуға күрә кемдәр рейдтан азат булып, казармала ҡалғандар Шәһиәхмәттең казармаһы янына ашыҡты. Тағы шуныһы, урыҫтарҙың аҙнаның етенсе көнөндә казактарға бер аҙ ял итерлек мөмкинлек биреүе, Шәһиәхмәт һәм Байтүрә эргәһендә күмәкләшеп ултырырға форсат аса ине.

Урыҫ офицерҙары менән Шәһиәхмәт бик иркен аралаша һәм улар былай йыйылышҡан казактарҙың йырлашып, бейешеп һәм көлөшөп ултырыуҙарына ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй ине. Бер аҙ көнләшеп тә алалар, ҡайһылары «Вот молодчины башкирята», тип хуплап та ҡуя. Шәһиәхмәттең йырлағанын тыңлап торғандары унан ни тип йырланың, тип һорашалар. Ҡайһы бер урыҫ казактары башкорттарға ҡушылып бейеүгә төшә. Шәһиәхмәт бер урыҫтан бейеү көйөн отоп, Байтүрәгә көйләп күрһәткәс, ул бик тиҙ генә уйнап та ебәрҙе. Отҡор шул үҙе. Шул көйгә дәртле урыҫтар түҙмәй бейемәйсә ҡалмай. Ул көндәрҙә казарма зыҡ ҡуба, тағы балалайка ла уйнаусы урыҫтар ҡушылып китә. Сәмле ярыштар ҙа булып ала. Кем арымай оҙаҡ бейей ала, урыҫтармы йәки башҡорттармы, тик ҡурайсылар һәм балалайкасы ғына арығас, туҡталырға мәжбүрҙәр. Ә Йосоп тигән ҡурайсы Василий тигән казак артынан ҡалманы, Шәһиәхмәт аша балалайкала уйнарға өйрәнергә теләүен белдерҙе. Өйрәнде бит егет! Ә Василий ҡурайҙа ярайһы уҡ һыҙғырта, урыҫтарҙың еңел бейеү көйҙәрен уйнай ҙа ала башланы. Тик айырылышыу көндәре лә етте… Был турала егеттәргә Байтүрә хәбәр иткәс, йыйылған казактарҙың кеменең күҙе йәштәре сыҡты, кемдәре бер-береһен ҡосаҡлап ҡыуаныштылар. Бер аҙҙан бөтәһе лә тынысланғас, Бәйтүрә һүҙ башланы.

- Егеттәр, тынысланығыҙ әле. Әйтер һүҙем бар... Эйе, ҡыуаныс ҙур, шатбыҙ, тиҙҙән тыуған илебеҙ ҙә туғандарыбыҙ һәм ғаиләбеҙ менән осрашырбыҙ Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән. Бөгөн, был бәхет бөтәбеҙгә лә тәтемәй, шуны белегеҙ.

Халыҡ ҡапыл тын булды. Кемде был бәхет урап үтә икән тип һағайып ҡалдылар.

- Тынысланығыҙ, йәмәғәт, барығыҙ ҙа ҡайтаһығыҙ, -- тип һүҙгә Шәһиәхмәт ҡушылды.

- Ә кем ҡайтмай һуң ?

- Шәһиәхмәтте ҡайтармайҙар, ул иртәгә Арал буйына юл ала. Ә беҙ ҡайтып китәсәкбеҙ, ул бер нисә егет менән бында ҡала.

- Ә ҡасан ҡайтаралар?

- Билдәһеҙ.

- Шуға йәмәғәт, мин бөгөн һеҙҙе хушлашыу кисәһенә саҡырттым, -- тине Байтүрә. Унан йыйылғандарға Байтүрә һүҙен дауам итеп, -- Әммә шундай үтенес, Шәһиәхмәттең шиғырҙары һәм йырҙары бар, отоп алығыҙ. Илебеҙҙә сәсәнебеҙ имен-аман ҡайтып етеүгә улар халҡыбыҙға мәғлүм булып, ятланһын һәм йырсылар йырлаһын ине.

- Әйҙүк-әйҙүк, ундай изге теләкте мотлаҡ үтәрбеҙ. Тик, йырла ғына Шәһиәхмәт!

- Бөгөнгөләй йыйылыштар, уйын-көлкөләр күңелһеҙ көндәребеҙҙе йәмләндереүҙә һинең һәм дуҫың Байтүрәнең арҡаһында булды бит. Оҙон көндәр һәм төндәр ҡыҫҡа тойолдо.

- Рәхмәт, дуҫтар, -- тине лә Шәһиәхмәт йырлап ебәрҙе.

Алыҫтарҙан ай күренә,

Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.

Ниҙәр генә ай күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы.

- Эй, афарин, Шәһиәхмәт!

- Беҙҙе, башҡорт ир-егетәрен маҡтап, данланың түгелме шул! Рәхмәт төшкөрө!

Ҡылыс ҡына ҡайрар

ташлы ерҙә

Былбыл ғына һайрар

ер түгел :

Уралымдан кәкүк

саҡырала ни

Мин Сибайың,

ҡайтыр ир түгел

А-һа-һа-аййй!

ҡайтыр ир түгел.

- Бошонма, Шәһиәхмәт, һин түҙемле һәм батыр икәнеңде беләбеҙ. Яраланып, хәлең бик хөрт ваҡытта ла бирешмәнең. Һин дә ҡайтып етерһең, тип ышанабыҙ, шуны теләп ҡалабыҙ.

- Ә беҙгә күпме ярҙамың тейҙе, Шәһиәхмәт, бер ҙә оноторлоҡ түгел. Ихлас отоп алырбыҙ, шулай уҡ илдә йырсыларға еткерербеҙ, үҙебеҙ йырларбыҙ, ҡурай ҙа уйнарбыҙ. Шулай, йыйылған халыҡ йырсыны һәм уның йырҙарын тәбрикләп шау-гөр килеп алды.

Шәһиәхмәт йырлап арый башлағанын тойоп, Байтүрә еңел көйҙәргә төшөп, бейеү көйҙәрен һыҙҙырып ебәреүгә, ҡыуаныстары баштан ашҡан йәшерәк егеттәр бейергә төшөп китте. Унан һалмағыраҡ көйҙәр яңғырауға өлкәнерәктәр ҡушылды. Байтүрәне тәүҙә Йосоп алмаштырҙы, унан башҡалар. Һәм барыһы ла тамам арып, тиргә батып ергә сүктеләр.

- Йә, егеттәр, һеҙгә лә, миңә лә бик оҙаҡ оҙон юлға сығырға кәрәк, йоҡлап ял итеп алайыҡ.

Шәһиәхмәт менән барыһы ла ҡосаҡлашып һау буллашты. Иртәгәһенә, Ырымбур губернаторы бойороғон тыңлап торған мәлдә, Шәһиәхмәт күптән алыҫ сәфәрҙә юлда ине инде.

Йыла ла ғына табан саған сана

Аралдарҙан елә Аралға

үҙем үлгәс,

Йырым йырлап ҡайтһын,

Атым-санам ҡайтһын Уралға.

А-һа-һа-аййй!

Ҡайтһын Уралға...

Сабит Утарбаев.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас