Ҡәйнәнең күҙ йәше
Күҙ йәшен яулыҡ сите менән һөртә-һөртә, Зәлифә баҡса яғына китте. Күңеле тулған һайын бында килә ул. Кеше-фәлән юҡ, тыныс урын. Йән әрнеүҙәрен баҫырға теләп, ҡайын янында ултыра торғас, еңел булып китә. Ул ҡайындың береһен Зәлифә килен булып төшкән йылды ҡәйнәһе ултыртҡан. Нишләп ҡайын һайланы икән? Ҡайын—ҡайғылы ағас, тиҙәр бит. Шундай матур, зифа ағас ҡайғылы булырға тейеш микән ни? Ҡайында ҡара таптар ҙа бар шул... Икенсе ҡайынды, ҡырҙан алып ҡайтып, Зәлифә үҙе ултыртты. Ҡайындар парлы, шөкөр, ул ултыртҡан да матур ғына үҫеп китте. Мансур менән Зәлифәгә генә парлы йәшәп, балаларын бергә үҫтерергә насип булманы. Әллә ҡәйнәһе лә, яңғыҙ ҡалһын тип, һыңар ҡайын ултыртты микән? Улай тиһәң, насар йәшәмәнеләр ҙә кеүек...
Зәлифә көтөп алынған, алдан барып һорап алған килен булманы шул. Шулай тура килде инде. Ҡәйнәһенең дә, башҡа туғандарының да үҙҙәре теләгән, хәлле кешеләрҙең ҡыҙын алып, рәхәтләнеп йәшәгеләре килә ине лә бит. Зәлифә лә үҙе менән рәхәтләнеп йәшәйһе килгән егетте һайлаған ине. Тик һайлап ҡына теләгеңә ирешһәң икән ул. Әсәһе: “Өйлән инде, улым”,—тип аптыратҡас, Мансур өйләнергә булды. “Кемгә өйләнәһең һуң?”—тип һорағас: “Кемде алып ҡайтам, шуға риза булырһың”,—тине.
Әсәләренең һүҙен тыңлап, башта теге хәлле ғаилә ҡыҙына бара ул. Уныһы: “Әллә тилерҙеңме. Мин үлһәм дә һиңә сыҡмайым. Бар, кеше күргәнсе, һыпырт бынан”,—тип ҡыуып ебәрә. Ҡыҙҙың атаһы ла сыҡҡас, Мансур: “Бына күрерһегеҙ, мин бөгөн барыбер өйләнәм”,—тип тракторын шарт ҡыбыҙып, китеп бара. Шул кистә ул, беҙ аҙ эскән килеш Зәлифәләрҙең ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай ҙа, ҡаршы сыҡҡан ҡыҙға: “Мин һине алырға килдем, әйҙә, йыйын, унда беҙҙе көтөп торалар”,—ти. Егеттең уйы ҡайһы тирәлә йөрөгәнен самалаған ҡыҙ башта икеләнде. Әле бит Зәлифә ул саҡта ситтән тороп уҡырға ла ингән ине. “Уҡыуыңды дауам итерһең, ҡаршы килмәм”,--тигәс, ризалашып, Мансурҙың тракторына ултырып китте. Ҡаушап төшкән әсәһе, күҙ йәштәрен һөртөп, оҙатып ҡалды. Ауыл егете бит, ни булһа ла. Ҡыҙы ситкә китер, тип ҡурҡып йәшәгән әсәгә һәйбәт кенә булды.
Зәлифә яратҡан егете Әмир менән айырылышыуҙы ауыр кисерҙе. Уны оноторға теләпме, артыҡ ялындармай ғына ризалашты ла. Ҡыҙҙар шулай бит, кешегә насар булһын тип, үҙҙәренә үкенес яһауҙары тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
Ҡапҡа төбөнә һуңлап ҡына ҡайтҡан трактор тауышына, был тағын һалғандыр инде, тип борсолоп ҡаршы сыҡҡан Камила апай, трактор кабинаһынан төшкән Зәлифәне күргәс, ҡолап китә яҙа. Был бит ул алдырырға йөрөгән ҡыҙ түгел. Шулай булһа ла: “Ярай, үҙегеҙ беләһегеҙҙер. Унда аш бешкән”,—тип, өйгә лә инмәй, күршеләренә инеп илай.
Бысраҡ ваҡыт, көҙ көнө. Йәш килен иртә менән иҙәндәрҙе йыуып сығара. Шул арала аяҡ кейемен сисмәй, өйгә ҡәйнәһенең һеңлеһе Маһинур килеп инә.
-Бөтә ауыл Мансур Зәлифәгә өйләнгән икән, тип һөйләй. Ярар, бәйғәмбәрҙәрҙән ҡалған эш, хәйерле булһын тип, өҫтәл эргәһенә килеп ултыра. Һынап, киленде күҙәтә. Зәлифәнең кейәүгә барып ҡайтҡанын да, Әмир менән йөрөп алғанын да белә ул.
Мансур менән арыу ғына йәшәй башланылар. Зәлифә бар эште белеп эшләй, белмәгән бер эше лә юҡ. Ире менән дә һәйбәт кеүек. Ашты малайына ҡәйнә алдан уҡ һоҫоп, ҙур яҡҡа индереп бирә. Рәхәтләнеп ашаһын. Кистәрен: “Бар, рәхәтләнеп ял ит, клубҡа бар”,—тип, уны өйҙән сығарып ебәрергә тырыша. Әйтерһең, бында Зәлифә юҡ. Береһендә килен түҙмәй: “Ҡәйнәм, нимәм оҡшамай һуң? Эшләгән аҡсамды биреп торам, өйҙә ат урынына эшләйем. Нишләп шул тиклем ен урынына күрәң һин мине?”—тип илай. Ҡәйнәһенең: “Эште сыуаш ҡатыны ла эшләй, эшләмәйсә ярарға кәрәк”,—тигән яуабын ишеткәс, шаҡ ҡатып ҡала, ни әйтергә лә белмәй. Ҡәйнәнең туғандары ҡайтһа, килен алдында һөйләшеү юҡ. Йыйынып, юғары остағы Маһинурҙарға менеп, һөйләшеп, сәйҙәр эсеп ултыралар ҙа, ҡунаҡтары шунан уҡ китә.
Ә Зәлифә бит уларҙы яҡты йөҙ менән, табындар ҡороп ҡаршы ала. Ҡунаҡтар янына үҙенекеләрҙе лә саҡырғыһы килә. Юҡ шул. Дөрөҫ, әсәһе килә, уныһына шөкөр. Йортта ҡәйнә һүҙе—закон, “сам хозяин, сам хужа” тип, өҫтәл һуғырға ла күп һорамай.
Тамуҡҡа ингән шайтан кеүек, ғүмер шулай уҙа. Зәлифә бала саҡтан уҡ ҡаршы һүҙ әйтергә өйрәнмәгән. Нисек кенә булһа ла, тағын айырылып ҡайтырға теләмәй ине. Аллаһтан сабырлыҡ һорап йәшәй. Кеше араһында “насар торалар” тигән һүҙ ҙә сығарғыһы килмәй. Эше лә шулай шул, кеше менән эшләй торған. Уның үҙенә кәңәш һорап киләләр, ул үҙе кешеләрҙең тормошон яйларға тырыша. Балалар тыуғас, уҡыу ҙа онотола. Ул саҡта декрет ялы—56 ғына көн. Ярай әле, балаларҙы ҡәйнә ҡарай. Бер ваҡыт йәй көнө эштән ҡайтып инһә, ҡәйнә малайын айырылырға өгөтләп ултыра. “Әсәй, балалар бар бит”,—ти тегенеһе. “Булһа ни, үҫерҙәр. Һеҙ үҫтегеҙ бит, һуғыш ваҡыты түгел”,—ти.
Зәлифә башта аптырап ҡала. Унан һүҙҙе уйынға борорға теләп, шаярып әйткән кеүек кенә: “Әсәй, йәшәйек әле матур ғына. Беҙ айырылышырға ҡауышманыҡ”,--тине. “Ярай,--ти ҡәйнә.-- Аллаһ айырһын!”
Балалар һәйбәт кенә үҫеп, тормоштары бөтәйеп киткәс, Камила ҡарсыҡтың теләге ҡабул булды. 50-һе лә тулмаған улын оҙаттылар. Бында ла ҡәйнә бөгөлөп төшмәне. “Ярар, мин 26 йәшемдә ҡалдым әле. Ирһеҙ бала үҫтереүҙең ни икәнен белер!”—ти. Бындай һүҙҙәрҙе әйтергә ниндәй йөрәк кәрәк!
Ҡәйнәһенең ғүмер буйына ауыр һүҙҙәрен ишетеп йәшәгән Зәлифә улдары өйләнеп, килендәре булһа, уларға бер ҡасан да ауыр һүҙҙәр әйтмәҫкә, тормоштарына ҡыҫылмаҫҡа, тип һүҙ бирҙе. Ике малайҙың береһе башҡа сыҡты, кесеһе йортта ҡалды. Баштараҡ Зәлифә быға һөйөнөп бөтә алманы, бергәләшеп гөр килешеп йәшәнеләр. Ейәндәрен дә бик һөйөнөп көтөп алды. Бала табыу йортонан ҡайтыуға, йыуындырҙы, үҙе менән мунсаға алып барҙы. Килен дә эшкә сыҡты. Зәлифә бала ла ҡараны, аш-һыу ҙа әҙерләне. Сығып, һыйырын да һауҙы. Ул саҡта подгузниктар юҡ ине әле, бала кейемдәрен дә үҙе йыуҙы.
Яҡшы йәшәгәнгә ҡыуанып, әллә үҙенең күҙе тейҙе инде. Икенсе малай тыуғас, Алһыу нисектер үҙгәрә башланы. Бешергән ризығын да ашамай, көндәр буйына һөйләшмәй йөрөй. Килене сәй эскәндә янына сығып ултырһа, эсә торған сәйен дә ҡалдырып, тороп китә. “Әсәй” тигән һүҙе юҡҡа сыҡты. Ярай ҙа, уныһы мәжбүри түгел, өндәшмәй йөрөгәненә генә йөрәк әрней.
Зәлифә бер ҡасан да үпкәләй белмәне. Ҡайһы саҡта телевизорҙан матур йыр ишетһә, уның да инеп ҡарағыһы килә. Тик залға сығып ултырыуға, килен тороп китә. Бик ауыр була шул саҡта. Ул бит сирле түгел, Аллаһҡа шөкөр, биш ваҡыт намаҙына тәһәрәтен алып, йыуынып-таҙарынып тора. Ауырып алғайны ла, терелде бит, доғалары ярҙам иткәндер. Кемгә үпкәләһен инде, уның өсөн кем өҙөлөп тора. Бала саҡта әсәһе лә шулай, берәй нәмәгә асыуы килһә, аҙналар буйы өндәшмәй ине. Киленгә бер тапҡыр: “Нишләп өндәшмәйһең?”—тигәс, “Нишләп бәйләнәң миңә, әллә талашҡың киләме?”—тип кенә ҡысҡырҙы. Бер ергә барырға булһалар ҙа әйтмәйҙәр. “Ҡайҙа бараһығыҙ?”—тиһә, ишектән сыҡҡанда дорфа ғына: “Белмәй ҡалдың”,--тип ҡуя. Донъя бит, ни булмаҫ. Ғаиләнең ҡайҙа киткәнен белмәгәс, йән тыныс түгел шул.
Ҡайһы саҡ туғандары, таныштары нишләп телефонығыҙҙы алмайһығыҙ, тип үпкәләйҙәр. Нисек алһын, Алһыу килен һүндереп ҡалдыра бит уны. Был хәлдәрҙе улына әйтмәй Зәлифә, эше былай ҙа ауыр. Улар бит үҙ-ара насар йәшәмәйҙәр. Үткән йылдарҙа диңгеҙгә, ял йорттарына ла барҙылар. Зәлифә уларҙың тормошо өсөн һөйөнөп кенә тора. Ейәндәре бер үк тигеҙлектә үҫһен. Уның инде ғүмер көҙө. Тамағы--туҡ, өҫтө бөтөн, ошо һаулығы менән йәшәһә, риза. Ауырлыҡ менән көн күргән, йә иҫерек балалары менән йәшәгән кешеләр ҙә бар бит. Шөкөр, былай тормоштары тыныс. Кеше күҙенә ҡарап, тилмереп ятырға ғына яҙмаһын.
Юҡ, Зәлифә киленгә рәнйемәй. Ул бит ейәндәренең әсәһе, уға рәнйеһә, Алла һаҡлаһын, ейәндәргә лә төшөүе бар. Инде намаҙ һайын ғаилә йылыһы һорай ул, Алһыуҙың элеккесә: “Әсәй, әйҙә, сәй эсәбеҙ, сыҡ”,—тип әйтерен ишеткеһе килә. Нимә булғанын белә алмай шул, был тиклем нәфрәтләнерлек, дошман күрерлек ниндәй генә гонаһы булды икән. Әйтһә, исмаһам, белер ине. Уға ғына түгел, өләсәһе эргәһендә йөрөгән улына ла ҡырын ҡарай бит килен.
Бөгөн тағын яңы ғәйеп: “Аяғыңды йыуған һыуҙы туалетҡа түкмә, унда ҡуйған әйберҙең еҫен бөтөрәһең”,—тип асыуланды. Аяҡты йыумайса тәһәрәт алып булмай бит. Тышта йыуырға һалҡын әле. Ҡартлыҡ та бар шул.
Ҡайын төбөндә оҙаҡ ултырҙы ул. Кейемдәренең еүешләнеп бөткәнен дә һиҙмәгән. Әллә ҡайын да уның хәлендә микән, әллә уның да йәштәре тамамы? Ҡасандыр һыуын алған булғандар ахырыһы, ябылмаған туҙы араһынан һыуы ла һарҡып тора. “Инде төҙәлмәҫлек яралар бирмә, Раббым”,—тип, Зәлифә ауыр ғына урынынан ҡуҙғалды.
Р. Хөснетдинова.