Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Март , 21:05

Батый әбей

Магазиндан сыҡҡас, үҙе гел йөрөгән юлдан түгел, өйҙәр аша үтергә булды, унда ел ныҡ түгелдер, тип уйланы. Ҡар бөртөктәре өйөрөлөп, буран башланып тора ине, әбей аҙымын ҡыҙыулатты, тиҙерәк йылы өйөнә ҡайтып етергә кәрәк. Пирожныйҙар менән тәмле эҫе сәй эсеүен күҙ алдына килтереп, шәп-шәп атлап килгәндә, ул подъезд эскәмйәһендә ултырған утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатынды һәм һыуыҡтан ҡалтыранған, этен күкрәгенә ҡыҫҡан бәләкәс ҡыҙҙы күреп ҡалды. Ҡатын нимәгәлер бик борсоулы ине. -Тапҡандар урамда йөрөргә ваҡыт, ниндәй әсәйҙәр китте хәҙер, балаларын да йәлләмәйҙәр,--тип һуҡранып үтеп китергә уйлағайны, йәш ҡатындың илауы күңеленең ниндәйҙер ҡылын тартып, туҡтарға мәжбүр булды. -Нимәгә шул тиклем илайһың, берәү үлгәндәй,-тигәйне, ҡатын тағы ла нығыраҡ иларға кереште.

Батый әбей үлергә йыйынып бөткәйне инде. Ысынлап та, был яҡты донъяла уға нимә бар? Бер үҙе өс бүлмәле фатирҙа йәшәй, ни балалары, ни ейән-ейәнсәрҙәре юҡ, һикһән йәшенә етеп, өйөндә бер йән эйәһе булғаны юҡ. Нимәгә кәрәк ул эт-бесәй, донъя бысратып, тамаҡ ашауҙан башҡаны белмәйҙәр.

Һикһән йәшенә етеп, Батый әбей бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булманы. Юҡ, ир-егеттәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы ул, тик әбейҙең ҡырыҫ холҡона түҙә алмай, ҡасыу яғын ҡаранылар.

Элекке әхирәттәре менән утыҙ йыл тирәһе элек ирешеп-талашып, ҡатышмай, күршеләре менән аралашмай. Әгәр инде аралашарға тура килһә, бер ниндәй йылы һүҙ әйтеү юҡ, улар тураһында нимә уйлай, шуны бәреп әйтә. Шуға күрә күршеләре лә уны урап үтергә тырыша. Подъезда хатта уның исемен берәү ҙә иҫләмәй, Батый әбей тиҙәр һәм тик 42-се фатирҙан икәнен генә беләләр. Ә ысын исеме Фатима уның.

Яҡшы тормоштан түгел инде уның шундай булыуы. Әсәһе уны 41-се йылда тапҡан, атаһы ул ваҡытта мобилизацияланған була, ҡыҙын бер тапҡыр ҙа күрмәй, 42-се йылда Сталинградта вафат була. Әсәһе яңғыҙ үҫтерә. Ауыр, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡыты (Фатима, әлбиттә, уларҙы иҫләмәй), һуғыштан һуңғы йылдар эҙһеҙ үтмәй.

Әсәһе уға 17 йәш тулғанда мәрхүмә була. Донъяла бер ниндәй ярҙамсыһыҙ-яҡлаусыһыҙ бер үҙе ҡала. Аллаға шөкөр, атаһынан, хәрби офицерҙан, фатиры ҡала. Яңғыҙлыҡтанмы, әллә холҡо шундай булғанғамы, уның күңеле ҡата, бер кемде лә йәлләмәй, уйлағанын тура бәреп әйтеп, кеше менән талашырға әҙер.

Урамда февраль айы. Бөгөн иртәнсәктән алып күк йөҙөн болот ҡаплап алған, сатнама һыуыҡ, елле көн.

-Буран сығыр ул,--тип үҙ алдына һөйләнеп алды Фатима, күккә ҡарап. Магазинға бара һалырға кәрәк, шәкәр бөткән икән, шуны ла онотоп йөрөгәнмен, --тип үҙен әрләп алды ла, кейенеп, сығып китте.

Йылы подъездан урамға сыҡҡас, һыуыҡ ел былай ҙа йоҡа пальтоһы аша үтеп, тәне зымбырлап китте. Шулай ҙа магазинға барырға кәрәк, шәкәр үҙе килмәҫ, былай ҙа ваҡ-төйәк алырға кәрәк буласаҡ.

Магазинда Фатима аҙыҡ-түлек һалынған арбаһын дөрөҫ ултыртмаған кеүек күренгән һәм уның юлын ҡаплаған бер ҡатын менән телгә килеште. Бынан уның кәйефе күтәрелеп китте һәм кәрзинәһенә, алырға планлаштырылған аҙыҡ-түлектән тыш, әҙерәк кәнфит, бер киҫәк колбаса, пирожныйҙар һалып алды.

Магазиндан сыҡҡас, үҙе гел йөрөгән юлдан түгел, өйҙәр аша үтергә булды, унда ел ныҡ түгелдер, тип уйланы. Ҡар бөртөктәре өйөрөлөп, буран башланып тора ине, әбей аҙымын ҡыҙыулатты, тиҙерәк йылы өйөнә ҡайтып етергә кәрәк.

Пирожныйҙар менән тәмле эҫе сәй эсеүен күҙ алдына килтереп, шәп-шәп атлап килгәндә, ул подъезд эскәмйәһендә ултырған утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатынды һәм һыуыҡтан ҡалтыранған, этен күкрәгенә ҡыҫҡан бәләкәс ҡыҙҙы күреп ҡалды. Ҡатын нимәгәлер бик борсоулы ине.

-Тапҡандар урамда йөрөргә ваҡыт, ниндәй әсәйҙәр китте хәҙер, балаларын да йәлләмәйҙәр,--тип һуҡранып үтеп китергә уйлағайны, йәш ҡатындың илауы күңеленең ниндәйҙер ҡылын тартып, туҡтарға мәжбүр булды.

-Нимәгә шул тиклем илайһың, берәү үлгәндәй,-тигәйне, ҡатын тағы ла нығыраҡ иларға кереште.

Ысынлап та, бер аҙна элек төҙөлөштә уның ире үлеп ҡалған икән. Ҡәйнәһе уны һәр саҡ яратмаған, тик улы арҡаһында ғына түҙгән булған. Баланы ла йөрөп тапҡан әйткән, улыныҡы тип һанамаған һәм улы вафат булғас, ҡыуып сығарған.

Фатима, әлбиттә, яңы таныштарын йәлләне, тик күңелендәге ҡатылығы һәм яңы тойғо—йәлләү тойғоһо көрәшә башланы. Шул ваҡытта һыуыҡтан ҡалтыранған бәләкәй эт, йәлләгәндәй, ҡыҙҙың битенән күҙ йәшен ялап алғас, уның күңеле йомшап, ҡарар ҡабул итте.

-Тәәк, иламағыҙ, әйҙәгеҙ миңә, һуңынан аңлашырбыҙ, баланы бындай һыуыҡта тоторға ярамай,--тине Фатима һәм шунда уҡ үҙенең шулай тип әйтеүенә йәне көйҙө, әммә күңеле төбөндә үҙе әлегә аңламаған ошо изге ҡылығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде.

Фатирында ят кешеләрҙең булыуы, аяҡ аҫтында йүгергән эткә ныҡ йәне көйһә лә, Фатима күрһәтергә тырышманы, Нәйләгә хужалыҡ буйынса нимәнең ҡайҙа булыуын күрһәтте лә, үҙенең бүлмәһенә инеп бикләнде.

-Фатима апай, мин ҡоймаҡ ҡойҙом, сәй ултырттым, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ,--тигәйне Нәйлә, ҡарсыҡ йылмайып ебәрҙе. Ҡайһылай күңелгә май һымаҡ үтеп инде шул һүҙҙәр. Ҡоймаҡты ла әллә нисә йылдар буйы ашағаны юҡ, үҙе өсөн генә ике-өс ҡоймаҡ ҡойоп торғоһо ла килмәй торғайны. Майлап икмәк, сыр—бына уның иртәнге ашы.

Был көн тиҙ үтте. Иртәнге сәйҙән һуң Нәйлә ваҡ-төйәк әйберҙәрен, Кәримәнең китаптарын һәм уйынсыҡтарын алырға тип ҡәйнәһенә китте. Шунан магазинға барып, аҙыҡ-түлек алып ҡайтты.

Нәйлә төрлө йорт эштәре менән булышҡансы, Фатима Кәримә менән яҡыныраҡ танышты. Бик тыныс, аҡыллы, тәртипле бала икән. Әсәһе уйынсыҡтарын алып ҡайтҡас, Кәримә әбейҙе улар менән таныштырып сыҡты, һуңынан әкиәт уҡыны.

Үҙенә ҡарата бындай иғтибарҙы Фатима әбей егерме биш йыллап тирәһе, пенсияға сыҡҡаны бирле, тойғаны юҡ ине. Һаман үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәне. Хатта эт тубығына менеп ятҡас та көймәне, уны һыйпап ҡуйҙы.

Фатиманың тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе, хатта үлергә йөрөүен дә онотто. Нимәгә үлергә, эргәһендә кеше бар, яңғыҙы түгел, көндәре элекке кеүек күңелһеҙ үтмәй. Нәйлә ваҡытлыса йәшәп торор өсөн фатир эҙләп маташты, тик уның эш хаҡына ярарлыҡ фатир табылманы. Ә Фатима әбей, төндәрен йоҡларға ятҡас, уларҙы үҙ ғаиләһе тип күҙ алдына килтереп, гел генә шулай булһын ине, тип хыялланды.

Ике аҙна һиҙҙермәйсә генә үтеп тә китте. Нәйлә был өлкән, талапсан, уҫал ҡатын менән уртаҡ тел тиҙ тапты. Әммә, үҙенең һаман да фатир таба алмауынан уңайһыҙланып, һөйләшеп ҡарарға булды.

-Фатима апай, миңә һеҙҙең менән был турала һөйләшеүе лә уңайһыҙ. Тик мин үҙемә яраҡлы фатир таба алмайым, минең өсөн бик ҡиммәт. Һеҙҙе лә мәшәҡәтләгем килмәй, индек тә, йәшәп тик ятабыҙ. Бәлки, мин фатир тапҡансы, берәй бүлмәгеҙҙе биреп тороһоғоҙ, мин түләр инем. Һеҙҙә буш йәшәүе уңайһыҙ булып китте.

Көтөлмәгән был һүҙҙәрҙән Фатима әбей диванға ултыра төштө, тамағына үпкә һүҙҙәре килеп тығылды. Аҡса, имеш, нимә уйлап тапҡан. Ул, асыулы һүҙҙәрен әйтергә тип ауыҙын асты ла, туҡтап ҡалды. Күҙ алдынан яңғыҙ тормошо һәм иғтибар һәм хәстәрлек менән сорналған бергә йәшәгән ошо ике аҙна үтте. Юҡ, үткәндәргә кире ҡайтаһы юҡ, үлергә генә ҡала.

-Балам, мин һеҙҙе ҡотҡарҙым тип уйлайһығыҙмы?—тип һораны ул бер төктәгә төбәлеп,--юҡ, һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙ. Мин элек йәшәмәгәнмен дә икән, ундай тормош буламы. Ә һеҙ Кәримә һәм Аҡтырнаҡ менән ысын тормошҡа минең күҙемде астығыҙ. Мине ташламағыҙ инде, дүрт стенала мин яңғыҙым нисек йәшәрмен. Ниндәй аҡса ти, йәшәгеҙ, фатир эҙләп маташма. Мин, әбей булһам да, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырышырмын.

Нәйлә илап ебәрҙе, әбей уны ҡосаҡлап, башын күкрәгенә ҡыҫты: “Ҡыҙым, барыһы ла яҡшы буласаҡ, бына күрерһең, илама”,--тине.

Бүлмәгә йүгереп Кәримә, уның артынан Аҡтырнаҡ килеп инде:

-Өләсәй, әсәй, ҡарағыҙ әле, мин һеҙҙе һүрәткә төшөрҙөм,--тине ул һәм Фатима әбейгә балалар ҡулы менән эшләнгән альбом бите тотторҙо. Унда етәкләшеп торған ике ҡатын, ҡыҙыҡай һәм эт төшөрөлгәйне. Аҫтына өләсәй, әсәй, мин һәм Аҡтырнаҡ, тип яҙылған.

Фатима ҡарсыҡ ҡалтыранған ҡулдары менән һүрәтте алды, уның күҙ йәштәре альбом битенә төштө. Был ҡыуаныс, еңеллек һәм киләһе тормошҡа өмөт тулы йәштәр ине.

 

Автор:
Читайте нас