Әкрәм Әғзәм улы 1946 йылдың 16 февралендә Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының “Агрономия” факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда баш агроном булып башлай. 1970 йылда ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары итеп эшкә саҡырыла. Биш йылдан ярайһы тәжрибә туплаған етәксегә “Таналыҡ” колхозын етәкләү ышанып тапшырыла.
1982 йылдан Әкрәм Ниғмәтуллин эре ауыл хужалығы предприятиеһы - “Сибай” совхозына директор итеп тәғәйенләнә. Ике йылдан инде ул иген фабрикаһы – Ленин орденлы “Йылайыр” совхоз-техникумы директоры итеп үрләтелә.
Хужалыҡ итеүҙең бөтөн баҫҡыстарын лайыҡлы үткән, үҙен алдынғы ҡарашлы етәксе итеп танытҡан Әкрәм Әғзәм улы 1990 йылда Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылда Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.
1995 – 2006 йылдарҙа “Сибай элеваторы” ААЙ-һы директоры булып эшләй.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ә.Ә. Ниғмәтуллин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына, “СССР-ҙың мәғариф отличнигы” билдәһенә лайыҡ була. 1993 – 1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Советы ағзаһы итеп һайлана. Уның хөрмәтенә район хакимиәте бинаһна
Барлыҡ ғүмерен тыуған төбәгенә арнаған, хаҡлы абруй яулаған, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып танылған Ә.Ә. Ниғмәтуллин тураһында уның менән бер осорҙа эшләгән, төбәкте үҫтереүгә үҙҙәренең лайыҡлы өлөшөн индергән билдәле етәкселәр үҙҙәренең йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Салауат Мөхәмәтшин, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың комсомол секретары, матбуғат һәм хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре:
-1969 йылда яңы ғына Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған Әкрәм Ниғмәтуллинды беҙҙең колхозға баш агроном итеп эшкә ебәрҙеләр. Әкрәм Әғзәм улы тәүге көндәрҙән үк теоретик белемен практикала ҡуллана ла башланы. Мин ул саҡта колхоздың комсомол ойошмаһын етәкләй инем. Йәш белгес баҫыусылыҡта элекке ҡалыптарҙан айырмалы рәүештә сәсеү әйләнешенә үҙгәрештәр индерергә батырсылыҡ итте, ерҙәрҙе уңдырышлы итеүгә тәүге аҙымдарын яһаны. Агрономға беркетелгән иҫке генә “Иж” мотоциклында миңә уның менән бергә сәсеү, ураҡ осорҙарында игенселәр янында йыш булырға тура килде.
Шуныһы үҙенсәлекле, Әкрәм Әғзәм улы эшләй башлаған тәүге көндәрҙән үк колхозсылар менән уртаҡ тел тапты, һәр кем менән йылы мөнәсәбәттә булды. Шуға күрә лә уны хөрмәт иттеләр. Йәш белгестең алдынғы ҡарашлы булыуы, ең һыҙғанып эшләүе уның эш һөҙөмтәләрендә сағылыш тапты. Ҙур караптың диңгеҙҙә йөҙөп килгәне әллә ҡайҙан күренгән кеүек, Ә.Ниғмәтуллиндың эшен район етәкселеге мәлендә күрҙе һәм икенсе йылында уҡ уны ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләнеләр.
Тәүге хеҙмәт юлын данлыҡлы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда башлаған Әкрәм Әғзәм улының артабанғы хеҙмәт юлы һәм яҙмышы ҡотло, бәрәкәтле һәм сағыу булды, тип һис арттырмайынса әйтергә мөмкин. Агрономдан колхоз рәйесе, совхоз директоры һәм район хакимиәте башлығы вазифаларына тиклем үрләгән Ә.Ниғмәтуллин үҙен оҫта етәксе итеп күрһәтте, шул уҡ ваҡытта ябайлығы, эскерһеҙлеге арҡаһында райондың билдәле шәхесе булыуына өлгәште.
Сибай элеваторы директоры булып эшләгән осорҙа колхозыыбыҙҙың арҙаҡлы ир-уҙамандары Х.Һ. Халиҡовты, Р.Ә. Сәйетовтың һәм Ғ.Һ. Рәхимовтың Хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен үткәреүҙә яҡындан тороп ярҙам итте, сығыш яһаны.
Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин ысын мәғәнәһендә хеҙмәт кешеһе, халҡын яратҡан, Кеше тигән бөйөк исемгә лайыҡ ир-азаматтарҙың береһе булып ҡалды. Ундай шәхестәр бер ҡасан да онотолмай.
Рафаэль Байрамғолов, билдәле хужалыҡ һәм урындағы үҙидара органдары ветераны, Хеҙмәт даны ордены кавалеры:
-Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда баш агроном булып эшләгән осорҙа мин Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый инем. Ауылға ҡайтҡанда, хужалыҡта производство практикаһы үткәндә йәш белгесте йыш күрә инем. 1975 йылда Мерәҫ бригадаһы был хужалыҡтан айырылып, “Таналыҡ” колхозы итеп ойошторолдо һәм мин хеҙмәт юлымды ферма мөдире булып башланым. Шул йылдан алып 1982 йылға тиклем Әкрәм Әғзәм улы беҙҙең хужалыҡ менән етәкселек итте.
Әйтергә кәрәк, ул ысын мәғәнәһендә колхозға яңы һулыш өрҙө. Төп тармаҡтарҙы үҫтереү буйынса етди һынылыш яһалды, яңы һауын гурттары, колхозсылар өсөн йорттар төҙөлдө, матди-техник базаны яңыртыу буйынса күп эшләнде. Ә.Ниғмәтуллин Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы менән килешеү төҙөп, улар беҙгә ауыл хужалығы кампаниялары осоронда ҙур ярҙам күрһәтте. Малсылыҡта эштәр гөрләп алға китте: 120 баш һыйырҙан мал һаны 500-гә етте. Баҫыусылыҡта мал аҙығы етештереүгә ҙур иғтибар бүленде, һөҙөмтәлә ит-һөт етештереү артты, бер нисә йылдан хужалыҡ симменталь тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ предприятиеһына әүерелде.
Хеҙмәт кешеһенә ул осорҙа иғтибар ҙур булды. Тап Әкрәм Әғзәм улы эшләгән ваҡытта күп кенә колхозсылар юғары наградаларға лайыҡ булды, хужалыҡ инде бер нисә тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе” булып танылды.
Тупланған бай тәжрибәһен Ә.Ниғмәтуллин артабан “Сибай” һәм “Йылайыр” совхоздарында ла тормошҡа ашырҙы. Был хужалыҡтарҙың күрһәткестәре ҡырҡа күтәрелде, иген, малсылыҡ продукцияһы етештереү артты. Ул осорҙа “Йылайыр” хужалығында 11 мең баш һыйыр малы, 40 меңдән ашыу һарыҡ аҫралды. Был предприятиеның иген етештереүҙәге иң юғары һөҙөмтәгә ирешкән ваҡыты 1986 йылға тура килә – тап шул йылдарҙа бында Әкрәм Әғзәм улы етәкселек итте.
Кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлде, йәш белгестәрҙе һәр саҡ күтәрмәләне, уларға ышаныс күрһәтте. Абруйлы, исеме республикала билдәле етәксе булһа ла, Әкрәм Ниғмәтуллин һәр саҡ ябай, ярҙамсыл, кешелекле ине.
Илшат Ситдыҡов, билдәле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты:
-Мин ул осорҙағы данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумында уҡыған ваҡытта 1984 йылда Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин хужалыҡҡа директор булып килде. Һәм тәүге көндәрҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотондо, хужалыҡ ҡайнап торҙо. Уҡыу йортоноң комсомол ойошмаһы секретары булараҡ, мине лә предприятиеның эшенә ныҡлап йәлеп иттеләр. Эре хужалыҡтың һәр бүлексәһендә булып, беҙ, йәштәр, ундағы ауыл хужалығы кампаниялары осоронда ҙур ярҙам күрһәттек, ҡайҙа ебәрәләр, шунда эшләнек. Әкрәм Әғзәм улы йәштәргә һәр саҡ ышаныс белдереп, беҙгә ҙур өмөт бағлай ине һәм уны аҡларға тырыштыҡ.
Уҡыу йортон тамамлағас, хужалыҡ етәкселеге мине Октябрь бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләне. Унда 3 йыл самаһы эшләү осоронда Ә.Ниғмәтуллиндың ярҙамы менән бүлексәне иң алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәштек: малсылыҡта тоҡомло таналар үҫтереү яйға һалынды, иген культураларынан уңыш алыу артты һәм 1986 йылда беҙ ашлыҡты гектарынан 37,7 центнер йыйып алдыҡ.
Ауылда мәктәп, хужалыҡ эшсәндәре өсөн 12 йорт төҙөлдө һәм иҫкеләренә ремонт яһалды, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар йүнәлтелде. Техника өсөн йылы һарайҙар, малсылыҡ келәттәре төҙөлдө.
Артабан инде Әкрәм Әғзәм улы мине совхоздың Байыш бүлексәһенә идарасы итеп тәғәйенләне. Бында ла уның оҫта етәкселегендә байтаҡ эштәр бойомға ашырылды. Бер аҙҙан уның беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләргә насип булды.
Шуныһы үҙенсәлекле, Әкрәм Ниғмәтуллин хужалыҡ производствоһының барлыҡ өлкәләрен яҡшы белгән, береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған, бер үк ваҡытта хеҙмәт кешеһенә етди иғтибар бүлгән, ауылдарҙы йәшәйешен үҫтереүгә күп көс һалған етәксе булды. Ул совхозды етәкләгән йылдарҙа Күлтабан, Покровка, Октябрь, Комсомол ауылдарныда мәктәптәр төҙөлдө, Урал бүлексәһенән башлап башҡа бүлексәләргә эре һыу үткәргес һалынды. Әлбиттә, хужалыҡтың матди-техник базаһын яңыртыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды, иң тәүҙә беҙгә яңы К-700 тракторҙары, “ДОН” комбайндары килде һәм улар хеҙмәт алдынғыларына, атап әйткәндә, үҙ эшенең ысын оҫталары булып танылған Риза һәм Рәшит Яхиндарға, Борис Фроловҡа һәм Аврар Сафинға бирелде.
Хужалыҡ производствоһы менән бер рәттән, Әкрәм Әғзәм улы мәҙәниәтте, спортты, башҡа өлкәләрҙе бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырманы, һәр саҡ ярҙам итте, аҡса бүлде, кадрҙар менән тәьмин итте. Ул йылдарҙа төрлө саралар, байрамдар, Яңы йыл байрамдары, тройкалар конкурстары гөрләп үтте.
Район Советы рәйесе һәм артабан район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, Ә.Ә. Ниғмәтуллин йылдар дауамында туплаған бай тәжрибәһен төбәкте үҫтереүгә һалды. Әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа ҡалала һәм районда социаль, мәҙәни, мәғариф объекттары төҙөү буйынса ҙур эштәр бойомға ашырылды. Атап әйткәндә, иң тәүҙә Иҫке Сибайға һәм Баймаҡ ҡалаһына тәбиғи газ килде, районда мәктәптәр, төрлө объекттар, Баймаҡта яңы автостанция, һалым хеҙмәтенең яңы бинаһы, һаҡлыҡ банкы һәм башҡалар файҙаланыуға тапшырылды.
Әкрәм Әғзәм улы районды үҫтереүгә бар көсөн, оҫталығын һалды, ул йылдарҙа беҙҙең төбәк иген, һөт һәм ит етештереү буйынса республикала алдынғы урындарҙан төшмәне. Һуңынан Сибай элеваторында директор булып эшләгәндә лә тыуған төбәген онотманы, ауыл хужалығы кампаниялары осоронда райондың колхоз-совхоздарына һәр саҡ ярҙам күрһәтте. Тап ул етәкләгән йылдарҙа элеваторҙа тәүге сәнәғәт тирмән комплексы файҙаланыуға тапшырылды.
Ә.Ә. Ниғмәтуллин Башҡортостан Республикаһы Юғары Советына ике саҡырылыш депутат итеп һайланды, хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.. Ҙур абруйға эйә етәксе булһа ла, ул һәр саҡ кеселекле, ябай, ярҙамсыл, тыуған төбәге һәм халҡы өсөн йән атҡан шәхес ине. Әкрәм Әғзәм улының хеҙмәт һәм ғүмер юлы барыбыҙ өсөн дә үрнәк булып тора һәм уны халҡыбыҙ онотмай, һәр саҡ күңел түрендә һаҡлай.
Хәлит Сөләймәнов, билдәле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре:
-Әкрәм Әғзәм улының минең ауылдашым, данлыҡлы яҡташым һәм райондың арҙаҡлы шәхесе булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Ул минең хәтерҙә хеҙмәт юлында ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән етәксе, әммә шул уҡ ваҡытта ябай, шаян һәм мәрәкәсел кеше булараҡ һаҡлана.
Яҡташым бер ҡасан да тыуған төйәген онотманы. Беренсе Этҡол мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейында сығыш яһап, ул шулай тигәйне: “Беҙҙең райондан юғары уҡыу йорттарында белем алған буласаҡ уҡытыусылар, йырсылар һәм башҡаһы күп, ә бына техник белгестәр бөтөнләй юҡ кимәлдә. Был етешһеҙлекте беҙгә бөтөрөү өсөн Беренсе Этҡолда Республика компьтер лицейы асырға кәрәк”. Һәм ул һүҙендә торҙо – 1993 йылда ул үҙ ишектәрен асты һәм район, Урал аръяғы төбәге өсөн буласаҡ кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалды. Уҡытыусылар өсөн ауылда 4 йорт төҙөлдө, Өфө авиация институты менән килешеү төҙөлдө.
Атап үтелгән мәктәптә директор булып эшләгәндә лә Әкрәм Әғзәм улы беҙгә һәр саҡ ярҙам күрһәтте, ул осорҙа айырым химия-биология класы булдырылды. Сибай элеваторы директоры булып эшләгәндә лә онотманы тыуған яғын – төҙөкләндереү эштәрендә даими ярҙам итте.
Шуныһы үкенесле, арҙаҡлы яҡташымдың ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Шуға ҡарамаҫтан, Әкрәм Ниғмәтуллин халҡы, тыуған төйәге һәм районы өсөн бик күп изге эштәр атҡарып китте. Уның исеме бер ҡасан да онотолмаҫ.
Азамат Мөхәмәтшин.