Асарбаҡ
булған хәл
Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова
Фәнүр йоҡонан уянғанда таң яҡтыра ине. Тын ғына уйланып бер аҙ ятты, тороп тәҙрә төбөнә баҫып таң ҡыйылған һиллеккә ҡарап тора. Иң беренсе трамвай үтте. Ҡала йоҡлай. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Ҡый ташлағыс эргәһендә асарбаҡ уралана.
Ир ҡапыл тертләп тәҙрәнән ситкә китте. Аш бүлмәһенә сығып ҡомғанға һыу ҡойҙо. Ишек төбөндә торған кейеменән тәмәке алып, балконға сығып көйрәтә – көйрәтә, теге ҡый һауыты янында уралған ир аҡтығына ҡарап “тәүбә, тәүбә!” тип шыбырлай. Донья ҡуласа, бер көлдөрә, бер баҫа. Йәшен уғы килеп тейгәндәй үткәндәре күҙ алдынан үтте. Ҡала уяна. Машиналар тегеләй — былай үтә башланы. Ҡуҙғалыр кәрәк.
...Урман ситенә еңел машина килеп туҡтаны. Машинаның ишеген асыуға, хужаның эте урманға сапты. Иркенлекте тойоп, һыпырта ғына! Һы, нимәлер табып алды ла, абалап өрә башланы. Фәнүр тәмәке көйрәтеп, машинаһының янында уйҙарға бирелеп торған еренән айырылып, этенә ашыҡты.
Ни күрә: бер таныш түгел әҙәм һушһыҙ ята, танырлыҡ түгел. Уның йөрәк тибешен табырға тырышып, ҡапшап ҡараны. Кеҫәһенән телефонынын алып “103” төймәләренә баҫты. Кемдеңдер ғәзиз кешеһе, эҙләйҙәрҙер тип уйланы..
“Ашығыс ярҙам” оҙаҡ көттөрмәне, килеп етте. Фәнүр уларға телефон номерын, кәрәкле мәғлүмәт еткерҙе лә, этен эйәртеп, машинаһына ыңғайланы. Таңдан башында уралған хәтирәләре бер ҙә ебәрергә теләмәне.
Фәнүр үҙе төпкөл ауылдан. Бала сағынан, эшһөйәр, уҡыуға әүәҫ булып үҫте. Ишле ғаиләлә үҫте, кешегә үтә ихтирамлы, ярҙамсыл һәр саҡ. Атай йортонан сығып киткәнгә лә утыҙ биш йыл үтте. Күрше ауылға йөрөп уҡынылар, аҙаҡ - институт. Буласаҡ ҡатынын да шул әлеге вузда тапты. Өсөнсө курста яҙылыштылар. Йыйылышып һәр береһенең тәмлекәстәрен йыйып күмәкләшеп табын ойошторҙолар, сәй эстеләр, йырлаштылар. Улар шулай ҡыҙыл туй үткәрҙе. Ҡатыны ла юрағандай, тыныс күлдә талғын йөҙгән аҡҡош шикелле, уның ҡуйынына ҡабатланмаҫ матур бер йыр кеүек килеп ингәйне.
Яҡшы уҡыған өсөн ҡатыны менән икеһен дә ҡалала ҡалдырҙылар. Шәүрәһе лабораторияла эшләне, Фәнүр — цехта. Ябай инженер, мастер, өлкән инженер, цех начальнигы — был ауыл малайының эш һикәлтәләре. Малайҙары Шамил вузда уҡып йөрөй.
Тик бер көн килеп ҡырау һуҡты уларҙың һөйөү гөлөнә. Ғаиләне донья аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Фәнүрҙең һөйөклө ҡатыны Шәүрә, ҡапыл ғына малайы менән ирен ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
...Фәнүр ҡартайҙы, бер төндә сәстәре ап-аҡ булды, күҙҙәре төпкә батты, көн дә ҡайғыһын араҡы менән йыуҙы. Ир, эшкә саҡ барып ҡайта, улы менән кискеһен өнһөҙ ашайҙар. Шамил уҡыу менән була, Фәнүр кистәрен шешә ҡосаҡлай. Эшендә яңғыҙаҡ ҡатындар саба артынан, күршеләге ҡатындар ҙа күҙләй. Фәнүр аҙыҡ-түлек алған һайын зәм-зәм һыуын онотмай. Улы бер көн әсенеп:
- Их, әсәйем ҡайтһа ине бер көнгә, беҙҙе ул ғына бергә бәйләгән икән! Ә һине, атай, шулай көсһөҙ тип уйламағайным. Беҙ икәү генә, ә күмәк балалар булһаҡ, ни эшләр инең? Әсәкәйем килеп күрһәсе үҙеңдең аҫҡа тәгәрәүеңде! Әсәйемде араҡыға алмаштырҙың бит! Һинең өсөн өҙөлөп торған кеше юҡ, башҡаларға һинең фатирың, аҡсаң ғына кәрәк,- тине.
Фәнүрҙең көн буйына шул һүҙҙәр борсоп торҙо, мейеһен бырауланы: “көсһөҙ, тәгәрәй”.
Эсеүҙе ҡуйҙы, Фәнүр башын күтәреп ҡарай башланы, ысынбарлыҡта донья шул көйө, имеш. Ҡатын - ҡыҙҙар шылтырата. Фәнүр әрһеҙ ҡатындарҙан ҡотолорға уйланы. Уйлап тапты әмәлен: һәр кис алам-һалам кейеп сыға ла китә, битенә бысраҡ һөртөп йөрөй. Шулай ул асарбаҡтар* араһына барып эләкте. Йөрөй торғас, тегеләр быны үҙ итеп ҡабул итте. Бер йәш ҡатынды осратты, көн дә балауыҙ һығыусы һылыуҡай менән танышырға теләге ҙур ине.
Кемдәр генә юҡ?! Юғары белемле белгестәр, ябай эшсе, эске яратыусы, үҙ исемен дә белмәгән “баш юғалтыусы”, еңел кәсеп эҙләп йөрөгәндәр, ҡол урынына һәптәнләүселәр, әзмәүерҙәй ирҙәр, һөйөү эҙләгәндәр, фатирһыҙ ҡалыусылар, осраҡлы эләккәндәр, фәлән-фәләндәр... Барыһының үҙ биләмәһе, башлыҡтары бар. Ҡарап торғанда бөтәһе лә бер ғәмһеҙ, йәшәү мәғәнәһе юғалтып, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгән төҫлө. Йәш ҡатын менән һөйләшергә тип яҡынлашҡайны ла, бер әзмәүерҙәй ир тороп баҫты.
- Яҡын юлама, ул минеке! - тине.
Бер көн барыһы ла байрам итеп, мыңғы иҫергәс (Фәнүр эсмәй, түгеп ултырҙы), ҡатынға ымлап, сығып китте. Төнгө урам буйлап оҙаҡ йөрөнөләр. Баҡтиһәң, йәш ҡатын ире үлгәс, оло йәштәге ҡәйнә менән ҡайны елкәһендә ултырырға теләмәй, эш эҙләп ҡалаға юлланған. Тик эш эҙләргә өлгөрмәгән, вокзалда барлыҡ аҡсаһы менән паспортын урлатҡан. Ҡайҙа барһын, шул саҡ ошо “мужик” ошо “төйәккә” килтергән. Әйткән: ”Мин — һинең хужаң!” Беркеше менән һөйләшергә ярамай! Ҡасып ҡараған, кире тотоп алып килгән, ныҡ итеп кешеләр алдында туҡмаған, бер кем яҡлашмаған. Бына шулай баҙ кешеһенә әйләнгән Нәйрә. Әле ҡайтып етмәһә, ”ир” уянғас тағы ла туҡмаҡ көтә.
Фәнүр, ”тағы һөйләшербеҙ әле” тип, Нәйрә менән хушлашып, ҡайтып китте. Бер аҙна буйына уйланды Фәнүр. Меҫкен ҡатын йәл...
“Бәлки уны алып ҡайтып, йәшәп ҡараһа? Тик малай нисек ҡабул итер?”
Бына шулай, яһалма бомж булып ике ай йөрөнө, хатта малайы һиҙенә башланы:
- Атай, һин эсеүҙе ташлап, ҡый багында эҙләнеүгә күстеңме әллә, йыуыныу бүлмәһенән еҫ килә ләһә, - тине.
Фәнүр был юлды ташларға ҡарар итте. Ныҡ эскәнен көттө теге имәнес ирҙең, аҙаҡ шыпырт ҡына Нәйрәгә өндәште:
- Минең менән бараһыңмы, әллә һаман ошонда йәшәйһеңме?
Ҡатын өндәшмәне. Шул саҡ Фәнүр тәүәкәлләне, һөйрәкләп тигәндәй, ҡулынан тотоп алып сығып китте лә барҙы.
- Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Теге тапһа, мине үлтерә бит.
- Миңә ышанһаң, бараһың! Юҡ икән, юҡ...
Нәйрә эйәрҙе. Шыпырт ҡына атлап килделәр. Бар булған өҫкө кейемен, әйберҙәрен ҡыйлыҡҡа ташлап, подъезға инделәр. Нәйрә:
- Беҙ урлашырға килдекме, тотоп алһалар? - тип шыбырланы.
- Юҡ, шым!. - ауыҙына бармағын терәп ымланы Фәнүр.
Фәнүр ишекте асҡысы менән асып, алға юл күрһәтте, Нәйрә ҡурҡып артҡа сигенде.
Фәнүр уның ҡулынан тартып эскә индерҙе лә, ишекте бикләне. Йыуыныу бүлмәһендә япма тартып, йыуынып бөткәс үрелеп халат алып кейҙе лә Нәйрәгә:
- Йыуын, мин хәҙер,- тине лә ипләп баҫып, кухняға үтте, газ тоҡандырҙы, сәйнүк ҡуйҙы.
Йоҡо бүлмәһенән мәрхүмә Шәүрәнең халатын алып, еҫкәп (күңеленән генә хушлашып), таҫтамалын йыуыныу бүлмәһенә индерҙе лә:
- Йыуынып бөткәс, кейерһең, - тип ҡушты.
Үҙе аш бүлмәһендә өҫтәл әҙерләне. Нәйрә ваннанан сығып, аптырап ҡарап, шым ғына һораны:
- Бында беҙҙе бер кем дә белмәйме?- тине шыбырлап ҡына.
- Юҡ...
- Ә хужалары ҡайҙа?
- Мин...
- .....
Нәйрә аптырап ҡатып ҡалды.
Фәнүр Нәйрәгә өҫтәл артынан урын күрһәтте. Ишекте ябып, аңлата башланы. Нәйрә иҫе китеп тыңлап ултырҙы. Йәш ҡатындың башында бер генә уй: ”Нисек бар нәмәң була тороп, бомж булып йөрөмәк кәрәк! Үҙем ҡайны-ҡәйнәмде ташлап сығып киткәс, бер кем дә эҙләмәй бит, балалар йортонда үҫкәс, кемгә кәрәгем бар?!” - тигән уйҙар йүгереп үтте башынан.
Сәй эсеп бөткәс, өҫтәлде йыйыштырҙы ла Фәнүр тиҙ генә үҙенең дә, Нәйрәнең дә алама кейемдәрен төрөп, ташлап килде. Нәйрә сынаяҡтарҙы йыуып ҡуйҙы. Фәнүр, йоҡо бүлмәһен асып Нәйрәгә, Шәүрәһенең урынын күрһәтте.
- Мин иртә менән эшкә китәм, бер кешегә лә ишек асма. Өйҙә бул, Шамилдың үҙ асҡысы бар. Хәҙер - әүәй.
Башы яҫтыҡҡа тейеү менән Фәнүр йоҡоға сумды. Нәйрәне генә йоҡо алманы, уйҙарға батты. Уның киләсәге нисек булыр инде? Тағын ниндәй мажаралар көтә? Үҙенең ,бәхетһеҙ булып тыуғанын, барлыҡ үткән юлын иҫенә төшөреп, балауыҙ һыҡты...
Таң атҡан. Ҡояш апарыуыҡ күтәрелгән. Нәйрә, күҙҙәрен асып, тирә- яҡҡа ҡарап, кисәге үткән төнгө ваҡиғаны тағы бер мәртәбә башынан үткәреп, ырғып торҙо. Фатир буйлап ҡарап сыҡты. Йыуынғас, сәй эсеп, һыуытҡыстан ит алып бешерергә ҡуйҙы. Биҙрәгә һыу ҡойоп, саңды һөрттө, иҙәндәрҙе йыуып алды. Бәрәңге таҙартты. Эҙләй торғас, он табып, һалма йәйҙе. Шул саҡ ишек асҡан тауыш ишетеп, аш бүлмәһенә инде лә, тын алырға ҡурҡып, шунда ултыра бирҙе. Шамил үҙенең бүлмәһенә үтте, кире сыҡты һәм аш бүлмәһендә ҡатып ҡалған ҡатынды күреп, уға һүҙ ҡушты:
- Атайым өйҙәме? Һеҙ кем булаһығыҙ?
- ....
- Улайһа, таныш булайыҡ, мин - Шамил. Фәнүрҙең улы булам.
- Нәйрә
- Атайым миңә бер нәмә лә өндәшмәгәйне. Бөгөн иртә ҡайтып тәмле ужин бешергән, тип уйлаһам… Егет йылмайҙы: - Тәмле аш еҫе, хатта подъезға таралған, әсәй тере саҡтағы һымаҡ.
Шамил яйлап өҫтәл артына ултырҙы:
- ....Аш еҫе хатта подъезға таралған. Әсәй тере саҡтағы кеүек... - тип ҡабатланы.
Фәнүр күп көттөрмәне, ҡайтып инде. Шамил атаһына:
- Атай, өйҙә кеше барлығын иҫкәртергә кәрәк ине, - тигән булды.
- Нәйрә, һин ҡайҙа? Өйгә ҡайһылай нур ингән!
Нәйрә ҡыйыуһыҙ ғына аш бүлмәһенән күренде,
- Мин аш бешерҙем, әйҙәгеҙ өҫтәлгә.
- Таныш бул, Нәйрә апайың.
- Ә беҙ таныштыҡ, тик ниңә алдан әйтмәнең?
Шым ғына һыйландылар. Шамил ҡайҙалыр сығып китте, Нәйрә һауыт-һабаны йыуып, бар нәмәне урынына ҡуйып, һаҡ баҫып ҡунаҡ бүлмәһенә сыҡты. Фәнүр телевизор ҡарай. Нәйрә лә телевизорға текләне. Фәнүр боролоп ҡараны ла, тағы телевизорға текләп ултыра бирҙе.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ир Нәйрәгә :
- Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, - тине.
Икәүләшеп аш бүлмәһендә сәй эстеләр. Фәнүр һүҙ башланы:
-Ҡатыным менән юғары уҡыу йортонда бергә уҡығайныҡ. Бергә эшләнек, малай тыуҙы, фатир алдыҡ. Шәүрә ҡапыл ауырып, әрәм булды.
- Эскелек һаҙлығына батып барғанда, малай иҫкә килтерҙе. Яр ситенә барып еткәйнем, кәмә ҡомға терәлгәйне. Бомж булып йөрөп, әҙер ир эҙләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡотолдом. Мин һине күреү менән аңланым: һинең ауыр хәлгә тарығаныңды, йәлләнем дә. Аңлаһаң мине, бергә йәшәйек, юҡ икән, “теге яҡҡа” юлды беләһең.
Улар өйҙәш йәшәй башланы. Нәйрә паспорт яңыртып, эшкә урынлашты. Шамил уны яҡшы ҡабул итте. Уға ла кәләш алып бирҙеләр, туй үткәрҙеләр. Йәйгеһен бергәләшеп яңы һатып алған баҡсала эшләйҙәр, ял итәләр.
Нәйрәнең ҡайны-ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа баралар. Тормоштарын теүәлләп ҡыҙ бала тыуҙы, Фәнүр улынан уңайһыҙланһа ла, Шамил үҙ балаһы кеүек шатланды. Килене менән улы, ҙур күҙле ҡыҙыҡай йәм өҫтәй доньяға. Йылдар йүгереп үтеп тора, донья теүәл. Эш-көштә балалар ярҙам итә. Барыһы ла бәхетле кеүек, Фәнүргә ҡыйын саҡтарында Шәүрәһенең ҡәберенә барып урай, аяттар уҡыталар. Ҡыҙын етәкләп урман буйлап атлай Фәнүр.
Бәхет, баҡсалағы гөл тиерһең, ҡулдарың, аҡыл-ғәмәлең менән тәрбиәләгәнде ярата. Йәнең-тәнең менән бирелеп тормошҡа хеҙмәт иткәндә генә сәскә ата. Һин - бәхет баҡсасыһы, баҫып ҡатып торһаң ҡый баҫасаҡ, шунан йорт-ҡураң да, үҙең дә мүкләнәһең. Фәнүр ныҡлы аҙымдары менән киләсәккә өмөт менән атлай. Барыһы ла яҡшы булһа ла, имән кеүек ирҙәр ҙә ауа. Тормош баҡсаһына төшкән тәүге ҡырыуға сыҙамай, ғүмере ҡомдай ишелгән саҡта, бөгөлгән ерҙән, аҫҡа төшкән ерҙән, турая алды Фәнүр. Тормош бер артын, бер алдын күрһәтә тигәндәре дөрөҫ.
Күптәр, эш эҙләп себер иңләй... Йәшәйем тигән ауылда атай нигеҙен ҡоротмай, тормош ҡора, мал — тыуар, ҡош-ҡорт тота, эшҡыуарлыҡ итә. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәр. Ә инде “замана зимагурҙары” - типһә-тимер өҙөрлөк егеттәр эшһеҙ, кәләшһеҙ. Эшһеҙҙәр донъя ҡотайта аламы инде.
Йәй аҙағы. Көнө лә көҙгә тартты, ҡар аралаш ямғырмы, әллә рашҡымы, яуа ла яуа. Ергә тағы яңы миҙгел яҡынлаша. Йәйҙе көҙ ҡосаҡлап үпкән сағы...
*Асарбаҡ — бомж- йәшәү урыны булмаған кеше