Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Ғинуар , 19:05

Мәрхәп яланы

Шәмғол көрһөнөп ҡуйҙы. Ә ул Мәрхәбә һылыуын һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа алманы. Ниңәлер, бөгөн төшөндә ап-асыҡ итеп күрҙе һылыуын. Шәмғолға ҡарап нимәлер әйтә һәм нимәгәлер төртөп күрһәтә ине. Ул күрһәткән ергә баҡһа, ағас төпһәһе икән. Күтәрелеп ҡараһа, Мәрхәбә лә юҡҡа сыҡҡан. “Әсәйеңде иҫләйһеңме?” – тип һорағайны, Разия:“Ҡыҙыл битле бер бабай ҡайтып киткәс, әсәйем гел илай торғайны – шуны иҫләйем,” – тип әйткәне лә эсен бошороп тора Шәмғолдоң. Төшкө аштан һуң ял ваҡытында ла яңғыҙы ҡалырға теләп, урман эсенәрәк инеп китте. 

Мәрхәп яланы. Хикәйә. З.Аҡбутина

Мәрхәбәне колхоз идараһына саҡырҙылар. Үҙе аҡһаҡ, үҙе сулаҡ ҡыҙыл табаҡ битле хисапсы ир, ул урынынан тороу менән, ҡысҡырырға тотондо:

- Бурысыңды ҡасан түләйһең? Ярты йыл үтеп бара, ә һин быйылға ҡарата бер грамм май ҙа, бер бөртөк йомортҡа ла түләмәгәнһең. Һинең өсөн беҙ әрләнәбеҙ. Райондан өсөнсө тапҡыр ҡағыҙ килде! Оят түгелме һиңә? Хәҙер һуғыш заманы... Налог түләмәгәндәрҙең башынан һыйпамайҙар...

Мәрхәбә ҡыҙарынып-бүртенеп, ауыҙ асып һүҙ ҡатырға оялып, өҫтәл янында ғәйепле башын түбән эйеп тик торҙо.

- Иртәгә райондан налоговый агенттар килә. Әҙерләп тор түләүҙәреңде! Ә юҡ икән, башың төрмәлә серейәсәк!...

- Ағай, минең түләрлек бер нәмәм дә юҡ бит.... – Мәрхәбәнең тауышы ҡалтыранды.

- Тап! Тап! – “Ҡыҙыл бит” өҫтәл төйҙө. – Ҡайҙан булһа ла! – Үҙе, һүҙ бөттө тигәндәй, ҡағыҙҙарына эйелде.

Бер Мәрхәбә генә түгел, бурысын түләмәгән байтаҡ ҡатын-ҡыҙ йыйылған “контор”ға. “Ҡыҙыл бит” – сыуаш Николай теҙелеп ултырған ҡатындарҙы берәм-берәм өҫтәл янына саҡыра. Мәрхәбә сығыуға ыңғайлағанда, уның эргәһендә ултырған ҡатынға екерҙе:

- Исемең нисек? Фамилияң?

Түләүен нисек түләргә тип баш ватып ултырған ҡатын ҡапыл тертләне, унан аптыранып, тирә-яҡҡа ҡаранды.

- Исемең кем тиҙәр һиңә? – тип ҡысҡырҙы тағы “ҡыҙыл бит”.

Ҡатын бер ағарҙы, бер күгәрҙе, аптырап, күршеһендә ултырған ҡатынға эйелде:

- Исемем кем әле?

Күршеһе ҡурҡышынан һәләт кенә:

- Исемең Кәримә һинең, Кәримә... – тип ҡабатланы.

Кешене алйытыр дәрәжәгә еткергән заманды эсенән ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, Мәрхәбә сығыу яғына йүнәлде. Ул “контор”ҙан сайҡала-сайҡала сыҡты. Өйөнә ҡайтҡас, башын тотоп, ишек тупһаһына барып ултырҙы.

- Фашистарҙы дөмөктөрөү өсөн тыл ярҙамы кәрәк, ә һинең бөтә түләүҙәрең буйынса ла күрһәткестәрең – ноль! Позор! – хисапсының екереүе ҡолағына салынғандай булды.

Эйе, өсөнсө йыл ниместәр менән һуғыш бара. Кемдең һыйыры бар – май, һарыҡ-кәзәһе барҙар – ит, тире, йөн, дебет, тауыҡлылар – йомортҡа, ҡорто булғандар бал тапшыра. Бик түләр ине Мәрхәбә. Итен-майын, йомортҡаһын үҙе ашамаһа ла, иң беренсе булып, алып барыр ине. Яҙын, ҡараға аяҡ баҫҡас ҡына, яңғыҙ һыйырын да айыу һуғып ҡуйҙы. Бер бөртөк тауығы ла юғалып ҡуйҙы. Әллә үҙе эштә саҡта эт тотто, кем белһен инде...Ҡайҙан тапһын Мәрхәбә хәҙер йөҙ йомортҡаны?!. “Зойка”ны айыу һуҡҡас, һыйыр ағынан мәхрүм ҡалдылар шулай. Быны өс йәшлек ҡыҙы Разия ла һиҙҙе:

- Әсәй, һөт эскем килә! Ә тышҡа сыҡҡанда, “Зойка”ны таптырып бер булды. Үҙе таң һарыһынан ҡара кискә тиклем - колхоз эшендә. Ярай әле, күрше Сабира инәй Разияһын алып ҡала, рәхмәт төшкөрө.

- Әсәй, әсәй! – Разияның илаған тауышы ишетелде. Мәрхәбә өйгә атлыҡты. - Әсәй, әсәй, ниңә һин мине ташлап киттең? – тип илауланы Разия.

- Мин конторға ғына барып әйләндем, - тип аҡланды әсә.

- Мин йоҡлағанда ла ташлап киттең. Мин илайым, артыңдан йүгерәм, ә һин миңә ҡарамай ҙа, осоп киттең ҡош булып, – тип ләпелдәне бала.

Мәрхәбә балаһын һығып ҡосаҡланы, яңаҡ буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен балаһына күрһәтергә теләмәне. Яман төш күреп уянған балаһының йөрәге дарҫлап тибә, һыңҡылдауҙан тәне дер-дер килә ине.

- Әсәй, мине Сабира инәйгә ҡалдырма! Мин һинең менән эшкә барам, йәме! Тыңлаулы ғына булып йөрөрмөн!

- Ярар, балам! – тине аптыраған әсә. Шунан: - Бөгөн һинең яныңда ғына булам. Бер ҡайҙа ла бармайым! Әйҙә, мәтрүшкәләп кенә сәй эсәйек!

- Мәтрүшкәне яратмайым, ул тәмһеҙ!

- Ярай, улайһа, сәй сәскәһен эсербеҙ!- тип, Мәрхәбә гөлйемеш сәскәләре, еләк, ҡарағат япраҡтарынан эшләнгән сәйен сәйнүккә һалып бешерҙе лә, сәй яһай башланы. Ҡыҙҙырылған әтләк, киндер таҫтамалға төрөүле бер телем арыш икмәген һаҡ ҡына тағатып, ҡыҙы алдына һалды.

- Аша, балам, аша!

Үҙенең тамағына аш барманы. Ҡыҙы тынысланып йоҡлап киткәс, ишекте ипләп кенә асып, тышҡа сыҡты. Шулай күпме ултырғандыр. Көн кисләгәнен дә һиҙмәгән. Ҡояш, үҙе тауҙар артына йәшенгән дә, ҡыҙыл нурҙарын офоҡҡа һирпкән. Мәрхәбә - утыҙға ла етмәгән ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡара сәсле һылыу башҡорт ҡатыны – тормошонан йәм тапмай, тупһала ултыра. “Башҡалар, исмаһам, ирҙәрен һуғыштан көтә. Ҡайтыр тип, өмөт итә, “ – тип әсенеп уйланы ул.

Уның Нуруллаһы һуғыш башланмаҫ борон – 1939 йылда тиф ауырыуынан вафат булды. Ҡырҙа – урманда эштә йөрөгән ун ике кеше бер төптән үлеп ҡайттылыр. Өйҙәргә лә таратмай, клубҡа ғына алып барҙылар. Мәйеттәрҙе шунда тәрбиәләп, зыяратҡа ла клубтан алып киттеләр. Мәрхәбәнең берҙән-бер өмөтө - ағаһы Шәмғол. Ул әле һуғышта. Хаттары килеп тора былай. Тиҙерәк Еңеү көнө етһен дә, Шәмғол ағаһы һуғыштан ҡайтһын, тип теләй ул. Бәй, уйҙарына уйылып ултыра...

Ҡолағына “сыҡ” иткән тауыш салынды. Арт ҡапҡа янында кемдер бар кеүек. Эңер төшкән саҡта кем йөрөр икән?!. Хәйерлегә булһын инде... Ҡатын ҡапҡаны асҡас, аптырауҙан телһеҙ ҡалды. Шуны ғына көткәндәй, “ҡыҙыл бит” хисапсы ир Мәрхәбәнең иңдәренә төшкән ҡара толомдарын сайҡалдырып, уны матҡып алды ла һарай яғына өҫтөрәне:

- Тауышыңды сығараһы булма! Мәрхәбә:

- А-а-а ағай! – тип ауыҙ асҡайны ғына, Николай уны усы менән баҫты ла шыбырҙап ҡына:

- Ҡарышма! Бурысыңды юйырмын! – тине.

Ҡатын ыһ итергә лә өлгөрмәне, “ҡыҙыл бит” уны еңел генә күтәреп, һарай эсенә йомолдо. Ҡатындың иҙеүҙәрен шатырҙатып асып, уның күкрәгенә йомолдо... Танһығын ҡандырғас, ләззәтле кирелде, унан Мәрхәбәгә бармаҡ янаны:

- Һөйләнеп йөрөйһө булма! Аңлашылдымы? Унан арт ҡапҡанан нисек килеп ингән, шунан “табанын күтәрҙе”.

Көсләнгән ҡатын, күҙ йәштәрен тыя алмай, Һүрәмгә йүгерҙе. Ғәрлегенән йәне иңрәне, “батып үләйем дә ҡуяйыммы икән?” – тигән уй башынан үтте. Һалҡын һыуға төшкәс, аҡылына килде, Разияһын уйланы. Бер уға килгән генә бәлә түгел. Ауыл тулы бисә-сәсә, ҡатын-ҡыҙ. Тылда ҡалған, һуғыштан ҡайтҡан ир-ат шаша инде, ишетелеп тора... Тағы, тағы килде “ҡыҙыл бит” Мәрхәбә янына. Гонаһын тиҙерәк йыуырға теләгәндәй, ул килеп киткән һайын, ҡатын Һүрәмгә йүгерер булды. Август аҙағында һалҡындар төштө, ҡатын йылғаға барыуҙан туҡтаны. Ләкин йәш тәндең тәмен белеп алған алтмышты уҙған ҡартлас хисапсы килеүҙән туҡтаманы, килгән һайын талпандай “ҡаҙалды”. Берҙән-бер көндө ҡатын үҙенең буйға уҙыуын аңланы. Ләкин был хаҡта Николайға әйтергә ҡурҡты. Йомороланып килгән ҡорһағын сираттағы танһығын ҡандырғандан һуң, ир үҙе абайлап ҡалды. Күҙҙәрен тексәйтеп:

- Һин нимә? Ауырға ҡалдыңмы әллә? – тине. Мәрхәбә:

- Эйе, өс айлыҡ инде. Тиҙҙән беленә башлаясаҡ, - тине ҡурҡып ҡына.

- Нимә? Һин тағы берәйһе менән сыуалаһыңмы? Бала минеке, тип әйтергә уйлайһыңмы? Мин ҡарт, минән бала булмай, белгең килһә! – тип екеренергә тотондо.

Мәрхәбә ҡалтыранып торҙо ла ҡалды, Николай шул сығып китеүҙән башҡа күренмәне.

* * *

Ә бөгөн уны тағы колхоз идараһына саҡырттылар. Ҡыҙыл табаҡ бит хисапсы тағы ла төкөрөктәр сәсеп, унан бурыстарын түләүҙе һораны:

- Тап! Тап! Юҡһа, башың төрмәлә серейәсәк! - тине кинәйәле итеп. Разияны Сабира инәйгә ҡалдырып, эшкә китте Мәрхәбә. Ураҡ ваҡыты. Бөгөн улар ауыл түбәнендә баҫыуҙа көлтә бәйләйҙәр ине. Тәне үҙенеке түгел һымаҡ. Ҡатындар эшләһә - эшләй , ултырһалар – ултыра, торһалар – тора. Телен дә кемдер таш менән баҫтырып ҡуйған, тиерһең, әйләнмәй. Утауҙағы ҡатындарҙың һәр береһенең дә үҙ хәсрәте бар. Эштән арып, ялға туҡтаған арала күңелендәгеһен бушатырға ашығалар. Уларҙың зарланғанын яратмаған йырсы Зөлхизә “Золотой ритайым” көйөнә йыр башланы:

Аттар килә атлап-атлап,

Күк ат килә юл башлап.

Башын сайҡап, күҙен һөртөп,

Китте балаларын ташлап.

Йырға яңыраҡ иренән “похоронка” алған Ғәшүрә ҡушылды.

Өфөләрҙә йорт эшләнә,

Бейек өҫтөнә бейек.

Һуғыштарҙа яңғыҙ ҡалдым,

Көйөк өҫтөнә көйөк.

Үҙе һыңҡылдарға итә.

Шаталаҡлығы, бошона-ҡайғыры белмәгәне, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып, кешеләрҙең күңелен күтәреп йөрөгәне өсөн “шыйтыҡ” ҡушаматы алған Хәзирә тиҙ генә тора һалып, таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, һикереп бейергә төшөп китте:

Беҙҙең колхоз баҫыуында

Утаусылар ял итә.

Минән дә бәхетле был хат

Һине күрергә китә.

Берәүгә лә бер ауыҙ һүҙ ҡатып өйрәнмәгән Мәрхәбәгә иғтибар итеүсе лә булманы. Аҙ һүҙле, оялсан ҡатын үҙ ҡайғыһына үҙе батып ултырҙы. Егерме ете генә йәш әле уға. Ире менән дә ете йыл ғына йәшәп өлгөрҙөләр. Их, ул да һуғышта булған булһа! Башҡалар менән бергә ул да иренән хаттар көтөп, хаттар уҡып йыуаныр, ҡыуаныр йә ҡайғырыр ине!.. Аптыранған ҡатындың эсендә ике көс көрәшә башланы. Йөрәге Мәрхәбәгә: “ Балаға дүртенсе ай китте. Тиҙҙән ҡорһағым беленә башлаясаҡ. Ояты ни тора!” – ти.

Аҡылы: “Ә Разия тураһында уйламайһыңмы ни?!. Ул да бала...” – ти. Йөрәге: “Иртәгә бурысты таптырып киләсәктәр. Ә минең тапшырырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Барыбер төрмәгә алып китәсәктәр...” – ти.

Аҡылы: “Төрмәлә лә йәшәй кеше. Етем итмә балаңды!” – ти. Ә йөрәге әйтә: “ Хәлем ҡалманы. Ҡояшым һүнде. Илдә сыпсыҡ үлмәй, үлмәҫ әле Разиям.”

Үҙ уйҙарына арбалып, эштән ҡайтыусы ҡатындарҙан байтаҡҡа артта ҡалғанын абайланы ҡатын. Ҡапыл шып туҡтаны. Аяҡтары атламаҫ булды. Яйлап ҡына кире боролдо ла туғайға төшөп китте. Байып барған ҡояшты оҙатып һайрашҡан ҡоштарҙы тыңлап торҙо бер аҙ. “Кеше ергә килә лә китә. Тәбиғәт кенә мәңгелек,” – тип уйланы йөрәге өҙөлөп.

Туғай буйлап атлаған Мәрхәбә аҡланға килеп сыҡты. Аҡлан ситендә үҫкән тирәк төбөнә килде, уны уратып йөрөй торғас, хәле бөттө, ултыра төштө. Ҡояштың һүңғы нурҙары, тирәк япраҡтарына төшөп, балҡыны. Мәрхәбә әкрен генә йыр һуҙҙы:

Мин аҫылынып торған тирәктең

Япраҡтары көнгә ялтырай.

Үҙ йәнемде үҙем алам, тиһәм,

Йәш йөрәгем минең ҡалтырай.

Муйыл ҡара күҙҙәрен тултырып, ул байып барыусы ҡояшҡа ҡараны:

- Кисерегеҙ мине, ҡоштарым! Кисерегеҙ мине, ағастарым! Кисер мине, балам, Разиям! Мин башҡаса булдыра алмайым!.. Ҡояшым һүнде минең... Тубыҡтарына етеп торған ҡара оҙон толомдарын һүтә башланы. Әкрен генә торҙо. Ап-аҡ киндер күлдәге аша нескә билен һығып, былай ҙа зифа буйына тағы ла нәфислек биргән ҡара ҡайышын алып, ул тирәккә үрмәләне...

Мәрхәбәне өс көн үткәс кенә эҙләп таптылар. Бер ай Сабира инәйҙә йәшәгән Разияны балалар йортона алып киттеләр. Халыҡ был ғибрәтле хәлдән шаңҡыны, ул аҙаҡҡы тапҡыр эшләгән ерҙе “Мәрхәп яланы” тип йөрөтә башланы.

* * *

Шәмғол һуғыштан әйләнеп ҡайтты. Яралары байтаҡ булһа ла, аяҡ-ҡулы ятып ҡалманы. Иң мөһиме, башы - иҫән-һау. Күпме кеше ҡырылды был һуғышта: миллионлап!.. Ә уғы Еңеү көнөн күрергә, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙҙы, шуға шөкөр итә Шәмғол. Ҡайтҡас, Мәрхәбә һылыуының тарихын ишетеп ныҡ тетрәнде ул. Ҡышҡа ингәс, Разияны ла эҙләтеп ҡараны. Әлегә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәгәйне.

... Шәмғолдоң фронттан ҡайтҡанына ла биш-алты йыллап ваҡыт уҙып киткәс, бер көндө уға почтальон хат килтерҙе. Хат уға һөйөнөслө хәбәр еткерҙе: Разия Сермән балалар йортонда булған. Шуға Шәмғол “контор”ға ат белешергә килде. Алып ҡайтырға кәрәк Разияны. Ун бер – ун ике йәштәр тирәһендә булырға тейеш ҡыҙ. Шәмғол иҫән саҡта етем итмәҫ уны. Илдә етемдәр былай ҙа күп. Һуғыш һәр өйгә ҡағылған... Шулай итеп, алып ҡайтты ҡыҙҙы үҙҙәренә Шәмғол. Бесән осоро еткәс, йылдағыса, Шәмғолдо бесәнселәр звеноһына етәксе итеп ҡуйҙылар. Һыртҡа унлап егелгән ат арбаһына ултырып, бесән сабыуға сығып барыуҙары. Колхозға бесән нормаһы тулмайынса, берәү ҙә үҙ малына бесәнгә төшмәйәсәк. Был хаҡта йыйылыштарҙа әллә нисәмә тапҡыр “туҡынылар” инде. Шуға өс звеноға бүленгән колхозсылар тырышып эшләй, звенолар араһында ярыш та иғлан ителгән. Бейек тауҙы артылып, аттар һыртҡа күтәрелгәс, “Таш ҡотоҡ” янында бер аҙға хәл алырға туҡтанылар. “Таш ҡотоҡ” тиһәләр ҙә, ысынында ул – шишмә. Уны соҡоп, тирә-яғын таштан бурап, күнәк менән һыу алмалы итеп эшләгәнгә, шулай атайҙар. Борон ата-олатайҙар йәйләү тормошо менән йәшәгәндә, ошонда һыуға йөрөр булғандар. “Таш ҡотоҡ”тан Яҙғы йорт башлана. Ҡара яҙҙан малдары менән һыртҡа сыҡҡан шулай ата-бабалар. Бына аттар Оҙон ҡарағасҡа етте. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра утыҙ метрҙан ашыу булып үҫкән был ҡарағас. Оҙон ҡарағастан алып тирмәләр теҙелеп киткән булған элекке йәйләүҙә - Яҙғы йортта. Ер-һыу ҡороғас, малдары менән Һүрәм буйына күсенгәндәр. Иртә яҙҙан алып тормош ҡайнаған был ерҙәрҙә. Тик йома көн генә эштәр туҡталған – бөтә ирҙәр ауыл мәсетенә йома намаҙына төшөр булған. Ошолар хаҡында кемдер эстән уйлап, кемдер ара-тирә һүҙ менән иҫкә төшөрөп килә торғас, “Абыҙ үлеге”нә еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.

Арбала ултырыусыларҙың береһе уның тарихын һорашты, өлкәнерәктән берәү уны бәйән итте. Ата-бабалар йәйләү тормошо менән йәшәгәндә, уларға ситтән бер мулла килә. Уға ололоҡлап “абыҙ” тип өндәшә халыҡ, уҡыуы көслө була. Ләкин тора-бара абыҙ шаша башлай. “Шәриғәт ҡуша” тип, нәфсеһен аҙҙыра Эш шуға барып етә: йәш егет менән ҡыҙ өйләнешергә булһа, никах алдынан ҡыҙ абыҙ менән төн уҙҙырырға тейеш була. “Шәриғәт шулай ҡуша” тигән абыҙҙы ауыл егеттәре “урынына ултыртмаҡсы” була: иң ситтәге тирмәнән дә ситтәрәк соҡор ҡаҙалар, өҫтөнә балаҫ түшәп, тирмә ултырталар. Ҡунаҡҡа саҡырыу һылтауы менән, абыҙҙы түргә әйҙәйҙәр. Абыҙ уны-быны уйламай, тирмәгә инеүе була, соҡорға төшөп тә китә. Шуны ғына көтөп торған егеттәр уны тереләй соҡорға күмәләр. Өс көн буйы ере һелкенеп торған, тиҙәр “Абыҙ үлеге”нән һуң байтаҡ ер үтелгән, шулай ҙа арбалағылар һаман тарих тәьҫиренән сыға алманы:

- Булған бит аҙғын мулла?!. Беренсе төн уның менән, имеш! Икенсе берәү:

- Ә егеттәр афарин! Ҡыҙҙар намыҫын һаҡлай белгәндәр!

Шәмғол көрһөнөп ҡуйҙы. Ә ул Мәрхәбә һылыуын һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа алманы. Ниңәлер, бөгөн төшөндә ап-асыҡ итеп күрҙе һылыуын. Шәмғолға ҡарап нимәлер әйтә һәм нимәгәлер төртөп күрһәтә ине. Ул күрһәткән ергә баҡһа, ағас төпһәһе икән. Күтәрелеп ҡараһа, Мәрхәбә лә юҡҡа сыҡҡан. “Әсәйеңде иҫләйһеңме?” – тип һорағайны, Разия:“Ҡыҙыл битле бер бабай ҡайтып киткәс, әсәйем гел илай торғайны – шуны иҫләйем,” – тип әйткәне лә эсен бошороп тора Шәмғолдоң.

Төшкө аштан һуң ял ваҡытында ла яңғыҙы ҡалырға теләп, урман эсенәрәк инеп китте. Туҡ та туҡ иткән тауышҡа ҡолаҡ һалды. Алыҫтараҡ берәү ағас саба ине. Кем икән уттай ҡыҙыу бесән осоронда ағас ҡырҡып йөрөүсе? Бөтә кеше колхоз эшендә булғанда, кем баш-баштаҡланып, урман ҡырҡа?!. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, алыҫтан күҙ һалды, яҡын барманы. Тирләп-бешеп ағас киҫкән кеше –элекке хисапсы Николай ине. Ул хәҙер эшләмәй инде. Башына һуҡҡандай, оҙаҡ шаңҡып торҙо Шәмғол. Бына нимәгә төшө боларған икән?!. Эргәһенә ике туған Фәиз мырҙаһы килеп баҫҡанын да абайламаған. Ул да – фронтовик. Нәфрәт менән ҡарап торған Шәмғолдоң хәлен тиҙ үк аңланы Фәиз, шуға:

- Быны урынына ултыртҡанда инде... – тине. Шуны ғына көткәндәй, ҡырҡа әйтте Шәмғол:

- Әйҙә! Һин ҡулын тотоп торорһоң! Улар алға атланы. Тиҙҙән ауылда “ һуғыш ваҡытында бисәләргә ҡаныҡҡан, Мәрхәбәнең башына еткән Николайҙы “төпкә ултыртҡандар” – ултыра төшөргәндәр. Күтәне төшөп, эшкә ашмай ята, ти. Балнистан да “кеше булмай” тип, ҡул һелтәп ҡайтарғандар. Кәрәген алған яуыз”, тигән хәбәр таралды. 

Земфира Аҡбутина

Автор:
Читайте нас