Рухиәт
22 Ғинуар , 09:35

Хеҙмәтенән йәм табып

Уҡытыусың фән тауына етәкләп алып барыусың да, һәр шатлығыңды уртаҡлашыусы ла, ауыр саҡта ҡурсалаусың да булһын ине ул. Нәҡ шундай остаздар баланың күңелендә мәңгелек мөһим урынын биләй.

Хеҙмәтенән йәм табыпХеҙмәтенән йәм табып
Хеҙмәтенән йәм табып

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Нэля Фәрхетдин ҡыҙы Рәхмәтуллина шундай ғәжәйеп уҡытыусылар сафынан. 1999 йылда йәш уҡытыусы ең һыҙғанып эшкә тотона. “Ул ваҡытта тиңдәштәрем араһында юрист, иҡтисадсы, бухгалтер кеүек һөнәрҙәр модала ине. Әммә мин бала саҡтан үҙемде тик уҡытыусы итеп күрҙем. Быға мине беренсе кластан сығарылыш класына тиклем тик яҡшы, үҙ эшенең оҫтаһы булған остаздарым оҙатып барыуы сәбәпсе булғандыр. Шулай уҡ әҙәбиәт, тел фәндәрен бик яраттым”, - тип йылмайып хәтерләй Нэля Фәрхетдин ҡыҙы.

Һөнәр һайлауҙа яңылышмауы йәш уҡытыусының тәүге эш йылдарында уҡ күренә. Ул балалар менән дә, ата-әсәләр менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба. Үҙ уҡытыу тарихы һәм алымдары булған көслө мәктәптең берҙәм коллективы ла йәш уҡытыусыға терәк-таяныс була. Һөҙөмтәлә Нэля Фәрхетдин ҡыҙы ете йылдан мәктәп директорының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм әлеге көнгә тиклем үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Ул уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы алымдарҙы өйрәнеп кенә ҡалмай, ә коллегаларын да шул юҫыҡтан йүнәлтә. 2-се мәктәптә Нэля Фәрхетдин ҡыҙы етәкселегендә фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар үтә, унда район-ҡаланың ғына түгел, ә Урал аръяғының уҡытыусылары ла йәлеп ителә. Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ул төрлө һөнәри конкурстарға әҙерлекте лә ойоштора белә. Шуға күрә мәктәп уҡытыусылары “Йыл уҡытыусыһы” ярышында һәр саҡ билдәлелек яулай. Нэля Фәрхетдин ҡыҙының һаулыҡ мөмкинлеге сикле булған уҡыусылар менән айырым эш алып барыуы ла маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Шулай уҡ ул уҡытҡан балаларҙың дәүләт имтихандарын яҡшы биреүе лә уның эшенә мөкиббән бирелеүен күрһәтә. Уҡыусыларының төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулауы ла уҡытыусыла оло ғорурлыҡ тойғолары уята. “Балалар менән уртаҡ тел табыу, уларға үҙегеҙ уҡытҡан фәнгә һөйөү уята алыуҙың сере нимәлә?” тип һорағас, “Иң мөһиме – баланы уйланырға, үҙ фекерен дөрөҫ итеп еткерергә өйрәтеү. Һәр саҡ “икеле” йәки “бишле” баһалары тураһында ныҡытып тороуҙың файҙаһы юҡтыр. Бала иң тәүҙә үҙенең кешелек сифаттарын асырға тейештер. Үтә шаяндар менән күҙгә – күҙ ҡарашып һөйләшеү, уның хистәрен аңларға тырышыу баланың уҡыуға ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Уҡыусыларыма уҡытыусы ғына түгел, ә кәңәшсе лә, терәк тә булырға ынтылам. Шуға күрә һөҙөмтә барҙыр”, - тип йылмайҙы ул.

Ата-әсәләр ҙә Нэля Рәхмәтуллинаға бик рәхмәтле. “Төрлө саҡтар була. Хатта үҙ балаңды үҙең аңлай алмаған мәлдәр ҙә. Шундай саҡта Нэля Фәрхетдин ҡыҙына мөрәжәғәт итәбеҙ. Уның сабыр, аҡыллы итеп барыһын да аңлатыуы, ярҙам итергә ынтылып ҡына тороуына рәхмәтлебеҙ”, - ти улар.

Нэля Фәрхетдин ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуы ла ҡыуаныслы. Ул район хакимиәте, урындағы һәм республика мәғариф министрлығының бихисап Почет грамоталарына лайыҡ булды. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары кимәлдә ойошторған өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре” билдәләрен лайыҡлы йөрөтә.

Тынғыһыҙ уҡытыусы ғаиләһе менән дә бик бәхетле. Тормош иптәше Хәким Ишмөхәмәт улы менән Гүзәлиә һәм Гөлдәриә исемле аҡыллы, матур ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ҙа ата-әсәһен тик уңыштары менән һөйөндөрә. Нэля Фәрхетдин ҡыҙының уңған ҡулдары менән әҙерләнгән тәмле аш-һыу еҫ аңҡыған йорттан туғандары, дуҫтары бер ҡасан да өҙөлмәй. Эшендә лә, ғаиләһендә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналып йәшәгән, ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән уҡытыусыға артабан да тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас