Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
15 Ғинуар , 17:35

Аттар ҙа илай икән...

Был рәйес тә, атын ҡалдырып, машинала елдерә башлаған. Ике көндән һуң Орлик иртүк аҙбарҙан ҡасып киткән. Ғәҙәттәгесә, хужаһы йорты янына барып баҫҡан. Өйөнән сыҡҡан рәйес, уны-быны абайлап тормайса, машинаға барып ултырған. Шул мәлдә ситтәрәк күҙәткән Орлик, ыжғырып килеп, машинаны типкеләп, аяҡтарын ҡанатып бөткән, капотын, ишектәрен, фараларын, тәҙрәләрен ватҡан. Ҡыҫҡаһы, көнсөл ҡатын кеүек тулаған. Был хәлгә ныҡ аптыраған рәйес, ҡурҡып, машинаның ҡаршы яҡ ишегенән сығып ҡасҡан. Шул аяныс хәлдән һуң. рәйес машинаны гаражға ҡуйған һәм бер ҡасан да уға ултырмаған, элеккесә Орлик менән йөрөгән. Ул етәкселектән сыҡҡанда хужалыҡта ат тоторға рөхсәт бирелгән була. “Үлгәнсе бергә йәшәрбеҙ,”—тип, атын үҙ ихатаһында аҫраған. Ат 20 йыллап уға хеҙмәт иткән.

Ҡалала ғүмер кисергән ауыл балаһына ауылдың һәр миҙгеле танһыҡ, ҡәҙерле була икән. Бар йыһанды аҡлыҡҡа күмгән ҡар өйөмдәре, шифалы һалҡын һауаһы, ап-аҡ шәлгә уранған ағастары, сырҡылдаған ҡошсоҡтары, мунса түбәләрендәге торбаларҙан күтәрелгән төтөн бағаналары—барыһы ла олоғайған күңелгә рәхәтлек биреп, үҙенә тартып тора. Һағындыра шул, бик һағындыра тыуған яҡ!

Шундай уйҙар менән ауыл урамдарынан атлағанда, ҡаршыма килгән ағай: “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәрме әле? Һаумы, ҡустым, күптән һине күргем килә ине. Ғибрәтле яҙмаларыңды уҡып барам. Эй, малай, бик матур яҙаһың! Үҙем ябай ат ҡараусы инем, яҙырға оҫталығым юҡ. Аттар тормошонан бик тә һағышлы тарихтарым бар. Ваҡытың булһа, тыңла әле. Ҡайтҡас, шул ғибрәтле һәм һағышлы хәтирәләрҙе яҙырһың,”—тине.

84 йәшлек Илшат ағай менән һөйләшеп киттек. Уның ғибрәтле хәлдәрен күҙ йәштәре аша тыңланым.

Атаһы колхозда ат ҡараусы булғас, бала сағы гел ат утарында үткән. Бала саҡтан аттарға ғашиҡ икән. “Аттарҙы яратыу атайымдан күсте булһа кәрәк”,—тип аңлатты ағай. Көнө-төнө яндарында булғанға, уларҙың һәләтен, холҡон аңларға, эйәрләргә өйрәнгән ул. Үҫмер сағында бәләкәй буйлы, еңел кәүҙәле, етеҙ булыуы арҡаһында, сабыштарҙа “Аҡбуҙ” ҡушаматлы ат менән гел беренселекте алған.

Илшат үҙ киләсәген бары аттар менән күҙаллай. Шуғалыр, бөтөн көнкүреш-йәшәйешен, ғүмерен аттарға бәйләй. “Ат—ир кешенең ғорурлығы, таянысы. Ат—йортҡа бәхет килтереүсе!”—тип ниндәйҙер ғорурлыҡ, эскерһеҙ яратыу менән әйтә ул. Аттарҙы аҡыллы, ышаныслы, тоғро хайуан булараҡ тасуирлай.

Илшат ағай ғүмер буйына айыҡ тормош менән йәшәй. Эсмәй, тартмай, йылҡы итен ауыҙына ла алмай. Аттарҙы ҡыйырһытмай, тауыш күтәрмәй. Аттар ҙа уны бик яраталар. Әкрен генә һыҙғырыуға, янына килеп тә етәләр. Ҡолаҡтарына наҙлы һүҙҙәр бышылдап, күстәнәс сохари ҡаптырыуға, артынан эйәреп тә китер булғандар.

Ул һөйләгәндәрҙән шундай һығымта яһаным: аттың күҙенә иғтибар менән ҡараһаң, унда хужаһының күңел сағылышын күреп була икән. Уҫал, ҡырыҫ кеше булһа—ат үҙен туҡматыуҙан ҡаса. Әгәр атты аңларға теләмәһәң—ул тынысһыҙ, көйһөҙ була, ҡурҡыуын еңер өсөн ниҙер эшләргә әҙер тора. Атты артыҡ бөкһәң, уның күреү һәләте кәмей. Ат 360 градусҡа тиклем тирә-яҡты яҡшы күрә, хатта кешенең ым, ишараһын тоя һәм ҡояш яҡтыһы ла уның күҙен саҡмай, тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, аттың холҡо хужаһының уның ихтяждарын ни дәрәжәлә аңлай белеүенә бәйле икән.

Илшат армияла сик заставаһында Анкор ҡушаматлы айғыр менән хеҙмәт итә. Аҡһыл төҫтәге хәрби атын, һабан туйҙарында беренсе килгән дуҫын һағынып, үҙенсә “Аҡбуҙым” тип атап йөрөтә.

Ҡарағусҡыл йөҙлө, етеҙ, бөтә нәмәгә өлгөр Илшат хеҙмәт иткән заманда Пушкиндың “Цыгане” поэмаһы буйынса Рахманинов төшөргән “Алеко” фильмы бик популяр була (1954 йылда сыҡҡан). Хеҙмәттәштәре шундағы Алеко исемле сегән егетенә оҡшатып, Илшатҡа “Цыган” тигән ҡушамат тағалар.

Ул ат менән ҡатмарлы һәм яуаплы участкаларҙа КСП (контроль-тикшереү полосаһы) тикшерә, сикте һаҡлай. Аҡбуҙ-Анкор үҙенең хужаһын әллә ҡайҙан таный. Илшат, әкрен генә һыҙғырып, уны янына саҡырыр булған. Йылҡылдап торған уяу дуҫы, уны үҙ итеп, әкрен генә бышҡыра. Бер ҡасан да көйһөҙләнмәй, уҫал аттар кеүек туламай. Хужаһын эйәренә ултыртҡас, янбашын тибрәтә-тибрәтә юртып ҡына атлай.

Илшат аттың сәләмәтлеген, таҙалығын ныҡ ҡайғырта: йыуындыра, ялдарын тарай, аяҡтарын таҙарта. Ашхананан алған кишер, шәкәр кеүек тәм-том менән һыйлай, байрамдарҙа ялдарын ҡыҙҙарҙыҡы кеүек толомдарға һала, матур итеп “кейендерә”. Мөмкинлек булғанда, дуҫына һыйынып, уның тылсымлы ла, сихри ла булған еҫен еҫкәп, рәхәтләнеп серем итергә ярата. Шул рәүештә Анкорҙың “аура”һы арыған хужаһына ыңғай тәьҫир итә торған була.

Өс йыл эсендә улар бер-береһенә ныҡ эйәләшеп китәләр. Дембель алдынан, һағышлы айырылышыу яҡынлашҡанын һиҙеп, Илшат йән дуҫын үҙенә биреп ебәреүҙәрен һорай. Билдәле, застава начальнигы риза булмай. Егет, илап, аттан бик ауырлыҡ менән айырыла. Аҡбуҙ-Анкор ҙа, күҙенән йәш ағыҙып, туҡтауһыҙ кешнәп ҡала. “Мин киткәс, Анкорҙы бик оҙаҡ тынысландыра алмағандар. Нур булып, күңелем түрендә аҡ сәскә төҫө кеүегерәк булып йылтырап торған Аҡбуҙ атымды гел төштәремдә күреп йыуанам”,—ти ағай. Уны төштә күреүҙе –һөйөнөскә, байлыҡҡа, ә эйәрләүҙе мәртәбәле булыуға юрай икән үҙе.

Ысынлап та, Илшат ағайға йәштән “ат ене” ҡағылған булған. Әйтерһең дә, ул үҙе аттан яралған. Уның холҡо, ынтылыштары гел ат менән бәйләнгән. “Ир-егеттең эсендә эйәрле ат ятыр”,—тигән ҡанатлы һүҙ тап уның холҡон күрһәтә, тип уйлайым. Ат хужаһы булараҡ, ул үҙе лә бик эшсән, талапсан, күҙәтеүсән, сабыр һәм түҙем.

Аттар ҙа көнләшә икән

Совет осоронда хужалыҡта ат аҫрарға ярамай ине. Хатта колхоз рәйесенең дә шәхси аты булманы. Хөкүмәт бары 1991 йылдан ғына ат тоторға рөхсәт итте,”—тип һөйләй ат ҡараусы.

70-се йылдарҙа колхоз рәйесе ыжғырып торған, бик ғәйрәтле Орлик ҡушаматлы атында ҡышын кошевкала, йәйен тарантаста йөрөй икән. Иртәнсәк Илшат ағай атты егеп, рәйестең өйөнә ебәргән. Орлик “пред”тың сығыуын йорт янында сабыр ғына көтөп торған. Эштән һуңлап ҡайтҡан хужа кисен атты аҙбарға оҙатҡан. Ат ике аралағы мартшрутта шулай үҙе генә 15 йыл дауамында йөрәгән. Күрәһең, яҡшы холоҡло айғыр ике хужаһына ла тоғро булған, уларҙы яратҡан.

1975 йылда колхоз рәйестәренә райондан “Жигули” машинаһы биргәндәр. Был рәйес тә, атын ҡалдырып, машинала елдерә башлаған. Ике көндән һуң Орлик иртүк аҙбарҙан ҡасып киткән. Ғәҙәттәгесә, хужаһы йорты янына барып баҫҡан. Өйөнән сыҡҡан рәйес, уны-быны абайлап тормайса, машинаға барып ултырған. Шул мәлдә ситтәрәк күҙәткән Орлик, ыжғырып килеп, машинаны типкеләп, аяҡтарын ҡанатып бөткән, капотын, ишектәрен, фараларын, тәҙрәләрен ватҡан. Ҡыҫҡаһы, көнсөл ҡатын кеүек тулаған. Был хәлгә ныҡ аптыраған рәйес, ҡурҡып, машинаның ҡаршы яҡ ишегенән сығып ҡасҡан.

Шул аяныс хәлдән һуң. рәйес машинаны гаражға ҡуйған һәм бер ҡасан да уға ултырмаған, элеккесә Орлик менән йөрөгән. Ул етәкселектән сыҡҡанда хужалыҡта ат тоторға рөхсәт бирелгән була. “Үлгәнсе бергә йәшәрбеҙ,”—тип, атын үҙ ихатаһында аҫраған. Ат 20 йыллап уға хеҙмәт иткән.

Армия сафынан ауылына ҡайтҡас, Илшат яратҡан эшен дауам итә. Сөнки армиянан ҡалған йөрәк яраһын башҡаса баҫа ла алмаҫ ине. Колхоз аҙбарында Александра ҡушаматлы бик аҡыллы бейә була. Уны ауылда барыһы ла ярата. Ат та кешеләрҙе үҙ итә. Тол ҡатындар ҙа, берәр эш килеп сыҡһа, гел уны һорап килгәндәр. Ҡыҫҡаһы, ауылдағы бөтөн төр хужалыҡ эштәренә гел Александраны еккәндәр. Ҡартайған аттың колхозда ҡулланыу срогы яҡынлаша. Уны ит комбинатына ебәрәләр. Бөтөн ауыл халҡы, бигерәк тә балалар, йәлләп илап, Александраны оҙатып ҡалалар. Машинаға мендергәс, ат ныҡ тыпырсына. Уның йөрәк өҙгөс кешнәгән тауышы бөтә ауылға яңғырап тора. Илшат был айырылыуҙы ла, яңынан йөрәге аша үткәреп, бик ауыр кисерә.

Ит комбинаты янына барып еткәс, ат, машинанан һикереп, күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға. 2 айҙан һуң бик ныҡ ябыҡҡан, хәлһеҙ Александра, халыҡты таң ҡалдырып, һөйрәлеп тиерлек ауылға ҡайта. Аҙбарҙағы хужаһын эҙләп таба. Уның моң-зар тулы күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәш ағып тора. Хужаһы муйынанан ҡосаҡлап, ялдарын һыйпап торғанда, уның ҡулдарына һыйынып йән бирә... Был тетрәндергес ваҡиғаны Илшат ағай тыныс ҡына һөйләй ҙә алманы. Үҙемдең дә күҙҙәремә йәш килде.

Ысынлап та, аттар илай икән. Улар шатлыҡты ла, айырылыуҙы ла, яңғыҙлыҡты ла, әжәл яҡынлашыуын да алдан һиҙәләр һәм күҙ йәштәре менән яуап бирәләр, тип яҙылған китаптарҙа. Ат ҡолоно йәки хужаһы үлеменә ҡайғырып, күҙ йәше түгә тиелгән. Ҡәбер янына барып, ер тырнап, бышҡырып баҫып тора, хатта ашауҙан ҡалып, кибеү осраҡтары ла бар икән. Иң ғәжәпләндергәне шул: аттарҙың кешеләр менән булған хәл-ваҡиғаларҙы фаразлай һәм аңлай алыуҙары, кеше тойғоларына интуитив рәүештә яуап биреүҙәре.

70-се йылдарҙа дүрт ауылды берләштергән колхозда элемтә хеҙмәте һәр ауылдың уртаһына урынлаштырылған ерле радиоузел аша башҡарыла. Ҡала һәм район менән элемтә колхоз идараһы стенаһына эленгән телефон аппараты борғосон бороп, коммутатор тоташтырғас ҡына барлыҡҡа килә.

Рәйес үҙ инициативаһы менән колхоз биләмәһенә элемтә бағаналары ултырттыра. Бөтә ауылға телефон сымдары һуҙыла. Бригадирҙар йәшәгән йорттарға телефон ҡуйыла. Почта хеҙмәтен, сымлы телефон һәм ике элемтәсе эшен еңеләйтеү өсөн тыныс холоҡло “Буян” ҡушаматлы ат бирелә. Былар барыһы ла рәйестең эшен күпкә еңеләйтә.

Көндөҙҙәрен элемтәселәр, ауылдар араһында ат менән йөрөп, туҡтауһыҙ өҙөлөп торған сымдарҙы ялғайҙар, почта әйберҙәрен тараталар. Буянда инстинкт барлыҡҡа килә. Ул, команда булмаһа ла, һәр бағана янында туҡтай. Тора-бара эшселәр ҙә, Буян да ҡартая. Элемтәнең башҡа төрө барлыҡҡа килә, почтаны машина ташый башлай. Буянды элемтәселәрҙең береһенә иткә тип һаталар. Йәй буйы Буян үҙе генә иртәнсәк болонға сығып китә, кис өйгә ҡайта. Хужаның үҙе менән бергә ҡартайған атты һуйырға ҡулы бармай: хужалыҡта файҙаланыу өсөн уны икенсегә һатып ебәрә. Тегенеһе ат менән үҙе теләгәнсә йөрөй алмай. Сөнки баҫыуға сығыу менән Буян, һәр бер бағана янында туҡтап, оҙаҡ итеп баҫып тора икән. Яңы хужа, ат менән тамам ыҙалағас, уны иткә оҙата.

Илшат ағай һөйләгән ғибрәтле хәлдәрҙә аттар барыһы ла урыҫса ҡушаматлы. Элек шулай атау модала булған, күрәһең. Юҡһа, бик матур яңғыраған үҙебеҙҙең атамалар ҙа бар бит. Мәҫәлән, Аҡбаш, Аҡбуҙ, Алсынбай, Алтай, Алтынбай, Алмасыуар, Арғымаҡ, Йондоҙ, Ҡашҡа, Юртаҡ, Толпар...

Йәш сағында Илшат ағайҙы техникаға ултырырға ҡыҫтаусылар ҙа була. Ләкин ул йәне теләгән шөғөлөнә ғүмере буйы тоғро ҡала. Бәләкәй генә эш хаҡына йәшәһә лә, хәләл көсөн түгеп, яратҡан хайуандарынан көс-ҡеүәт алып, булғанынан шөкөр итеп, күңел тыныслығында йәшәй ул.

Ш. Ғәниев.

 

Автор:
Читайте нас