Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
30 Декабрь 2025, 21:25

Ҡағыҙға төрөлгән бүләк

Ынйы уның артынан сығып та, туҡтатып та торманы. Ошо мәлдә ул бар нәмәһе ялҡытҡан мәктәптән китәсәген хәл итте. “Тик беренсе сирек кенә бөтһөн” тип уйланы. Дәрестәр тамамланғас, машинаһына ҡарай атлаған уҡытыусы, скверҙағы эскәмйәлә баяғы малайҙың ултырып йоҡлауын күрҙе. Ябыҡ ҡына бала төшөндә һаташа, күрәһең, дер ҡалтырай. Ынйы уға иғтибар итмәҫкә тырышып, машинаһына ултырып ҡуҙғалып китте. Унан үҙенең 5 йәштәр самаһындағы бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Әсәһе менән ҡайтып килгәндә юл ситендә ултырған бесәй балаһын күреп ҡалды ул. Бысраҡ, ябыҡ, ас мәхлүк ҡалтыранып ултыра ине. Ҡыҙыҡай уны йәлләп, йүгереп барып йөрәгенә ҡыҫты. Артынан йүгереп килеп еткән әсәһе бесәй балаһын унан тартып алып, ситкә быраҡтырҙы. Бахыр йән эйәһе бысраҡ күләүеккә барып төштө. Унан көскә баҫып, кешеләргә ҡараны. Шул тиклем йән һыҙлауы сағылды бесәй балаһының ҡарашында. Әсәһе мәхлүккә ынтылып илаған Ынйыны күтәреп алып ҡайтып китте. Төнөн йәш уҡытыусы һаташып йоҡланы. Йылдар төпкөлөндә ҡалған күләүектәге бесәйҙе һәм класындағы иң яратмаған бысраҡ малайҙы күрҙе ул. Икеһенең дә йән өҙгөс ҡарашы уға өнһөҙ төбәлгән, ниҙер ялбара кеүек ине...

Ҡағыҙға төрөлгән бүләк

хикәйә

Ынйы көҙгөләге һылыу, әммә үтә моңһоу ҡыҙға тағы бер тапҡыр күҙ һалды. Ундағы һомғол буйлы, килешле кейенгән һын “артабан да тағы нимә ҡыландырып ҡарайһың мине” тип үпкәләгән кеүек тойолдо. Эшенә бер сәғәт ваҡыт ҡалған. Атаһының тырышлығы менән күптән машинала елдереп йөрөһә лә, бөгөн йәйәү сығырға уйлағайны. Шулай уйҙарын тәртипкә килтергеһе, йә аҡылының, йә ашҡынған йөрәгенең еңеүен көтөп алғыһы килде. Булманы. Ынйы машинаһына ултырып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалып китте. Эйе, икенсе йыл эшләй ул мәктәптә, тик бер нисек тә өйрәнеп китә алмай.

Ата-әсәһенең берҙән-бер иркә ҡыҙы төрлө уҡыу йорттарына инеп ҡараны. Береһен ташланы, икенсеһенән имтихандарын бирә алмай ҡыуылды. Атаһына алдан әйтһә, бер нисек хәл итер ине. Тик үҙе теләмәне. Ярты йыл баш ҡалала уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә ята бирҙе. Һәр саҡ аҡсалы булған ҡыҙҙың дуҫтары күп ине. Төнгө клубтар, таңға тиклем шашынып бейеүҙәр, башты әйләндергән эсемлектәр. Әммә ҡапыл ауырып йығылғас, көн-төн шылтыратҡан дуҫтар юҡҡа сыҡты. Хатта “яратам” тип артынан эйәреп йөрөгән Владигы ла: “Дауаханаға бар, нимәгә миңә шылтыратаһың? Хәҙер көслө грипп йөрөй, миңә йоҡтороп ҡуйһаң. Һауыҡҡас осрашырбыҙ”, - тип телефонын һүндерҙе. Ә Ынйы уға шул тиклем ышанғайны! Исмаһам, температураны төшөргән дарыу алып килеп китһә ине тип өмөтләнгәйне. Ҡыҙ хәлһеҙ тауыш менән әсәһенә шылтыратырға мәжбүр булды. Атаһы менән әсәһе, әллә нисәмә саҡрымда ятҡан ҡаланан, бер нисә сәғәт эсендә килеп етте. Ҡыҙының ниндәй хәлдә икәнен күреп, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар. Укол һалғас, ҡыҙ йоҡлап китте. Уның иларға ла хәле ҡалмаған ине. Атаһы фельдшерҙан ҡыҙының оҙон юлды күтәрә алырмы икәнлеген һорашты ла, ыңғай яуап алғас, тыуған яҡтарға елдерҙеләр. Уяулы-йоҡоло барған Ынйы атаһы менән әсәһенең һөйләшеүҙәрен ярым-йорто ишетеп барҙы. “Әйттем мин һиңә, ситкә ебәрмәйек тип. Иркәләп кенә үҫкән ҡолонсағым әрәм була яҙҙы” тип илаулай әсәһе. Атаһы уны тынысландырып маташа. Һаман мышҡылдаған ҡатынына: “Беҙ һаман-һаман янында була алмайбыҙ – мәңгелек түгелбеҙ. Үҙаллыллыҡҡа күнһен тип уйланым бит!”- тип ҡатыраҡ әйткәс, тынлыҡ урынлашты. Ынйы машинаның ипләп кенә геүелдәүенә йоҡлап китте. Атаһы уны бер туған ҡустыһының шәхси клиникаһына алып барҙы. “Йәш организм, йүнәлер. Үпкәләр зарарланған. Әммә эш унда ғына түгел, Ынйы үтә ныҡ ябыҡҡан. Хәҙер ҡыҙҙар шикле диеталарҙа ултырып, ныҡ ябыға, унан анорексия башлана. Ә уны дауалауы үтә ауыр”,-тине табип.

Ынйы ике аҙна самаһы дауаханала ятып сыҡты. Көҙ еткәс атаһының кәңәше менән урындағы уҡыу йортона инде. Ата-әсәһе янында студент йылдары шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Диплом алғас, тағы аптырап ҡалды. Төп һөнәре – уҡытыусы. Әммә мәктәпкә эшләгеһе килмәй ине ҡыҙҙың. Урындағы редакцияға хәбәрсе кәрәклеген ишетеп, шунда барҙы. Тик унда ике ай ғына эшләй алды. Ҡыҙ төрлө сараларға йөрөргә, кешеләр менән аралашырға яратһа ла, һуңынан быларҙың барыһын ҡағыҙға төшөрөүе үтә ауыр ине уға. Тағы өйҙә тик ултырған ҡыҙына ата-әсәһе борсолоп ҡараны. Улар табиптың: “Ынйыны үтә хисле, иркә итеп тәрбиәләгәнһегеҙ. Уға яңғыҙ ҡалырға ярамай. Сөнки тиҙ генә төшөнкөлөккә бирелә”,- тигән һүҙҙәрен хәтерләне.

Уҡытыусылар етмәгәнен белгәс әсәһе, уны мәктәпкә эшкә барырға өгөтләне. Оло йәштәге директор ҡыҙҙы ҡыуанып ҡаршы алды. “Йәштәр килһә, ҡыуанабыҙ. Беҙгә алмаш кәрәк, алмаш”, - тип йылмайҙы ул.

Ата-әсәһенең елбәҙәк, иркә ҡыҙы шулай икенсе йыл Ынйы Закировна булып йөрөй. Уны бишенселәргә класс етәксеһе итеп тә ҡуйҙылар. Яңы йылға табан эшкә килгән йәш уҡытыусының яңы тормошо башланды. Быға тиклем ике бишенсегә класс етәксеһе булып эшләгән оло уҡытыусының балаларға беренсе кластан яҙылған характеристкаларҙы тоттороп, “Тәүҙә уҡып сығығыҙ, эшләүе, балаларҙы аңлауы еңелерәк булыр”, - тигәнен ҡолағына ла элмәне. Һәр баланың холоҡ-һыҙаты ентекләп тултырып барылған ҡағыҙҙар, шкафтың ҡараңғы мөйөшөнә осто һәм онотолдо.

Ынйы уҡытыусы эшенә күнегә алманы. Күҙенә ҡарап ултырған балалар ҙа, уға аҡыл өйрәтеп маташҡан оло уҡытыусылар ҙа, хатта мәктәп ашханаһының еҫе лә йәнен көйҙөрҙө. Тик ата-әсәһен борсомаҫ өсөн генә “барыһы ла яҡшы” тигән булды. Күңеленә ятмаған эшме, әллә үҙен ҡулға ала алмауҙанмы, Ынйы тағы йыш ауырый башланы. Шуға ярты йыл күберәк больничныйҙа үтеп китте, йәйге каникул башланды. Ата-әсәһенә мәктәптән китергә уйлауын әйткәйне, атаһы: “Яуаплылыҡ кәрәк, ҡыҙым, яңы алған класың, исмаһам, туғыҙҙы бөтһөн”, - тип ҡаты итеп әйтте. Ынйы күнергә мәжбүр булды.

Һәм бына тағы яңы уҡыу йылы башланды. Машина мәктәп янына барып еткәс тә, уҡытыусы унан сыҡмай ултыра бирҙе. Уҡыу йылы алдындағы педсоветтан һуң директорҙың үҙен генә ҡалдырып әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Ынйы Закировна, ата-әсәләр һеҙҙән ҡәнәғәт түгел, икенсе класс етәксеһе һорайҙар. Элекке кеүек уҡытыусыларҙы һайлап алыу мөмкинлеге юҡ шул. Бер-ике ай көтәм дә, класс етәкселеген һеҙҙән алырға тура килер”.

Йәш уҡытыусы класҡа инде. Балаларға йылмайып ҡарап: “Бер йәй эсендә ҙурайғанһығыҙ”, - тигән булды. Һәр саҡтағыса уҡыусыларға үҙаллы эш ҡушты ла, үҙе уйға сумды. Артҡы партала бөршәйеп, йәшенеп ултырған малайҙың яҙмауын күреп, уны баҫтырып ҡуйҙы. Балалар шырҡылдап көлә башланы. Ынйы бала эргәһенә килде. Уның еткән сәсенә, тырнаҡтарына ҡарап, йыуынмаған еҫ килеүен тойоп ерәнде. “Нимәгә яҙмайһың?”-тип һораны асыуын көскә тыйып. Балалар: “Ынйы Закировна, уның ручкаһы ла, дәфтәре лә юҡ!” - тип көлә башланы. Бер бала: “Магазин алдындағы бомждар һинән байыраҡтыр әле”, - тип ҡысҡырғайны, малай уҡтай атылып кластан сығып та китте.

Ынйы уның артынан сығып та, туҡтатып та торманы. Ошо мәлдә ул бар нәмәһе ялҡытҡан мәктәптән китәсәген хәл итте. “Тик беренсе сирек кенә бөтһөн” тип уйланы. Дәрестәр тамамланғас, машинаһына ҡарай атлаған уҡытыусы, скверҙағы эскәмйәлә баяғы малайҙың ултырып йоҡлауын күрҙе. Ябыҡ ҡына бала төшөндә һаташа, күрәһең, дер ҡалтырай. Ынйы уға иғтибар итмәҫкә тырышып, машинаһына ултырып ҡуҙғалып китте. Унан үҙенең 5 йәштәр самаһындағы бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Әсәһе менән ҡайтып килгәндә юл ситендә ултырған бесәй балаһын күреп ҡалды ул. Бысраҡ, ябыҡ, ас мәхлүк ҡалтыранып ултыра ине. Ҡыҙыҡай уны йәлләп, йүгереп барып йөрәгенә ҡыҫты. Артынан йүгереп килеп еткән әсәһе бесәй балаһын унан тартып алып, ситкә быраҡтырҙы. Бахыр йән эйәһе бысраҡ күләүеккә барып төштө. Унан көскә баҫып, кешеләргә ҡараны. Шул тиклем йән һыҙлауы сағылды бесәй балаһының ҡарашында. Әсәһе мәхлүккә ынтылып илаған Ынйыны күтәреп алып ҡайтып китте.

Төнөн йәш уҡытыусы һаташып йоҡланы. Йылдар төпкөлөндә ҡалған күләүектәге бесәйҙе һәм класындағы иң яратмаған бысраҡ малайҙы күрҙе ул. Икеһенең дә йән өҙгөс ҡарашы уға өнһөҙ төбәлгән, ниҙер ялбара кеүек ине.

Йоҡоһо туймаған Ынйы иртәнсәк эшкә йәйәү китте. Был юлы көҙгө алдында өйрөлмәне, мәктәпкә йүгереп тигәндәй барҙы ул. Дәрескә бер сәғәттәй самаһы ваҡыт бар. Ынйы оло уҡытыусы биргән характеристикаларҙы килтереп сығарҙы. Теге малайға яҙылған файл иң аҫта ятҡан булып сыҡты. Бына башланғыс класс уҡытыусыһының яҙмалары: “Хәрефтәрҙе белеп килде, иң тәүҙә уҡырға өйрәнде. Бик шәп уҡый, аңлатҡанда уҡ отоп ала. Балалар менән уртаҡ тел тиҙ тапты, лидер һыҙаттары бар. Кластағы төп ярҙамсым ул, һәр саҡ йылмайып торған, ярҙамсыл малайға балалар ҙа тартыла...”

Ынйы ышанмай тағы берҙе уҡып сыҡты. Өсөнсө кластағы яҙма уйға һалды: “Әсәһе ныҡ ауырый башлағас, бала үҙгәрҙе. Дәрес ваҡытында ҡапыл илай башлай, уҡыуы насарайҙы. Балалар ҙа унан ситләшә...” Тағы бер яҙма: “Әсәһе үлгәс, бер ай мәктәпкә йөрөмәне. Атаһының балала эше юҡ. Өйҙәренә барҙым, индермәнеләр...”

Ынйы ҡатып ҡалды. Сикәһенән туҡтауһыҙ аҡҡан ҡайнар йәштәрен дә тойманы. Малайҙың ошондай хәлгә төшөүендә үҙен ғәйепле тойҙо, унан әсәһенән яҡлай алмаған бесәй балаһы иҫенә төштө... Класҡа балалар килеп тулғанын да һиҙмәгән. Кисәге хәлдән һуң малай дәрескә килмәҫ тип уйлаған ине. Юҡ, ултыра, һәр саҡтағыса бөршәйеп ҡалған, күҙен ыуалап-ыуалап ала, йоҡоһо туймаған, күрәһең. Ынйы һәр балаға иғтибар менән ҡарап сыҡты, унан таҡтаға “Ысын кеше ниндәй булырға тейеш?” тип яҙып ҡуйҙы. Унан уҡыусыларына боролоп, “Бөгөн беҙ ошондай темаға инша яҙабыҙ. Һеҙгә ошо һорауға яуап бирергә генә кәрәк. Бер һөйләмме, бер бит итеп яҙаһығыҙмы – әһәмиәте юҡ, тик ысын күңелдән уйланып яҙығыҙ”, - тине ул.

Уҡытыусы тартмаһын асып дәфтәр һәм ручка алды. Унан һәр саҡтағыса бер нәмәһе булмаған малайҙың алдына һалды. Уныһы уға аптырап ҡараны. “Һиңә ул, һиңә, яҙ” тине Ынйы әкрен тауыш менән, унан үҙе лә һиҙмәҫтән малайҙың еткән, күптән йыуылмаған сәсенән һыйпаны. Малай күтәрелеп ҡараны, ҙур күҙҙәрҙә тәүҙә аптырау сағылды, унан осҡондар сәсрәне.

Ошо көндән Ынйы ла, малай ҙа, хатта бар балалар ҙа үҙгәрҙе. Һәр саҡ моңһоу, күңелһеҙ кабинетта шат тауыштар яңғырай башланы. Ынйы директорҙан рөхсәт һорап, мәктәптең төрлө йорт йәнлектәре тотолған тере мөйөштә, алтынсылары өсөн шефлыҡ булдырҙы. Балалар быға бигерәк тә ҡыуанды. Күмәкләшеп тутыйғоштарҙы, алйырҙандарҙы зыҡ ҡубып ашатыу уларҙы дуҫлаштырҙы. Ынйы балаларҙы йыш ҡына экскурсияларға алып йөрөнө, алтын көҙҙө оҙатырға алып барҙы. Балаларға бер ултырып ашарлыҡ ризыҡ алып килергә әйтергә уйланы ла, тыйылды. Малайҙың ундай мөмкинселеге юҡ, тимәк, килмәүе йәки үҙен кәм тойоуы бар. Шуға күрә иртән ҡамыр ҡуйып, кис буйы бер класҡа етерлек итеп бешеренде, магазинға инеп, кәнфит-һут та һатып алды. Ике ҙур сумка тотоп машинаһынан сыҡҡан уҡытыусы янына балалар йүгереп килде. Малайҙың да булыуын күреп, Ынйы еңел тын алды. Хәҙер уҡытыусы үҙе лә аңламаҫтан ошо балаға тартыла ине.

Бер кис, ниһайәт, ҡурҡыуын еңеп, Ынйы малайҙың йортона китте. Ишек бикле. Шаҡыуына ҡорған ҡыбырлап ҡуйҙы, әммә асыусы булманы. Ынйы боролоп сығып барҙы ла, унан кире инеп ныҡ итеп туҡылдата башланы. Ун минут самаһынан һуң йөҙө таушалған, ябыҡ бер ир сыҡты. Уҡытыусы икәнен белгәс, этеп ебәреп ишекте кире элде. Ынйы йәне көйөп: “Ҡатынығыҙ өс йыл элек үлгән, ә һеҙ яратҡан кешегеҙҙең йөрәк ярып тапҡан балаһын тере үлек итеп йөрөтәһегеҙ!” - тип ҡысҡырҙы.

Икенсе көндө малай мәктәпкә килмәне. Ынйы йорттарына барған өсөн үҙен әрләп, көскә дәрес бөткәнен көтөп алды ла, тағы уларға китте. Был юлы ишек асыҡ ине. Ынйы һаҡ ҡына барып инде. Ҡулдарына йыуғыс тотоп, бүлмәләрҙе йыуған аталы-уллыны күреп, һыҡтап илап ебәрҙе. Янына йүгереп килеп еткән икәүгә “шатлыҡтан мин, шатлыҡтан” тип кенә әйтә алды. Ынйы аталы-уллыға ярҙам итергә тотоноп китте. Һуң ғына ҡайтҡан ҡыҙҙарына ҡарап ата-әсә нимә әйтергә лә белмәне. Ынйы бәхетле йылмайып, “мин ашап ҡайттым” тип бүлмәһенә инеп карауатына ауҙы. Нисәмә йылдар эсендә беренсе мәртәбә бер төш күрмәй, һаташмай йоҡланы ул.

Яңы йыл алдынан балалар яратҡан уҡытыусыларына бүләк тотоп килгән ине. Таҙа кейенгән, йөҙө балҡып киткән малай гәзиткә төрөлгән бүләк алып килеп тотторғас, класс “геү” итеп ҡалды. Уҡытыусы уларҙы тынысландырып, ҡағыҙҙы асты. Унан килеп сыҡҡан бер ташы төшкән муйынсаҡты һәм яртылаш бушаған хушбуйҙы күреп балалар тағы көлә башланы. Ынйы бөршәйеп ҡалған малайҙың башынан һыйпап: “бик матур бүләк” тине лә, биҙәүесте тағып алды. Унан хушбуйҙы ҡул суҡтарына һиптерҙе. Дәрес бөткәс, малай уҡытыусы янында тороп ҡалды. Унан ҡапыл Ынйыны ҡосаҡлап: “Хәҙер һеҙҙән минең әсәйемдең тәмле еҫе сыға”, - тине.

Егерме йылдан Ынйы Закировна яратҡан уҡыусыһы – улының туйында уға ҡарап һоҡланып һәм ғорурланып туя алманы. Ныҡлы терәк-таянысы, һәр күңелһеҙлектән ҡурсалап, иркәләтеп кенә йәшәткән иренә тағы бер ул һәм ҡыҙ тапһа ла, ошо малайҙы нығыраҡ яратҡан төҫлө ине. Кейәү балаҡай һүҙ алғас, барыһы ла тын ҡалды: “Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен миңә ышанған һәм көс биргән Әсәйемә әйткем килә. Минең генә түгел, атайымдың да Фәрештәһе булып килеп инде ул беҙҙең яҙмышҡа. Әсәй, мине барыһына ла өйрәткәнең, ауыр саҡта үҙ көсөңдө миңә биргәнең өсөн ҙур рәхмәт”

Ынйы, хәҙер инде төбәктә генә түгел, ә ил кимәлендә танылған уҡытыусы Ынйы Закировна күҙ йәшен тыя алмай: “Яңылышаһың, улым, һин мине барыһына ла өйрәттең, ғүмерлек һабаҡ бирҙең, ысын Уҡытыусы һәм Әсәй иттең. Рәхмәт һиңә...”-тип бышылданы.

Уны ҡосаҡлап алған улы, сит илдәрҙә лә киң билдәле архитектор, әсәһендә егерме йыл элек бүләк иткән хушбый еҫен тойоп һәм ҡиммәтле биҙәүес менән бергә тағылған муйынсаҡты күреп, үҙен иң бәхетле бала итеп тойҙо...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас