

Бөгөн Тәфтизан ағайҙың тыуған көнө. Журналистика өлкәһендә булған бар ҡаҙаныштарға өлгәшкән Тәфтизан Сабирйән улы Ушановтың тыуған көндәрен коллектив менән шаулап үткәргән мәлдәр бар ине. Юбилейҙарында ҡотло йорттарында булып, хәләл ефете, типография өлкәһендә бар уңыштарҙы ҡаҙанған Гөлшат апайҙың тәмле аш-һыуынан хайран ҡалған заман нисек улай тиҙ үтте икән?
1999 йыл. Баймаҡҡа ҡайтҡан мәл. Әсәйем: “Башҡорт телендә үҙаллы гәзит асалар, барып ҡара шунда” тей. Аңлашыла, әсә кеше балаһын кире алыҫҡа, Өфөгә ебәргеһе килмәй. Барыбер алмаясаҡтар тигән уй менән редакция бинаһына юл алдым. “Һаҡмар” гәзитенең йәш кенә мөхәррире Илһам Йәндәүләтов: “Нимәгә алданыраҡ килмәнең? Беҙҙә урындар бөттө”, -тине. Мин ниңәлер уға русса ғына һөйләп яуап бирәм. Илһам Миңлеғәле улы аптырап тигәндәй: “Беҙҙә башҡорт гәзите, беләһеңме?” - тине. Мин уға яуап итеп “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан табаҡ-табак материалдарымды һалдым. Ул “көтөп тор әле” тип сығып ките. Күп тә үтмәне бәләкәй буйлы, йылмайып ҡына торған ағай менән килеп инде. Тәфтизан ағай булған икән ул. Миңә текләп ҡараны ла, “был ҡыҙҙы эшкә алырға кәрәк” тип ҡуйҙы. Һуңынан “Тәфтизан ағай, ниңә шунда мине алырға булдығыҙ?” тип һорағанда, “Һинең ҡарашың оҡшаны миңә, ундай ҡараш ысын кешеләргә генә хас” тигәйне.
Штатта урын бөткәс, мине фотохәбәрсе итеп яҙып ҡуйҙылар. Шунан башланды ла инде минең тыуған ҡаламдағы, яратҡан гәзитемдәге ике тиҫтәнән ашыу һуҙылған йыл яратҡан эшем. Тәфтизан ағай ысын остазыма, яҡын кәңәшсемә әүерелде. Компьютерҙар юҡ, мәҡәләләрҙе ҡағыҙға яҙабыҙ. Бер-ике хата ебәрһәм дә, Тәфтизан уҡый ҙа, хатаны күреп йыртып ташлай. Яңынан яҙам. Үпкәләү ҡайҙа! Күҙенә генә ҡарап торҙоҡ! “Русса фекер йөрөтәһең, русса уйлап, башҡортсаға тәржемә итеп яҙғаның һиҙелә, башҡортса уйла!”-тип өйрәтә ине. Өс йылдан һуң, “нәкәнис, башҡортса фекерләргә өйрәндең” тине. Был минең өсөн иң ҙур баһа булды.
Хәҙер руссанан тәржемәне шунда уҡ эшләһәк, “Тәфтизан ағай булдыҡ” тип ҡыуанабыҙ. Сөнки Тәфтизан Сабирйән улы русса текстарҙы ҡулына тота ла, уҡып шунда уҡ машинисткаға тәржемә итә башлай ине. Был да үҙенә күрә ҙур һәләт ине.
Тормошта ла күп кәңәштәрҙе бирҙе ул. Атайыбыҙ урынына булды тиергә була. Иремдең фамилияһына күсмәйем тигәндә, ул ир-егеттең баһаһын мәңгелеккә етерлек итеп аңлата алды. Сабый баламды коляскала һалып баҙарҙа йөрөгәндә лә Тәфтизан ағай бала тапҡан ҡатын ни өсөн 40 көн үтмәйенсә өйөнән сығырға тейеш түгеллеген күңелгә үтерлек инеп аңлатып, баҫтырып ҡайтарып ебәрҙе.
Тыныс йоҡла, Тәфтизан ағай. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, әммә һинең кәңәш-аҡылыңды тотоп йәшәргә тырышабыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.