Мин Земфира менән бергә үҫтем. Мәктәптән һуң төрлө ерҙә уҡыһаҡ та, араларҙы өҙмәнек. Дипломлы белгестәр булып, икебеҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайтып урынлаштыҡ. Бер районда йәшәгәс, әллә ни йыш булмаһа ла, ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, телефондан хәл белешеп торабыҙ. Ике йыл тигәндә, мин кейәүгә сығып, бәпәй алып ҡайттым. Земфираның уҡығанда уҡ егете бар ине. Тик аҙаҡҡы курстарға еткәндә ташлаштылар. Унан һуң да йөрөп ҡараны, әммә күңеленә оҡшағанды таба алманы буғай.
Хәҙер беҙҙең икебеҙгә лә 36 йәш. Бер ҡараһаң, тормош әле яңы башланған кеүек. Икенсе яҡтан, Земфира кеүек ҡыҙҙарҙың морон сөйөп, һайланып йөрөй торған саҡтары уҙып бара бит инде. Ҡырҡҡа яҡынлашҡанда, ни ир, ни бала, тигәндәй. Әхирәтемдең ир-ат күҙе төшөрлөк әллә ни сибәрлеге лә юҡ шул. Тәбәнәк буйлы, тулыраҡ ҡына кәүҙәле ҡыҙ. Эше лә, үҙе хыялланғанса, яҡшы аҡсалы ерҙә түгел. “Йүнле кейем дә ала алмайым, бөтөн тапҡаным ипотекаға китә,”—тип зарлана. Бер-ике тапҡыр фатирына егеттәр индереп, йәшәп тә ҡараны. Әммә әҙ генә торалар ҙа, теге ере оҡшамай, был ере, тип, араларҙы өҙә. Ә үҙе беҙгә килгән һайын: “Рәхәт тә һуң һеҙҙә! Өйөң яҡты, табының тулы ризыҡ, ашың бешкән. Малайың йүгереп йөрөй. Ә минең ҡайһы ваҡыт фатирыма ҡайтҡым да килмәй, Сәй ҡуйып эсһәм, эсәм, артыҡ нәмә бешергәнем дә юҡ. Туйҙым был яңғыҙлыҡтан,” --тип уфтана.
Дуҫымдың был хәленә беҙ ҙә битараф түгел. Ирем менән: “Кем менән таныштырырға инде быны,”—тип уйлашабыҙ. Земфираға тиң булырҙай егет эҙләйбеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тиҙ генә табып та булмай икән әле уны. Уға 40 йәштәр тирәһендәгеләр кәрәк бит инде. Ә һәйбәт кеше ул йәшкә тиклем буйҙаҡ булып йөрөмәй. Ундайҙарҙы бик тиҙ эләктерәләр. Егет һаман да яңғыҙ йөрөй икән, тимәк, шикләнергә урын бар. Ул йәштәге “кандидаттар”ҙың ҡайһыныһы һалғыларға ярата, ҡайһыныһының ҡулынан рәтле эш килмәй. Ҡайһы берҙәре шул дәрәжәгә төшөп бөткән, уларға ҡатын-ҡыҙ ни ҙә, яңғыҙлыҡ ни—барыбер. Бөгөн ашарына, эсеренә булһа, шул еткән. Ҡатын, бала менән интеккеләре килмәй. Ҡыҫҡаһы, конкрет кеше тапҡансы, шаҡтай ваҡыт үтте.
Көндәрҙән-бер көндө ирем:
-Бригадаға слесарь малай килде. Эшкә тыңлаулы былай. Һораштырған инем, өйләнмәгән икән. Тормош алып барырҙай кешегә аҡшаған. Әллә Земфираны күрһәтеп ҡарайбыҙмы?—тине. Күрһәтеп ҡарарға, әлбиттә! Быларҙы осраштырыу планы ҡорҙоҡ. “Иртәгә үк эштән һуң тура беҙгә алып ҡайт. Земфираны ла шул ваҡытҡа саҡырам,”—тинем. Тиҙ генә был хәбәрҙе дуҫыма ла шылтыратып әйттем.
Ҡунаҡтар килеүгә бәлеш һалдым. Табын янына ултырыштыҡ. Сәй яһаған арала “йәштәр”ҙе күҙәтәм. Ҡарап торошҡа, икеһе лә ябай ғына егет менән ҡыҙ инде. “Бына мин” тип сәсрәп торған матурлыҡтары ла юҡ. Егет бик баҫалҡыға оҡшаған. Күп һөйләшмәй, тыңлап ҡына ултыра. “Быларҙан тормош алып барырҙай бер тигән пар килеп сығасаҡ,”—тип уйлайым эстән генә. Шулай итеп, зал яғына сығып, тегене-быны һөйләшеп ултырҙыҡ та, ҡунаҡтарҙы оҙаттыҡ.
Икенсе көндө Земфира: “Был егет миңә оҡшаманы. Унан тәмәке, майлы кейем еҫе килә,”—тип шылтыратып, күңелемде төшөрҙө. Наилды эштән ҡайтышлай алып индек бит. Эштә һеңә торғандыр инде май еҫе. “Миңә интеллигент кәрәк. Костюм-салбарҙан йөрөһөн. Шапшаҡты яратмайым. Был кеше үҙен-үҙе ҡарап йөрөргә өйрәнмәгән. Аҙнаға бер-ике генә ҡырынып, бөтә гараж еҫен эйәртеп ҡайтасаҡ. Миңә ундай кәрәкмәй,”—тип һүҙҙе бөтөрөп, теманы икенсегә борҙо әхирәтем.
Бына һиңә мә: егетебеҙ ҙә ҡыҙҙы оҡшатмаған булып сыҡты. “Земфира насар ҡыҙ түгелдер, аңлайым. Ләкин мин буласаҡ ҡатынымдың матур, зифа буйлы булыуын теләйем.”Пончиктар”ҙы яратмайым,”—тигән иремә.
Элек был йәки теге кеше нишләп яңғыҙ икән, ти инем. Хәҙер аңланым. Яңғыҙлыҡты һаман ғына ла эсеүҙән, ялҡаулыҡтан йәки “йүнле ҡыҙҙар юҡ”тан эҙләмәҫкә, тигән һығымтаға килдем. Әле йәштәре ҡырҡҡа яҡынлашҡандарға ла, 17-18 йәшлек саҡтарындағы кеүек, һайлаған кешеләренең төҫ-бите, ҡиәфәте әртистәрҙеке кеүек кәрәк икән. Һаман аҡыл ултырмаған, шуға һайланалар.
Кеше үҙ мөмкинлектәре тураһында ла уйланһын ине. Беребеҙ ҙә әллә кем түгелбеҙ бит. Донъяла юҡ принцтарҙы, оҙон ботло, матур ҡыҙҙарҙы көтөп ғүмер уҙғарғансы, әйләнә-тирәгә күҙ һал һин. Күп бит ул яңғыҙҙар. Бәлки, көткән кешең эргәңдә генә йөрөйҙөр. Эшкә термос менән ҡайнар аш, төрлө ҡамыр ризыҡтары алып йөрөгән иремә әлеге егет: “Шәп йәшәйһең, малай.”—тип әйтә икән.
Земфира ла: “Һеҙҙә рәхәт,”—тип китә. Юғиһә, ирем дә йыш ҡына майға батып ҡайта, теле лә гел һандуғас кеүек һайрап тормай. Ғаилә ҡороп, өйгә ҡайтҡы килеп торһон өсөн, костюм-салбарлы ир ҙә, 90-60-90-ға эйә булған ҡатын да кәрәкмәй. Бары аңлашып йәшәү, икеңдең дә бер яҡҡа ҡарауы ғына кәрәк. Ҡиәфәт—бер ни түгел, тормош тартырлыҡ кеше булһын.
Ә.