Бәхетең булһын, ҡыҙ бала!
Бөгөн Фәниәнең ниңәлер эсе бошто. Күкрәк тирәһен ниндәйҙер билдәһеҙ бер сәбәп тырнай ҙа тырнай. Эше лә ярайһы ғына бара. Ул ауылдан йөрөп ҡаланың ҙур магазинында тауар үлсәп тороусы булып эшләй. Еңел түгел түгелен, шулай ҙа түҙергә була. Борсолорлоҡ бер сәбәп тә юҡ кеүек. Барыһы ла үҙ урынында, барыһы ла иҫән-һау. Ире Марат алыҫ рейстарҙа йөрөй, уҡып та, эшләп тә йөрөгән ҡыҙҙары Рәзиләнең ялға ҡайтҡан сағы, улдары Азамат—каникулда. Бер көйгә һалынған тормоштоң үҙ яйына барыуына шөкөр генә итерлек. Магазиндың артҡы бүлегендә сыр киҫәктәрен бүлеп үлсәй-үлсәй, Фәниә үҙ алдына йыр көйләп, төшөнкө кәйефен күтәрергә тырышҡан була. Тик йыр, күкрәгенән бәреп сыҡҡан ауыр көрһөнөү аҫтында күмелеп, ярты ерҙә өҙөлөп ҡала.
Ҡараңғы кистә
Арып-талып һуң ғына ҡайтҡан Фәниәне ҡыҙының дуҫы Илгизә ҡысҡырып туҡтатты. Ни булған был ҡыҙға? Нишләп илай ул? Илгизә ашығып: “Фәниә апай, унда... Кәримдәр Рәзиләне машинаға ултыртып алып киттеләр... Икәү ине улар. Һөйрәп машинаға ултырттылар,”—тип ниҙер аңлата башланы.
Был хәбәрҙән Фәниәнең хәле бөттө. Йығылмаҫ өсөн ҡапҡа буйындағы эскәмйәгә сүгәләне. Төҫө ҡасҡан Фәниәгә ҡарап, Илгизә тағын да ҡурҡа төштө, нығыраҡ илай башланы. Әсәнең зиһене сыуалды. Нишләргә? Ҡайҙа барырға? Ҡайҙан эҙләргә? Янында сәбәләнгән Илгизәнән: “Нисек булды был хәл, һин ҡайҙа инең?”—тип саҡ һорай алды. Ун алты йәшлек Илгизә үҙен дә ғәйепле һананы, ахыры, ҡалтырана-ҡалтырана: “Рәзилә мине оҙатырға аръяҡҡа сыҡҡайны. Улар ҡапыл килеп туҡтанылар... Беҙ күрмәй ҙә ҡалдыҡ,”—тине.
Ҡапыл шулай йомшап китеүенә Фәниәнең асыуы ҡуҙғалды. Ул һикереп торҙо. Балаһының яҙмышы хәл ителгән минутта уға эскәмйәлә ултырырға түгел, ҡыҙын ҡотҡарырға кәрәк. “Ҡайҙа алып киттеләр Рәзиләне?” Фәниәнең был һорауына Илгизә: “Белмәйем,”—тип башын ғына сайҡаны. Фәниә ҡабалана-ҡабалана телефонынан ҡыҙының номерын йыйҙы. Тик алыусы булманы. Иренең номерына баҫты. Марат ҡайтып етеп килә икән, телефонды тиҙ алды. Ҡатыны бутала-бутала ҡыҙҙарының юғалыуын хәбәр иткәс, ул да телдән ҡалды, ахырыһы, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Бер аҙҙан уның: “Эҙлә! Тап! Алып ҡайт баланы!”—тигән ҡырыҫ тауышы ишетелде.
Фәниә, өйөнә лә инеп тормайынса, Илгизәне эйәртеп, аръяҡҡа сығып китте. Етте улай булғас был Кәрим ҡыҙының башына! Ҡылт итеп ҡыҙының һүҙҙәре иҫенә төштө: “Кәрим урлайым тип ҡурҡыта, әсәй”. Ул саҡта Фәниә Рәзиләнең был һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәгән ине.
“Бына ошо ерҙән алып киттеләр Рәзиләне. Баҫыу яғына,” –тине Илгизә. Фәниә, ҡыҙы артынан йүгерерҙәй булып, ҡараңғы баҫыуға ҡараны. Ҡайҙарҙа һин, балам? Сәскәләй матур булып үҫеп етте, тип һөйөнөп йәшәгәндә, ҡара ҡайғыларға һалыуыңмы?
Урланған ҡыҙҙы баҫыуҙа йөрөтмәҫ Кәрим. Үҙ йортона ла алып ҡайтмаҫ. Фәниә ни ҡылырға белмәй уйланып баҫып торҙо ла, уттары һүнә башлаған урамға боролдо. Бер аҙ барғас, бер яҡ тәҙрәләрендә ут күренгән йорт янына туҡтанылар. Ул—Кәримдең Мәҙинә апаһының йорто ине. Фәниәнең йөрәге һиҙенде: ҡыҙы ошонда! Инеп, тәҙрә туҡылдатҡас, Фәниә ҡыҙының: “Ебәр, теймә миңә!”—тип ҡысҡырған тауышын ишетте.
Фәниә бар көсөнә тәҙрә туҡылдатырға тотондо: “Ҡыҙым, ҡыҙым, был мин, әсәйең.”—тип өҙгөләнде ул. Тик ишек асҡан кеше булманы. Рәзилә, әсәһенең тауышын ишетеп: “Әсәй, алып сыҡ мине бынан. Әсәй!”—тип үрһәләнә башланы. Фәниә тәҙрәне ватырға уҡ йөрьәт итмәне, Кәрим ҡыҙҙы сығарыр, тип өмөтләнде. Тик, күпме генә туҡылдатһа ла, ҡыҙ күренмәне. Бер аҙҙан Рәзиләнең тауышы өйҙән түгел, ә баҡса йортонан килә башланы. Фәниә, ялан ҡулы менән кесерткәндәрҙе яра-яра барып: “Кәрим, ас, ебәр баланы!”—тип ишек дөбөрҙәтергә тотондо. Бәхеткә, Илгизә урамдан үтеп барған бер егетте күреп ҡалып, ярҙамға саҡырҙы. Егет яйын тапты, тәҙрә быялаһын алып, йәһәт кенә эскә һикерҙе. Кәрим башта бик әтәсләнеп маташһа ла, егет кәүҙәгә оҙонораҡ та, таҙараҡ та ине. “Кәрим, нишләп һин уны көсләп тотаһың, а ну, ебәр! Фәниә апай милицияға шылтыратып тора ана,”—тип ҡысҡырҙы.
Улар тартҡылашҡан арала, Рәзилә йүгереп сығып, әсәһенең ҡосағына ташланды. Фәниә мышыҡ-мышыҡ килгән ҡыҙын ҡосаҡланы ла, ул-был булғансы тип, тиҙ генә ҡараңғылыҡҡа инеп юғалдылар. Ишектән инеү менән Фәниәнең беренсе һорауы: “Балам, һиңә теймәнеме ул?”—булды. Рәзиләнең кәүҙәһе ҡалтырай, күҙҙәренән йәш аға ине. “Юуу-ҡ... Ул миңә йәбешкәндә, һеҙ тәҙрә туҡылдаттығыҙ. Ҡурҡты ул, этеп ебәреп, арҡама ғына һуҡты,”—тип, кофтаһын күтәреп, арҡаһын күрһәтте.
Йыуынып, бер сынаяҡ сәй эскәс, Рәзилә әҙерәк тынысланды, йоҡлаймы-юҡмы, урынына барып ятты. Ә Фәниәнең йоҡоһо ҡасты. Бөгөн бына ни өсөн эсе бошҡан икән. Балаһына килер бәләне күңеле һиҙмәйме һуң инде?!
Нисек тә ярап булмай
Ҡыҙҙары күҙгә ташланырҙай сибәр булды шул. Кис етһә, егеттәр ҡапҡа төбөнә йыйылышты, тик ҡыҙы бер кемгә лә күҙ һалманы. Артынан тағылып йөрөгән Кәримгә лә иҫе китмәне. Ә тегенеһе уның һайын әрһеҙләнә барҙы. “Һин минеке генә булаһың. Риза түгелһең икән, урлап алып ҡайтам,”—тигәс, ҡыҙҙың күңеленә шик инде. Егеттән йырағыраҡ йөрөргә тырышты. Ә Кәрим уйнап әйтмәгән булып сыҡты. Рәзиләнең Илгизәне оҙатып барғанын көтөп торҙо ла, әйҙә, алып барабыҙ тип, дуҫ малайының машинаһына көсләп ултыртып алып китте. Эҙ юғалтыр өсөн баҫыу буйлап бер аҙ йөрөгәс, Кәримдең апаһының өйөнә килделәр. “Бер нәмә белмәйем, минең эшем юҡ,”—тип, Мәҙинә күршеләренә инеп китә. Фәниә бик ваҡытлы килеп ишек туҡылдатмаһа, ахыры бик аяныслы бөтөр ине был көндөң.
Ире Марат ҡайтып инеүгә, Фәниә уға хәлде һөйләп бирҙе. Ултырып кәңәшләшкәс, полицияға ғариза яҙырға булдылар. Ошо бер кис алдағы бәхетһеҙлегенә сәбәпсе булыр тип, Рәзилә ул саҡта уйламағандар ҙа әле.
Икенсе көндө иртә менән бер-бер артлы Кәримдең туғандары килә башланы. Марат индерергәме-юҡмы, тип уйланып торҙо. “Ҡунаҡтар”, һеҙгә бик оло һүҙебеҙ бар, тип өйгә инделәр. Кәрим ата-әсәһен, ике апаһын эйәртеп, ҡыҙ артынан килгән икән. Һүҙҙе: “Рәзилә, йыйын, беҙ һине алырға килдек,”—тип Мәҙинә башланы. Рәзилә: “Бармайым, бер аҙым да атламайым,”—тип, аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Кәримдең ата-әсәһе Зариф менән Хәҙисә: “Эште ҙурға ебәрмәйек. Кәләш урлау—була торған хәл. Рәзилә, күреп тораһың, улыбыҙ һине ныҡ ярата,”—тип ялындылар. Фәниә: “Ҡайҙан әле кейәүгә сығыу, уҡыуын бөтөрәһе бар уның,”—тип пыр туҙҙы. Ҡунаҡтар шаулашып, тормоштарының етеш булыуына баҫым яһап: “Уҡытабыҙ! Үҙебеҙ түләйбеҙ уҡыуына ла!”—тип ҡат-ҡат ҡабатланылар. Кәрим Рәзиләнең алдына теҙләнерҙәй булып баҫып торҙо. Ҡунаҡтар “ҡыҙғандан-ҡыҙа” барҙы. Марат: “Туйға аҡса ҡайҙан алайыҡ, туйлыҡ рәт юҡ беҙҙең,”—тип тә ҡараны. Хәҙисә: “Үҙебеҙ, үҙебеҙ яһайбыҙ туйҙы. Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй!”—тип күкрәк ҡаҡты. Кәрим яғы сәғәттәр буйына өгөтләй торғас, тау тиклем вәғәҙәләр биргәс, Рәзилә был шау-шыуҙан арый башланымы, ата-әсәһен йәлләнеме, риза булды. Бер аҙнанан никах уҡыттылар. Ҡыҙҙары киткәс, Фәниә менән Марат, ни эшләнек беҙ, тигәндәй, аптырашып, бойоғоп ҡалдылар. Күңелдәрендә ҡыҙ биргәндәге шатлыҡ юҡ ине.
Ҡоҙалар, туйҙы үҙебеҙ яһайбыҙ, тип шапырынһалар ҙа, көнө яҡынлашҡан һайын сығымдың ҙур буласағын әйткеләй башланылар. Фәниә менән Марат, бурысҡа инеп булһа ла, аҙыҡ-түлек, эсемлектәр ҙә алдылар, башҡа сығымдарҙы ла күтәрештеләр. Тик туй көнө яҡынлашҡан һайын, Рәзилә менән Кәримдең араһы һыуынғандан-һыуына барҙы. Рәзилә был аҙымына үкенә лә ине. “Әсәй, дөрөҫ эшләнемме икән мин уға сығып. Туғандары миңә әллә нимәләр әйтәләр, ә ул уларҙы тыңлай...”—тип бер нисә тапҡыр зарланып та алды. Ҡыҙының был һүҙҙәренә Фәниә нимә тип әйтергә лә белмәне. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының йөҙө көндән-көн һүрелә барғанын күрмәҫкә Фәниә һуҡыр түгел. Теге ваҡытта ҡыҙ һорарға ялынып килгәндәрен оноттолар, килендән ризаһыҙлыҡтарын күрһәтергә тотондолар. “Туй яһамай, әҙәм көлкөһәнә ҡалабыҙмы ни, ҡыҙым. Кеше нимә әйтер. Өйҙән сығып китәбеҙ ти бит кейәү. Айырым торорһоғоҙ, үҙ ояғыҙ булыр, ҡыҫылыусы булмаҫ,”—тип, әсәһе ҡыҙын ныҡ ҡына өгөтләп, сабыр булырға өндәне.
Тик был—тыштан ғына. Фәниә был хәлдәргә үҙе лә риза түгел ине. Кем менән генә һөйләшмәһен, береһе лә ҡыҙҙы Кәримгә биреүҙе хупламаны. “Улар нәҫелдәре менән уҫалдар. Бер тин өсөн үлергә торалар. Улдарын төрмәнән һаҡлап ҡалыу өсөн генә алдылар бит ҡыҙҙы. Рәзиләң шул бәндә менән бәхетле булыр тиһеңме,”—тип, әсәнең былай ҙа янған йөрәгенә ут өҫтәнеләр.
Бер аҙҙан Рәзилә Кәримдең бер ҡатын янына йөрөгәнен ишетте. Тик нисек булһа булды, туй үтте. Ситтән ҡарағанда, кәләш һәм уның янында бөтөрөлгән кейәү бәхетле күренделәр. Матур-матур теләктәр әйтелде, бүләктәр йыйылды. Фәниәләр шаҡтай ғына аҡса һалдылар. Хәҙисә менән Зариф та уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты. Һуңынан Хәҙисәнең, берәй нәмә алһалар, һорағас тә бирермен, тип бүләккә биргән аҡсаны йыйып ҡуйыуы ғына Фәниәнең кәйефен боҙҙо.
Туйҙан һуң ғәҙәти тормош башланды. Тик Рәзиләнең ата-әсәһе йәштәрҙең тормошон нисек кенә көйләргә тырышһалар ҙа, барып сыҡманы. Хәҙисәләләр “Үҙебеҙ уҡытабыҙ”—тигән вәғәҙәне тиҙ оноттолар. Ялғыш ҡына ҡауышҡан Рәзилә менән Кәрим сит кешеләр һымаҡ йәшәнеләр. Кәрим ғаиләне алып барырға әҙер түгел ине. Күп аҡсалы урын эҙләп, эш тә таба алманы. Тегендә-бында сапҡылап тик йөрөнө, ҡатынын һанға һуҡманы.
Килен, нисек кенә уңған булһа ла, ҡәйнә менән ҡайныһына ярай алманы. Кәрим дә: “Һин шундай, һин бындай,”—тип уларҙың һүҙен ҡабатланы. Туй ҙа бәйләнерлек сәбәп булды: “Ҡайҙа, һеҙҙең яҡ нимә бирҙе шул ҡәҙәр? Бөтөн сығымдарҙы беҙ күтәрҙек,”—тип күкрәк ҡаҡтылар.
Рәзилә, Кәримгә сыҡҡанына үкенеп, ялғышын күҙ йәшәтре менән йыуһа, Фәниә үҙен тағын да ғәйеплерәк һананы. Нишләп биреп ебәрергә инде ҡыҙҙы шуларға? Кәримдең Рәзиләгә пар түгеллеге көн кеүек асыҡ ине бит. Ата-әсәһе улдарына өрлөк тиклем буй биргәндәр, ә аҡыл бирергә онотҡандар. Ир булған кеше ауырға ҡалған ҡатынына ҡул күтәрә башлағас, Фәниә менән Марат ҡыҙҙарын кире алып ҡайттылар.
Рәзилә ҡыҙ бала тапты. Уны күрергә атаһы ла, ҡартәсәләре ла килмәне. Кескәй Гөлфиә, бер нимәгә ҡарамай, әсәһен, өләсәһе менән ҡартатаһын һөйөндөрөп, ай үҫәһен көн үҫте. Яңғыҙҙармы һуң бәхетһеҙ? Кәримдән айырылғас ҡына, Рәзилә үҙен кеше итеп тоя башланы. Уҡыуы ла, эше лә матур ғына бара. Гөлфиә балалар баҡсаһына йөрөй. Үҙенең дә бер аҙ аҡсаһы бар ине, ата-әсәһе ҡушып, машина алып бирҙеләр.
Нишләйһең, дүрт аяҡлы ат та абына. Уңған-булған, сибәр йәш ҡатын, ир-ат иғтибарынан мәхрүм булмаһа ла, әлегә кемделер үҙенә яҡын ебәрергә ашыҡмай. Күңел тигәне әле һаман да яралы шул. Кем белә, бәлки тора-бара шул яраларҙы ысын яратыуы менән дауаларлыҡ берәр кеше осрар. Кем дә кем, ә Рәзилә бәхеткә лайыҡ.
Аталарынан көн дә бензинға, күңел асырға аҡса даулап, сыбып йөрөй торғас, Кәрим эҙләгәнен тапты. Эскән килеш рулгә ултырып сығып китеп, юл фажиғәһенә эләкте. Хәҙер инвалид коляскаһында ултыра.
Һәр ҡыҙ бала үҙ бәхете менән донъяға килә. Шулай уҡ уның бәхете әсә-атаһынан, ә ғаилә ҡорғас, иренән тора. Һәм, әлбиттә, үҙенән. Тик был донъяла ғүмер юлын яҙмышына ялғыштар үрмәйсә генә кемдәр үтә икән?
Ф. Дәүләтгәрәева.