

Хәтер
Уның балҡышы әле лә көс бирә...
Ғүмер – әҙәм балаһына бирелгән иң ҙур бүләктер. Бер-бер артлы оҙайлы тормош миҙгелдәрен үткәреп тә, кеше хәтеренән шунда уҡ юғалғандар бар. Шул уҡ ваҡытта балҡып-янып йәшәп, йондоҙҙай йыһанға атылып, әле лә күңел хистәрен ҡуҙғытҡан шәхестәребеҙ ҙә бихисап. Улар күптән мәңгелек донъяға күсһә лә, һаман яныбыҙҙа кеүек, кәйефһеҙ саҡта – йылмайта, шатлыҡлы мәлдә бергә ҡыуанған төҫлө...
Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев – нәҡ шундай арҙаҡлы баймаҡтарҙың береһе. Ғиззәт Зөлҡәрнәев 1953 йылдың 18 ғинуарында Баймырҙа ауылында донъяға килә. Өмөтбай, Билал мәктәптәрендә белем алған саҡта уҡ үҙен киләсәктә тик табып итеп күрә. Шуға күрә артабан Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Һәр яҡтан һәләтле егет тырышып уҡый. Түбә участка дауаханаһында фельдшер булып эш башлауын иң ҡыуаныслы мәле итеп хәтерләгән була. Әрме сафына алынғас та, ул медицина йүнәлешендә өлгөлө хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын үтәгәс, Баймаҡ район дауаханаһында санитар врач ярҙамсыһы булып ең һыҙғанып эшкә тотона. Ғиззәт Хәсән улы бала саҡ хыялына тоғро ҡалып, Башҡортостан медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Бындағы остаздарынан барыһына ла өйрәнергә, белергә ынтыла ул. Шуға күрә уҡыу йортон бик яҡшы тамамлап, хирургия ауырыуҙары кафедраһының клиник ординатураһында белемен камиллаштыра. Уҡыуҙы тамамлағас, Өфөлә ҡалырға тәҡдим булһа ла, Баймаҡҡа ҡайта. 1983 йылдың көҙөндә район дауаханаһының хирургия бүлеге ординаторы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылдың 3 ноябрендә өмөтлө йәш хирургты райондың баш врачы итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә Ғиззәт Хәсән улы яратҡан эшен ташламай, хирург та булып эшен дауам итә.
90-сы йылдар... Илебеҙҙә иҡтисади реформалар башланып, улар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дә шаҡтай ҡаҡшатҡан осорҙа, Ғиззәт Хәсән улының юғары һөнәри оҫталығы һәм ойоштороу һәләтлеге айырыуса асыҡ сағыла. Районда дауалау учреждениелары селтәрен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә аҡса һәм дарыуҙар етешмәгән шарттарҙа ла, уларҙы камиллаштырыу өсөн баш врач һәм ул етәкләгән коллектив мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Районда туҡһан урынлыҡ яңы дауалау учреждениеһы, сменаһына 35 кеше ҡабул итерлек фельдшер-акушер пункттары сафҡа инә. Һәр эште урын-еренә еткереп кенә түгел, ә юғары нөктәгә еткерә белгән Ғиззәт Хәсән улын ҡала - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп алалар. Әммә районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен унһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмауы асыҡлана. Ғиззәт Хәсән улы ла үҙененң яратҡан эшенән айырыла алмай.
Изге йөрәкле табип, әллә күпме кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған алтын ҡуллы хирург... “Уның палатаға инеп, бер йылмайыуы, йомшаҡ шифалы ҡулдары менән сырхауҙың тәненә ҡағылыуы, ауырыу хәлен бер ҡарауҙа уҡ аңлауы һәм ярҙамға ашығыуы ҡасан да булһа онотолормо икән?” - тип әле лә хәтерләйҙәр уның шифалы ҡулынан йүнәлгән апай-ағайҙар.
Юҡтыр... Ундай кешеләр һәр саҡ халыҡ күңелендә йәшәй. Баймаҡтар әле лә Руфина һәм Ғиззәт Зөлҡәрнәевтарҙың икәүләшеп йырлаған моңло йырҙарҙы һағына. Руфина Әғләм ҡыҙының, балаларының уңалмаҫ яраларына ҡағылып, Ғиззәт Хәсән улының тормошон барлайым...
“Буласаҡ фажиғәне йөрәгем, Ғиззәттең, ейәнемдең кәйефе алдан уҡ һиҙҙергәнен һуңынан ғына аңланым. Һәр саҡ янып торған, күңелсәк Ғиззәт ниңәлер ҡапыл бойоҡланды, өндәшмәҫкә әүерелде. Унан алда тәненең ҡыйралып килеүенә, ҡайһылыр ере ауыртыуына, тик нимәһе
икәнлеген аңламауына зарланып, төрлә врачтарға күренеп тә алғайны. Тик унда бер ниндәй ҙә сир таба алманылар. Һуңынан ғына мин иптәшемдең шул мәлдә… йәне беҙҙең менән хушлаша башлауын аңланым. Фажиғә алдынан Fиззәт Магнитогорск ҡалаһына барып, миңә ҡиммәтле тун аласағыбыҙ тураһында һөйөнсөләне. Миңә бүләк алыу өсөн аҡса йыйып барған булып сыҡты. Шул сәфәр ваҡытында машина көҙгөһө аша ҡапыл уның күҙҙәренә иғтибар иттем һәм тетрәндем. Алда беҙҙе ниндәйҙер ҡурҡыныс ҡот осҡос нәмә көткәнлеген аңланым… Әҙәм балаһының һиҙемләүе көслө бит ул, тик беҙ уны аңлата алмайбыҙ”, - тип хәтерләй ул фажиғәле йылды Руфина апай.
Эйе, 2000 йыпдың 27 ноябрендәге фажиғә Баймаҡ дауаханаһының баш врачы, Рәсәй һәм Башҡортандың атҡаҙанған медина хеҙмәткәре Fиззәт Хәсын улы Зөлҡәрнәевтың оло һөйөүгә таянып ҡоролған, 25 йыл бәхетле мәлдәр кисереп йәшәгән ғаиләһен мәңгелеккә ҡайғыға һала. Уның тормош юлдашы, Дүртөйлө районынан килен булып төшөп, ысын Баймаҡҡа әүерелгән Руфина Әғләм ҡыҙының мәңгелек һағыш тулы ҡарашын күтәрә алырлыҡ көс бармы икән донъяла? Ғиззәтен һағынып һөйләгәнен әле лә күҙ йәштәрһеҙ тыңлауы мөмкин түгел…
Ошо ҡәһәрле таңда сыҡҡан ут тиҙ арала Зөлҡәрнәевтарҙың бар йортон ялмап ала. Усаҡлыҡтан янғын һүндереүселәрҙе саҡыртҡан Ғиззәт Хәсән улы балаларын барлай: бына һәр саҡ йыйнаҡ һәм аҡыллы Әлиәһе, ата-әсәһе һәләк булғас тәрбиәгә алынған, Руфинаһы менән һөйөү наҙына сорнап үҫтергән Илүзә һәм тиктормаҫ кинйәкәү Әлфиәһe. Ә ейәне ҡайҙа һуң?! Баш табип күп уйлап тормай ут ялмап алған йорт эсенә йүгереп инеп китә…
Fиззәт Хәсән улын ейәнен тәне менән уттан ҡаплап ятҡан килеш табалар. Уттан ҡотолорға бер нисә аҙым ғына ҡалған була, тик яҙмыш уларға ҡарата үтә рәхимһеҙ булып сыға. Миңә Fиззәт Хәсән улы менән танышырға насип булманы. Шулай ҙа уны ерләгәндә йыйылған халыҡ ағымы әле лә күҙ алдымда. Һирәк кешегә эләгәлер улай хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыу. Шулай уҡ шул йылды Еңеүҙең 55 йыллығына арналған смотрҙа Fиззәт Хәсән улының дәртле бейеүен, моңло йырлауын, сәхнәгә бар коллективын сығарыуын да оноторлоҡ түгел. Уртала солист булараҡ осоп-төшөп бейегән баш табипты халыҡтың баҫып алҡышлауы ла хәтерҙә уйылып ҡалды.
Был фажиғә ғаилә өсөн эҙемтәһеҙ үтмәй, әлбиттә. Әле медицина университетының беренсе курсында уҡып йөрөгән Әлиә һаулығы ҡаҡшап йығыла, Әлфиә лә бик йыш ауырый башлай. Тормош иптәшен юғалтҡан, үҙе әйтеүенсә “ғүмер буйы ҡанаты һынған ҡош кеүек йәшәгән” Руфина апайға теш ҡыҫып түҙергә, емерелгән, пыран-заран килгән донъяны тәртипкә килтерергә, балаларын уҡытырға тура килә. Әлбиттә, район хакимиәте, дауахана уға ярҙам итә. Шулай ҙа һөйгән йәрен, һәр саҡ терәк булған атайҙарын юғалтыу ғаиләнең тормошон тулыһынса үҙгәртә. Әммә Зөлҡәрнәевтар атаһының эшен дауам итеп, илгә һәр саҡ кәрәкле һөнәр эйәләре булып үҫә. Руслан Fиззәт улы Мәскәүҙә уролог-андролог, ә ҡыҙҙары Әлиә Учалы районындағы «Урал» балалар шифаханаһының баш табибы һәм Әлфиә Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлеге мөдире, Илүзә Красноусол балалар шифаханаһының дерматология бүлеге мөдире булып эшләй. Уларҙың береһе лә үҙен икенсе һөнәр эйәһе тип күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә бит яҡшы уҡыған Fиззәт Хәсән улын да заманында уҡытыусы һөнәрен алырға өндәйҙәр. Әммә ул үҙенең тик врач буласағы тураһында хыялланыуын белдерә.
Ғиззәт Хәсән улы балаларына сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеүе тураһында оло ғорурлыҡ менән һөйләп ҡалдыра. Ныҡыш, физик яҡтан көслө егеттең буш ваҡыттарында медицина институтына әҙерләнеүен күреп, офицерҙар ул саҡта ғына түгел, хәҙер ҙә һирәк осраған аҙымға бара - егетте ваҡытынан бер нисә ай алдараҡ ҡайтаралар. Шул мәлдә ул үҙенең ғүмерлек мөхәббәте Руфинаны осрата, йәш пар бер матур ғаиләгә ҡауыша. Медицина институтына уҡырға ингәс, Fиззәт Хәсән улы йәш кәләшен һәм сабый улын бергә алып китә. “Студент йылдарында уҡ ул башҡаларҙан әүҙемлеге, янып йәшәүе менән айырылып торҙо. Студсоветта ла, төрлө үҙешмәкәр конкурстарҙа ла һ.б. ҡатнашып өлгөргән Fиззәт Хәсән улының өлгөрлөгөнә хайран ҡала торғайныҡ. Хәйер, һуңынан бергә эшләй башлағас та, уның был сифаты күптәрҙе аптырата торғайны. Командировкаларҙан нисәлә ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ул иртә менән дауаханаға килеп етә ине”,-тип хәтерләйҙәр замандаштары уның хаҡында.
Уның менән оҙайлы ваҡыт бергә эшләгән билдәле табип Гөлнур Латыпова: “Ғиззәт Хәсән улы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен тәжрибәле хирург итеп танытты, ул операцияларҙы бик оҫта эшләй торғайны. Шул уҡ ваҡытта етәкселек оҫталығын да күреп, ике айҙан уны баш табип итеп ҡуйҙылар. Был вазифаны Ғиззәт Хәсән улы фажиғәле һәләк булғанынан тиклем, 17 йыл буйы уңышлы итеп башҡарҙы. Ул йылдар бик ҡатмарлы булды. Күп ерҙә медицина учреждениелары ябылды, хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартылды, эш хаҡы түләнмәне. Шул мәлдә Баймаҡта бала табыу йорто, реанимация, психоневрология бүлектәре, бер нисә фельдшер-акушер пункттары асылды, стоматология бүлеге ике ҡатлы бинаға күсеп сыҡты. Ул ваҡытта дауахана өсөн дарыуҙар, инструменттар табыу, эш хаҡы түләү батырлыҡҡа тиң ине. Һәм Ғиззәт Хәсән улы быларҙың барыһын да башҡара алды”, - тине.
Эйе, еңел булмаған туҡһанынсы йылдарҙа дауахананы етәкләгән Fиззәт Хәсән улына күп көс түгергә тура килә. Әммә ул кешеләрҙе хайран ҡалдырып, барыһына ла өлгөрә. “Fиззәт Хәсән улы Руфина Әғләм ҡыҙын һәр саҡ ҡәҙерләне. Әле лә иҫемдә, юл тайғаҡ, буранлап тора. Fиззәт Хәсән улы ҡатынына машина һатып алып биргән, ә уның әлегә йөрөтөү тәжрибәһе юҡ. Беҙ, эштән һуң конкурсҡа әҙерләнергә йыйылған кешеләр, бер Руфина Әғләм ҡыҙын ғына көтәбеҙ. Юлдың хәүефле булыуын, барып алырға кәрәклеген әйткәс, Fиззәт: “Юҡ, өйрәнһен машинала йөрөргә. Ә мин булмаһам, ул нимә эшләйәсәк?”- тине. Күрәһең, ул тормош юлдашын алдан уҡ бар ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәткәндер", - тип иҫкә ала баш врачты ғаилә дуҫтары Луиза Дәүләтшина.
Ҡыҙҙары Әлиә атаһының ни тиклем алдынғы етәксе икәнлеген үҙе врач булып эшләй башлағас ҡына аңлауын әйтһә, Әлфиә атаһының нисек уны ун йәшкә тиклем күтәреп алып йөрөүен, балалар баҡсаһына бармай, юлда һәр саҡ атаһы менән бергә булыуын һағынып һөйләй.
Эйе, ғүмерен халыҡты ҡотҡарыуға бағышлаған, янып йәшәгән, яҙмышы батырлыҡ менән өҙөлгән Fиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев тураһында хәтирәләр, йылы һүҙҙәр, рәхмәттәр үҙе бер китап булырлыҡ. Уның йәне көслө рухлы тормош юлдашын, Гиппократ анты биргән балаларын күреп йәннәттә тыныс йәшәйҙер. Fиззәт Хәсән улының талантлы врач та, аҡыллы етәксе лә, терәк-таяныс булған тормош иптәше лә, хәстәрлекле атай ҙа булыуы, шул уҡ ваҡытта спорт менән дә
шөғөлләнеүе, йыр-бейеүгә маһирлығы уның йәшәп ҡалырға ашығыуын күрһәтәлер. Ә бындай ғүмер мең бахыр яҙмыштан күпкә бөйөгөрәк.
“Ғиззәт Хәсән улы тормошто бик яратты. Бик матур фотолар төшөрә ине. Хирург өсөн бик тә кәрәкле шөғөл – бәйләм бәйләргә лә өйрәнде. Тарихи китаптарҙы йотлоғоп уҡыны, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынды. Нисәмә йылдар үтһә лә, Ул беҙҙең яныбыҙҙа ғына кеүек, мәңгелек донъянан да беҙгә ярҙам итә, көс бирә...”-тип йылмайҙы Руфина апай мәңгелек йәренең фотоһын һыйпап.
Эйе, Ғиззәт Хәсән улының ғүмере йондоҙ атылғандай ғына булһа ла, уның балҡышы әле лә күптәрҙе яҡтырта, йылыта һәм рух көсө өләшә...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.