САНИЯ ВӘЛИТОВА
ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ
(хикәйә)
- Айһылыу, мин һине яратам!
Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән һиҫкәнеп китте Айһылыу. Йәшлегенең иң матур йылдарында ла, йәш ҡатын булып гөрләтеп донъя көткәнендә лә ундай һүҙҙәр ишетмәне. Хәҙер инде бишенсе тиҫтәне аша атлағас, сәстәргә сал ҡунып, яһалма тештәр ауыҙға инеп оялағас, яңғыҙ донъя көтөргә өйрәнеп бөткәс, “мә” һиңә!
...Йәштән генә ҡауышҡан ире Ильяс үҙенең хис-тойғоларын белдереп бармай ине. Өйләнешер алдынан да, һуңынан да әйтмәне ул “яратам” тигән һүҙҙе. Тоғро ир, һәйбәт атай булды булыуын. Иҫтәлектәр ошо урынға еткәс, Айһылыу көрһөнөп ҡуйҙы. Нисә йылдар үҙен яратмаған кеше менән йәшәгәненә үкенес тойғоһо йөрәген телде. Йәш пар матур ғына тормош юлын башланы. Икеһе лә уңған, оҫта. Ильяс бигерәк тә иретеп-йәбештереү, балта эшенә маһир булды, бынамын тигән йорт-ҡура, мал-тыуар барлыҡҡа килде. Тормош үҙ яйы менән генә аҡҡан мәлдә Айһылыуҙың эске халәтен ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиға булды. Улының онотолоп китеп уйнағанын ҡарап, ҡыуанып ултырған ҡатын янына Ильяс килеп инде. Бер аҙ һуҡмышыраҡ иренә Айһылыу ҡарап йылмайып:
- Улыбыҙҙың һөнәрҙәре көндән-көн арта, атаһы.Ҡара әле, ҡалай тиҙ пазл йыя, - тине. Тик Ильятың йөҙөндә ҡыуаныс тойғоһо юҡлығын күреп, һиҫкәнде.
- Айһылыу, һин бик һәйбәт кеше. Тик мин һине бит яратмайым. Өйләнгәнемә үкенәм. Мин һиңә өйләнергә тейеш түгел инем, яратҡан кешем бар ине...
Ир ауыр йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты ла, илап ебәрҙе.
– Мин алйот, һиңә өйләнеп, мин алйот! Күрә алмайым үҙемде! Ер уйылдымы ни аяҡ аҫтында. Айһылыу башта бер ни аңламай торҙо. Шыңшый-шыңшый үҙен әрләп ултырған иҫерек иренә тәүгә күргәндәй ҡарап торҙо. Улының тауышы Айһылыуҙы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Тимәк, ошо йылдар буйы Ильяс уны яратмай йәшәгән?! Улай булғас, ни эшләп өйләнгән? Кемде ярата һуң ул? Ә улын, Кәримен, яратамы һуң? Ҡатын икенсе бүлмәгә инде һәм күҙ йәштәренә ирек бирҙе. “Яратмайым! Яратмайым!” тигән һүҙҙәр мейене сүкене. Үҙен сүплеккә сығарып ырғытылған кеүек тойҙо. Ҡайтып китеү, айырылышыу Айһылыу өсөн ҡурҡыныс әйбер. Ҡайтыр ере, батыр күле юҡ. - Түҙергә, йәшәргә! – тигән ҡырҡа ҡарарға килде ул. Түҙгәнгә – түш, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Сабырлыҡ төбө - алтын. Ғүмер яйлап үҙ яйы менән аҡты. Араларында мөхәббәт булмаһа ла, ире ҡаҡманы, һуҡманы. Тик битараф булды. Айһылыу матур кейенәме-юҡмы - уға барыбер ине. Сәсенә прическа яһатһа ла, яңы кейем алһа ла бер ваҡытта ла “матур” тип әйтмәне. Тырышлығы ла, түҙемлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалды. Иренән бер ваҡытта ла хуплау, маҡтау һүҙҙәре ишетмәне. Ҡот осҡос авариянан һуң Ильяс түшәккә ятты. Уны Айһылыу бала ҡараған һымаҡ ҡараны, тәрбиәләне. Бөтә ваҡытын, көсөн Ильясты һауыҡтырыуға түкте. Бер көн Ильяс Айһылыуҙы янына саҡырып алды. Әйтер һүҙен күп уйлаған ахыры. Ҡаушауҙан тотлоғоп: - Айһылыу, мин теге ваҡыт әйткән һүҙҙәрем өсөн ғәфү ит. Һин - минең яҙмышым бүләге. Башҡа берәү күптән ташлап киткән булыр ине. Ә һин түҙәһең, мине ҡарайһың. Тик хәҙер мин бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Бөтә донъя мәшәҡәттәре һинең иңеңдә. Ғәфү ит, Айһылыуым, алтыным. Тормош юлында һине осратҡаныма рәхмәтлемен, - тине. Нимә булды был? Ғәфү үтенеүме? Рәхмәт һүҙеме? Әллә үкенеүме?.. Оҙаҡ ятманы Ильяс, бер көндө гүр эйәһе булды. Айһылыу өсөн бик ауыр булды был юғалтыу. Яңғыҙлыҡ. Яңғыҙ ҡатын яҙмышы... Әсе яҙмыш... Хәйер, ире булғанда ла, ауыр минуттарҙа, арыған саҡтарында яуырынына башын терәп, “Миңә бик ҡыйын...”, - тип тә әйтә алманы.
Сөнки Ильясҡа уның арыуы ла, ауырыуы ла барыбер ине. Йылдар үтте... Айһылыу улын аяҡҡа баҫтырҙы, үҙе лә олоғайҙы. Тыныс ҡына ейәндәрен үҫтерешеп, улына ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәп ятҡанда осраны Рәхимйәне. Әллә ҡасан уҡ тол ҡалған ир уҙаманы ла ейәндәре менән паркта йөрөй ине. Һүҙ артынан һүҙ сығып, күңеленең ҡайһы бер ҡылдары сыңлап китһә лә, уны ишетмәҫкә тырышты Айһылыу. Сөнки үҙен яратмаған Ильяс менән йәшәгәндә эске тойғоларын йүгәнләргә өйрәнгәйне шул. Әммә Рәхимйән үҙенең алсаҡлығы, тәрбиәлелеге менән торған һайын ҡатындың күңелен арбай барҙы. “Туҡта, әллә мин...
Юҡ, юҡ, Айһылыу, кәрәкмәй. Ошо йәштә ғашиҡ булыу кәрәкмәй... Онот”, - тип яр һалды аҡылы.
Тик йөрәге генә йәш саҡтағы һымаҡ ярһып типте. “Айһылыу, һин үҙең дә йәш сағыңда Ильясҡа ғашиҡ инеңме? Уны яраттыңмы? Бына олоғайған көнөңдә Рәхимйәнде осраттың да ул... Яратыу, һөйөү бер ҡасан да һуң түгел”, - тип кәңәш бирҙе йөрәге.
Ә бына бөгөн Рәхимйән ябай ғына сәскәләр бүләк итте һәм һөйөүен белдерҙе. “Мин һине яратам!” - тине.
Ғүмер көҙө еткәндә һөйөү бөрөләнер тип тип кем уйлаһын?! Их, һин яҙмыш! Быға тиклем ҡайҙа булдың һин, Рәхимйән? Айһылыу ошо көндәрҙә атлап түгел, осоп йөрөнө. Тик аҡыллы ҡатын тойғоларын ҡаты тотто. Ә хыял тулҡындары һатлыҡ йәндәрсә үҙенең бәүелсәгендә бәүелтте...
Бына ул Рәхимйәне менән етәкләшеп йәш саҡтағыса тауҙарға менәләр һәм тирә-яҡҡа хозурланып ҡарап торалар, йә сәскәле болонда сәскәнән таждар үрәләр, йә алыҫ сәйәхәткә сығып китәләр... Бындай татлы хыялдар Ильяс менән йәшәгән сағында тормошҡа ашмаҫтай ине. Ә Рәхимйән осрағас, хыялдары терелде. Тормош төрлө төҫтәр менән балҡыны. Көн дә ейәндәр уйнаған арала киләсәккә пландар ҡороу, бергә тормош ҡороу тураһында һөйләшеү ҡатындың шик-шөбһәләрен таратты. Беренсе тапҡыр үҙен килешле кейенгән, матур ҡатын итеп тойҙо. Йөҙө йылмайыуҙан алсаҡланды, күҙ ҡараштары баҙыҡланды, хәрәкәттәре еңеләйҙе...
Бөгөн әйтелгән “Айһылыу, мин һине яратам!” тигән һүҙҙәргә ғүмерендә беренсе тапҡыр: “Мин дә яратам!” –тип яуапланы...