

Һөнәренә бар йөрәген һалып...
Әҙәм балаһы үҙенә бирелгән ғүмер йылдарынан һикерә-баҫып елдереп үтеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡалалыр. Эйе, башҡаларҙың олпатлана барыуын күрһәк тә, үҙебеҙҙең дә яндырай йәшлегебеҙ ҡул болғап, тормош туҡталыштарының береһендә төшөп ҡалыуын тоймайбыҙ ҙа. Шулай ҙа ғүмеребеҙ таңынан юлдаш булған, ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлаған тоғро дуҫтарыңдың булыуы яҙмыш һикәлтәрен күпкә еңеләйтә.
“Һаҡмар” гәзите донъяға килгәндән алып бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем нәҡ шундай ысын иптәшкә әүерелде. Ыҫпай костюм, ап-аҡ күлдәк, галстук таҡҡан ҡаҡса ғына егеттең коридорҙан елдереп үтеп китеп барыуына шунда уҡ иғтибар иткәйнем. “Был Азамат Мөхәмәтшин. Ул эш башланы ла инде. Мәҡәлә әҙерләп сабып йөрөй”,- тине уның менән таныштырып беҙҙең мөхәрриребеҙ Илһам Йәндәүләтов.
Беренсе көндән, хатта тәүге эш сәғәтенән, Азамат Салауат улы менән шунда уҡ уртаҡ тел табып, дуҫлашып киттек. Ул ваҡытта сәнәғәт бүлеген етәкләгән Азамат Салауат улы ҡала предприятиелары буйлап саба, етәкселәр менән әңгәмә ҡора, уйланырлыҡ репортаждар эшләүе менән айырыла ине. 2000 йылдар башында беҙҙең компьютерҙар юҡ ине әле. Мәҡәләләр секретарь ярҙамында машинкала баҫылды. Азамат Салауат улының туҡылдығы сығып яҙмаларын үҙе йыйыуы хайран ҡалдырғайны. Ә инде “Һаҡмар” гәзите коллективы Еңеүҙең 55 йыллығына үҙешмәкәр смотрҙа ҡатнашырға йөрьәт иткәс, беҙ коллегабыҙҙың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауын һәм дәртле итеп башҡорт бейеүҙәрен башҡарыуын да белдек. Һәләтле кеше – бар яҡтан һәләтле, тигән һүҙҙәр нәҡ Азамат Мөхәмәтшинға ҡағылалыр.
Заманалар үҙгәреше, редакцияға ла ҡағылмай ҡалманы. Азамат Салауат улы ла ауыл хужалығы бүлеген етәкләне. Йылдар дауамында был өлкәне үҙенең биш бармағындай белгән, үҙе ошо йүнәлештең бер шәп белгесенә әүерелде, тиһәм һис тә арттырыу булмаҫ. Ҡайһы баҫыу кемдеке, унда ниндәй техника эшләй, ҡайһы фермерҙар игенселек, кемеһе малсылыҡ менән шөғөлләнә – барыһын да белә ул. КФХ етәкселәрен генә түгел, ә комбайнсыларҙы, тракторсыларҙы, малсыларҙы, һауынсыларҙы ла исемләп белеүе һоҡландыра.
Коллегабаҙҙың тырыш хеҙмәте, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалманы. Ул республика һәм Рәсәй кимәлендәге ижади конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яуланы, бихисап Почет грамоталарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Улар араһында РФ һәм БР ауыл хужалығы министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы, “Республика Башҡортостан” нәшриәт агентлығы, БР Журналистар Союзы һ.б. бар. Шулай уҡ Азамат Салауат улы Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты итеп танылды. Лайыҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бирелде. Шулай уҡ Азамат Салауат улы Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистары берлеге ағзаһы ла. Бынан тыш оҙайлы йылдар райондың журналистар берлеген уңышлы етәкләй. Азамат Салауат улы Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайының эшенә лә ҙур өлөш индерҙе. Шуға күрә уны быйыл башҡарма комитеттың рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. “Сылтыр шишмә”, “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл” һәм башҡа бихисап конкурстар үткәреп, районыбыҙҙы гөрләтеп ебәрә. Баймаҡ районының арҙаҡлы шәхесе Азамат Тажетдиновтың иҫтәлегенә үткәрелгән конкурсты ойоштороуға ла күп көс һала.
Һәр гәзиттең йөҙө һәм киләсәге – уның тиражы. “Һаҡмар” гәзитен яҙҙырыуға Азамат Салауат улы баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Һәр яҙылыу кампанияһы барышында ул ауылдарға сыға, халыҡ менән осраша, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә. Һөҙөмтәлә “Һаҡмар”ыбыҙ үҙенең уҡыусыларын һаҡлап килә. Гәзит ене ҡағылғандар ғына шулай эшләй ала.
Азамат Салауат улы шәхси тормошонда ла уңды. Уңған, һәр эште белеп, урын-еренә еткереп эшләгән тормош юлдашы Миңлегөл менән Әлиә һәм Гөлфиә исемле шәп ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Атаһы, республикаға билдәле журналист Салауат Хәбибрахман улы, ҡустылары, уларҙың ғаиләләре менән гөрләтеп йәшәй Мөхәмәтшиндар.
Һәләтле журналист, оҫта ойоштороусы, дәртле, ниндәйҙер сара үткәрер булһа, үҙенә лә, башҡаларға тынғылыҡ бирмәгән Азамат Салауат улы Мөхәмәтшинды бар күңелдән ғүмеренең 55-се туҡталышына барып етеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ шулай юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеп, ғаиләң, яҡындарың, дуҫтарың менән оҙон-оҙаҡ, бәхеттә генә йәшәргә яҙһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Илһам Йәндәүләтов, “Һаҡмар” гәзитенең тәүге мөхәррире:
- Азамат Салауат улы менән беҙ тәүге тапҡыр Сибайҙа таныштыҡ. 1996 йылдың сентябрь аҙағы ине. “Атайсал” гәзите редакцияһындағы тәүге хеҙмәт көнөмдән үк беҙ уның менән бер бүлмәлә эш башланыҡ. Ул мәктәп йылдарынан гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙып, төбәктә танылыу яулап өлгөргән йәш журналист ине. Мине, редакция тупһаһына тәүгә аяҡ баҫҡан ҡорҙашын, коллективтың башҡа ағзалары менән бер рәттән Азамат йылы ҡабул итте, эш рәтенә төшөнөргә шундуҡ ярҙам ҡулын һуҙҙы. Бергәләп райондар буйлап командировкалараға йөрөү, төрлө шәхестәр менән күрешеү-танышыу, көн ҡаҙағына һуҡҡан ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә мәҡәләләр яҙыу, ҡабатланмаҫ репортаждар эшләү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, төрлө сараларҙы бергәләп уҙғарыу – быларҙың барыһы ла күңелемдә әле лә яҡты һәм ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана.
1999 йылдың көҙөндә Баймаҡ районында “Һаҡмар” исемле өр-яңы гәзит булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеп, унда баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, иң тәүҙән үк Азамат Салауат улына тыуған районыбыҙға ҡайтып эш башларға тәҡдим иттем. Сөнки журналистикала ярайһы ғына тәжрибә туплаған, матбуғат эшен яҡшы белгән, халыҡтың тын алышын яҡындан тойған осло ҡәләмле хәбәрселәрҙең булыуы – һәр баҫма өсөн дә бик мөһим мәсьәлә. Һәм, әйтергә кәрәк, коллегам тәҡдимгә ҡушҡуллап риза булды.
Шул мәлдән алып Азамат Салауат улы район гәзитенә тоғро хеҙмәт итә. Ниндәй генә бүлектә һәм ниндәй генә вазифала эшләмәһен, ул бурыстарына һәр саҡ оло яуаплылыҡ менән ҡарай, эшен урын-еренә еткереп башҡара. Матбуғатҡа хеҙмәт итеү бурысы уға бала саҡтан бирелгән. Сөнки атаһы Салауат Мөхәмәтшин – күптән инде районда ғына түгел, бар республикала билдәле һәм абруйлы журналист. Тап атаһының тәжрибәһенә таянып, уның кәңәштәрен тотоп, төбәгенә, халҡына, туған телгә булған һөйөүен аҡ ҡағыҙға күсереп өйрәнгән бәләкәй Азамат хәҙер инде үҙе бөтөн Башҡортостанға танылған шәхес. Уның мәҡәләләре Баймаҡ ерлегендә генә түгел, тотош республикабыҙ халҡына ла яҡшы таныш. Сөнки ул да, Салауат Хәбибрахман улы кеүек, матбуғатҡа ғүмере буйы тоғро, шул юлдан тайпылмай алға барыуын дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ҡарамағындағы Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһын да байтаҡ йылдар уңышлы етәкләй: яңы ағзалар ҡабул итеү, коллегалар менән берлектә төрлө фәһемле саралар уҙғарыу, ветерандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, хеҙмәттәштәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау кеүек бөтмөҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе тырышып башҡара.
Күптән түгел уның иңдәренә тағы ла яуаплыраҡ бурыс өҫтәлде. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе – хөрмәтле лә, абруйлы ла, шул уҡ ваҡытта бик ҙур көс, аҡыл, тормош тәжрибәһен, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап иткән вазифа. Был йәмәғәт эшендә лә коллегам уңыштарға өлгәшер, яңы идея-проекттарҙы тормошҡа ашырыр, юғары ҡаҙаныштар яулар, тип ышанам.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Азамат Салауат улына киләсәктә лә арымай-талмай халҡыбыҙға, республикабыҙға хеҙмәт итеүен, журналистика өлкәһендә туплаған тәжрибәһен артынан эйәреп килеүсе йәштәргә түкмәй-сәсмәй тапшыра барыуын теләйем. Ғаиләһенә һәм үҙенә именлек, һаулыҡ, бәхетле оҙон тормош насип итһен! Алға һәм тик алға, Азамат дуҫ! Күркәм юбилейың ҡотло булһын!
Илнур Ишмөхәмәтов, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы:
- Азамат Салауат улы менән биләмә башлығы булып эшләй башлағас, ныҡлап танышып танышып киттек. “Һаҡмар” гәзитенең оҫта журналисын алдан уҡып белә инем. Уның ябай, кешелекле-кеселекле, әйткән һүҙендә тороуы белеүе һоҡландыра. Был беҙҙең заман, ысын ир-егеттәр өсөн бигерәк тә кәрәкле сифаттар.
“Һаҡмар” гәзитенә яҙҙырырға килгәндә, беҙҙең биләмәлә үткәрелгән һәр сарала ҡатнашып, халыҡҡа йылы теләктәрен еткереп ҡайта. Шулай уҡ кешеләрҙең эшен дә күрә белә. Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенең алдынғылары Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының һәм “Һаҡмар” гәзитенең Рәхмәт хаттарын алып, тағы ла дәтрләнеп китте. Азамат Салауат улының ауыл тормошон аңлай һәм мәҡәләләре аша башҡаларға еткерә белеүе ҡыуандыра. Ҡоролтай үткәргән һәр акцияла ҡатнашабыҙ. Сөнки Азамат Салауат улы конкурс иғлан ителгәндән шылтырата башлай, унан килеп тә етә. “Һеҙҙең был йүнәлештә эш башланған бит инде, акцияға ҡушылырға ғына ҡала”, - тип дәртләндереп ебәрә.
Ул “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу буйынса ла, шишмә-ҡоҙоҡтарҙы кәртәләү, ауылды сәләмәтләндереү йүнәлешендәге конкурстарҙа ла ҡатнашыу өсөн беҙгә, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, оҫта ғына итеп йүнәлеш бирә. Үҙ-ара ярышып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ, һүҙҙәребеҙ берегә, ә был беҙҙе берләштерә. Был йәһәттән дә Азамат Салауат улына рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә яҙһын!
Азамат Салауат улының хеҙмәтендәге ҙур уңыштары лайыҡлы баһаланып килә. Уны юбилейы менән ҡотлап, бар ауыл биләмәһе башлыҡтары исеменән изге теләктәремде еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә тағы юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә насип булһын!
Лилиә Күсәбаева, “Һаҡмар” гәзите редакцияһының яуаплы секретары:
– Азамат Салауат улы менән 90-сы йылдарҙың аҙағынан танышмын. Ул ваҡытта Азамат Мөхәмәтшин Сибайҙа “Атайсал” гәзите редакцияһында эшләй ине. Бер туған апайым Гөлдәр Яҡшығолова ла 1997 йылда “Атайсал”ға эшкә ҡайтты. Ә мин ул осорҙа Сибай институтында белем ала инем. Редакцияға апайыма барған арала уның коллегалары менән дә танышып бөттөм.
Ә 2000 йылдың сентябрендә мин “Һаҡмар” редакцияһына эшкә килдем. Азамат Салауат улы бында йыл башынан эш башлаған ине. Бына шул ваҡыттан сирек быуат үтеп тә киткән. Азамат Салауат улы ошо йылдарҙа районды арҡырыһына һәм буйына нисә тапҡыр үтте икән?! Совет осорондағы, журналисты аяҡтары туйҙыра, тигән әйтемде хеҙмәт девизы итеп алғам коллегамды шуға ла бөгөн һәр ауылда яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. “Мәҡәләләрҙе сараларға йөрөп, күреп, кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп яҙырға кәрәк. Шунһыҙ ул йәнле булмай”, – ти тәжрибәле журналист.
Башҡорт телен төплө белеүе, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан булыуы, һәр яҙған һүҙе өсөн яуаплылыҡ тоя белеүе, телебеҙ, халҡыбыҙ киләсәге өсөн янып йәшәүе һәм эшләүе өсөн ихтирам итәбеҙ уны. Мәҡәләһен яҙып тапшырып, кис өйгә ҡайтҡас та шул хаҡта уйлап йөрөй ҙә,”Әхәтовна, шул мәҡәләнең шул ерен үҙгәртәйек әле. Үҙемә оҡшап етмәй”, – тип йыш ҡына шылтыратыуы уның бик яуаплы хеҙмәткәр булыуы тураһында һөйләй.
Редакцияның йәмәғәт эштәрен дә башлап йөрөүсе ул Азамат Салауат улы. Ветеран журналистар иҫтәлегенә спартакиадалар, журналистар һабантуйы, коллегалар өсөн ял һәм башҡа сараларҙы үткәреүгә бар күңелен һалып, тос өлөш индерә. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Намыҫлы хеҙмәте менән абруй һәм ихтирам яулаған, төплө фекерле, кешелекле һәм кеселекле коллегама, артабан да ҡәләмең осло, уңыштарың мул, һаулығың ныҡ булһын, тием.