Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рухиәт
19 Октябрь 2025, 09:35

Атайҙар көнө менән!

Бар атайҙарға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет! Атайҙарҙы ҡәҙер итәйек. Һәр бала атай тәрбиәһен һәм хәстәрен тойоп үҫһен! 

АТАЙ ҺҮҘҘӘРЕ

Атай һүҙҙәре ныҡ була

Саҡматаш кеүек!

Был турала һеҙ балалар

Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен

Берәгәй әйтер,

Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын

Атай күрһәтер..

Үпкәләмәгеҙ атайға

Ул бит бер генә,

Ғаиләгеҙҙең янында Һаҡта гел генә..

Атайҙың һөйөүө әҙ тип

Борсолма юҡҡа,

Әсәйең аша сағыла

Ул тирә-яҡҡа..

Әсәйең дә, атайың да

Донъяла берәү,

Улар икеһе лә һиңә

Тормошта терәү!

Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас