Рухиәт
5 Октябрь 2025, 07:20

Байрам менән, ҡәҙерле уҡытыусылар

Баймаҡта иң шәп, һөнәренә бар йөрәген һалған уҡытыусылар эшләй. Ә уларҙың төрлө яҡтан да һәләтле булыуы хайран ҡалдыра. 3-сө мәктәптең директоры Заһит Замир улы Сәфәрғәлин нәҡ шундай. Афарин! 

Һинән дә үтә ғүмер,

Минән дә үтә ғүмер.

Ғүмерҙе ал-гөл итеп

Йәшәп ҡалырға өлгөр.

Һинән дә ҡала донъя,

Минән дә ҡала донъя.

Йәшәйһең икән дөрләп ян,

Төтөндә быҫҡып ятма.

Һинән дә йәшлек китә,

Минән дә йәшлек китә.

Йәшлектәге йүләрлектәр

Ғүмер буйына етә.

Вадим Фәтхинуров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас