Рухиәт
5 Октябрь 2025, 05:40

Аҡҡоштарға һунар тыйыла

Эйе, беҙҙең илдә был изге ҡоштарға һунар итеү закон тарафынан тыйылған. Ошондай матур, ғорур, йөҙөп барыуы менән күңелдәрҙе тынысландырған, өмөт биргән аҡҡоштарға нисек кенә ҡул күтәрелһен. Тиҙҙән Таналыҡта оя ҡороп, йәй үткәргән пар аҡҡош та йылы яҡҡа осоп китер. Яҙ ҡайтҡанда тыныслыҡ һәм яугирҙәребеҙҙе имен-аман алып ҡайтығыҙ, аҡҡоштар!

Аҡҡоштарға һунар тыйылаАҡҡоштарға һунар тыйыла
Аҡҡоштарға һунар тыйыла

Пар аҡҡоштар...

Зәңгәр күлдҽ төшөрөргә булдым,

Кәләм алдым ҡулға, ҡыҙығып.

Күлҽ булғас аҡҡоштарһыҙ булмай,

Ике аҡҡош ҡуйҙым төшөрөп.

Аҡҡоштарға ҡарап күңҽлҽмә,

Килдҽ ошо шиғыр юлдары.

Пар аҡҡоштар һәр саҡ уйландыра,

Мөхәббәткә бора уйҙарҙы.

Аҡҡоштарҙың һыны һоҡландыра,

Ниндәй ғорур, бөйөк үҙҙәрҽ.

Бҽлҽп булмай, нисҽк һайлай икән,

Үҙҽ итҽп, ҡайһы күлдәрҙҽ.

Мөхәббәттә янған күпмҽ йәрҙәр,

Аҡҡош күлдәрҽнә киләләр.

Аҡҡоштарға ҡарап бҽр- бҽрҽһҽнә,

Кайнар һөйөү вәғәҙә итәләр.

Пар аҡҡоштар саф хистәрҙҽң һыны,

Айырылышмайҙар ғүмҽр- ғүмҽргә.

Һүрәтҽмә ҡарап ултырғансы,

Барам әлҽ, Аҡҡош күлҽнә...

Аҡҡош күлҽ, пар аҡҡоштар йөҙә,

Яр уратып баҫҡан ғашиҡтар.

Саф хистәрҙҽ мәңгҽ һаҡлағыҙсы,

Ситен торһон һҽҙҙән һағыштар.

Бҽр -бҽрҽгҽҙгә тоғро парҙар булып,

Үтҽгҽҙсҽ тормош юлдарын.

Бәхҽт, һаулыҡ, оҙон ғүмҽр тҽләп,

Аҡҡоштарҙай йөҙә уйҙарым.

Сәүиә Муртазина (Вахитова).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас