

Ырымбур өлкәһе башҡорттары делегацияһы 27 сентябрь көнө Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында үткән ҙур сарала ҡатнаштылар.Был быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған билдәле педагог,яҙыусы Азамат Тажетдиновҡа бағышланған "Халҡыма дан йырланы"исемле ижади конкурсҡа йомғаҡлау сараһы ине.Быйыл конкурста сәсәндар ярышы ла уҙҙы.Ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң ине Улар Силәбе,Свердловск, ,Ырымбур өлкәләренән,Сочи ҡалаһынан,Башҡортостандан инеләр.Конкурстың һөҙөмтәһендә еңеуселар араһында беҙҙең делегациянән Ырымбур ҡалаһынан Дауыт ағай Амангильдин икенсе урын,Переволоцк районы,Ғәбдрәфиҡ ауылынан Ҡотдос Вахитов беренсе урын яуланылар һәм диплом менән ҡыйммәтле бүләктәр эйәһе булдылар..Ырымбур ҡалаһы ҡоролтайының"Яйыҡ" башҡорт фольклор ансамбле үҙенең сығышы менән сараға йәм, дәрт,рух өҫтәне.Ырымбурҙар делегацияһы сараның һуңында 2-сеЭтҡол ауылынан йыраҡ түгел элеке Хәмит сәсән утарын барып ҡаранылар.Ошо ерҙә беҙҙең яҡташыбыҙ Мөхәмәтшә Буранғолов 1910 йылда Ырымбурҙан килеп Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әльмөхәмәтов сәсәндәрҙән "Урал батыр"эпосын яҙып алып бөтә донъяға белдерә һәм мәңгеләштерә.Урал батыр эпосын халҡыбыҙзың ҙур ҡомарткыһы итеп һаҡлап алып ҡала .Ошо эпостың яҙып алған ергә,2-се Этҡол ауылы тарихсылары әйтеүенсә, Ырымбурҙарҙан беҙҙең делегация беренселарҙән килган икән.Был сара ҙур күләмдә үтте.Шул айҡанлы ошо сараны ойошторған,беҙҙе саҡырған,йылы ҡаршы алған ,хөрмәт итеп оҙатып ҡалған Баймаҡтарға,Баймаҡ районында йәшәгән бөтә милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Ошо бәйләнеште өҙмәҫкә,тағыла көслөрәк нығытыу иҫәбе менән беҙзең делегация баймаҡтар менән хушлашып һуң ғына ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур иҫтәлекле,мәртәбәле сара булды.