Рухиәт
27 Сентябрь 2025, 12:05

Икенсе Этҡолда һоҡланғыс сара

Күренекле яҡташыбыҙ Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Икенсе Этҡол мәҙәниәт йортонда еңеүселәр билдәләнде. Уларға арҙаҡлы яҡташыбыҙ,  БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов бик шәп бүләктәр әҙерләгән ине. Конкурсанттар, Ырымбур , Силәбе, башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар  киң күңелле  Ниғәмәт ауыл биләмәһенә, халҡына оло рәхмәтен еткерҙе. "Һаҡмар" гәзите, Баймаҡ беренсел журналистар союзы, Баймаҡ ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған сара мәшһүр "Урал" көйө менән асылды. Барыһы ла данлыҡлы моңобоҙҙо баҫып тыңланы. 

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,

Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.

Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,

Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас