Рухиәт
25 Сентябрь 2025, 04:35

Билалда - Әбейҙәр сыуағы

Билалдар халҡыбыҙҙың  йолаларын тотоуы менән айырыла.  Улар көҙҙөң сыуаҡ, матур көнөндә Суҡҡарағас буйына йыйылды. "Самауырҙар ҡуйып, былау бешереп, ҡунаҡҡа килгән һәмәндәр, таһирҙар менән аралашып бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ", - ти Райхана Булатова.  

Билалда - Әбейҙәр сыуағыБилалда - Әбейҙәр сыуағы
Билалда - Әбейҙәр сыуағы

23-28 сентябрҙә, йәғни йылы, тыныс көҙгө миҙгелдә, ҡояштың иң юғары мәле була. Халыҡ күҙәтеүенсә, "үрмәксе ауҙары осоп, ел дә тынып торған көндәр" әбейҙәр сыуағы тип атала. Элек-электән был байрамда өлкән әбейҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, төйөнсөк күтәреп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөгән. Таяҡ башына ап-аҡ яулыҡ элеп, яурынға ҡуйып, икенсе ауылға ҡунаҡҡа барғандар, күмәкләшеп сәй эскәндәр, аят-доға уҡығандар. Билалдар халҡыбыҙҙың был йолаларын әле лә үтәй. Бөгөн көҙҙөң сыуаҡ, матур көнөндә Суҡҡарағас буйына йыйылдыҡ. Самауырҙар ҡуйып, былау бешереп, ҡунаҡҡа килгән һәмәндәр, таһирҙар менән аралашып бик күңелле йөрөп ҡайттыҡ. Ил-йортобоҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Тағы ла әллә күпме йәйҙәрҙе оҙатып, алтын көҙҙәрҙе бергә ҡаршы алырға яҙһын!

Райхана Булатова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас