Рухиәт
17 Сентябрь 2025, 15:35

Беҙгә бер ниндәй бүләк кәрәкмәй

Мин йәйгеһен күршеләге инәйҙәргә йөрөп баҡсаны утаған өсөн биргән аҡсаны ла һалып ҡуйҙым. Мин уларҙан бер һум да алмаҫ инем, тик улар: “Тырышып, матур итеп эшләгән эшең өсөн бирәбеҙ. Һин утаһаң, ҡый оҙаҡ үҫмәй”,-тине. Өләсәйем дә: “Был хәләл аҡса, ал”, - тип әйткәс алдым. Шул аҡсаны һиңә бирәм. Һин башҡа балаларға бүләк алырһың. Ә беҙҙең бер генә теләкте үтә, зинһар! Әсәйебеҙ авариянан һуң ике йыл түшәктә ята. Элекке һымаҡ тороп, йүгереп китһен, беҙҙең менән уйнаһын ине. Әсәйебеҙ бик һәйбәт беҙҙең, беҙ уның янында ултырып дәрестәр әҙерләйбеҙ, ул беҙгә әкиәттәр уҡый. Тик хәле тиҙ бөтә шул. Йылмайып ҡына һөйләшһә лә, төндә шым ғына илағанын да ишетәм. Атайым да һин йәшәгән һыуыҡ яҡтарға эшкә сығып китте. Өләсәй: “Әсәйеңде аяҡҡа баҫтырыу өсөн шунда эшләй”, - тиһә лә, беҙгә ныҡ ҡыйын. Атайыбыҙҙы ныҡ һағынабыҙ. Ул бына ярты йылдан ашыу ҡайтҡаны юҡ.

Рәхмәт һиңә, Ҡыш бабай

хикәйә

Йәмил башын аҫҡа эйеп, тупһаға сығып ултырҙы. Ун йәшлек малай боҙ ҡатҡан күтәрмәнең һыуығын да, битен семеткән ҡышҡы әсе елде лә тойманы. Уның тәгәрәп төшкән күҙ йәштәре, тып-тып тамып, тупһалағы ҡарҙы иретте. “Тиҙҙән Яңы йыл! Быйыл да Ҡыш бабай минең теләгемде үтәмәҫме икән ни?!”

Ҡапыл кемдеңдер арҡаһына ипләп кенә ҡағылыуын тойҙо. Өләсәһе икән. “Ҡолонсағым, ин өйгә, өшөрһөң. Һин дә ауырып китһәң, беҙ нимә эшләрбеҙ?”-тине оло ғына инәй көрһөнөп.

Малай ырғып килеп торҙо. Ысынлап та, ниңә ебеп төштө әле ул?! Ҡыш бабайға хаттар күп бара бит. Бәлки, уҡып өлгөрмәгәндер. Тағы берәүҙе яҙырға кәрәк. Матур итеп биҙәп. Шунда уҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу күрерлек булһын. Уның өйгә ингәнен күргән ете йәшлек һеңлеһе килеп уны ҡосаҡлап алды. “Ағай, ҡайҙа булдың? Әсәй фельдшер апайҙың уколынан һуң тағы йоҡлап китте”.

Йәмил һаҡ ҡына баҫып әсәһенең янына килде, уның юрғанын рәтләштерҙе. Ағарып, ябығып киткән әсәһенең сәстәренән һыйпағыһы килде. Тик тыйылды. Уятып ҡуйһа. Былай ҙа төнө буйы һыҙланып, ыңғырашты, тағы йоҡлай алманы. Һеңлеһен етәкләп өҫтәл янына алып килде. Унан: “Гөлиә, хәҙер Ҡыш бабайға тағы бер хат яҙабыҙ. Быныһы мотлаҡ барып етәсәк!” Ҡыҙыҡай ҡағыҙ, ручка тотоп яҙырға ултырған ағаһына һыйынып баҫты.

Ҡәҙерле Ҡыш бабай! Һиңә матур теләктәр теләп Йәмил исемле малай яҙа. Һеңлем Гөлиәнән һиңә лә, Ҡарһылыуға ла күп сәләм.

Ҡыш бабай! Беҙгә бер ниндәй бүләк кәрәкмәй. Мин йәйгеһен күршеләге инәйҙәргә йөрөп баҡсаны утаған өсөн биргән аҡсаны ла һалып ҡуйҙым. Мин уларҙан бер һум да алмаҫ инем, тик улар: “Тырышып, матур итеп эшләгән эшең өсөн бирәбеҙ. Һин утаһаң, ҡый оҙаҡ үҫмәй”,-тине. Өләсәйем дә: “Был хәләл аҡса, ал”, - тип әйткәс алдым. Шул аҡсаны һиңә бирәм, Ҡыш бабай. Һин башҡа балаларға бүләк алырһың. Ә беҙҙең бер генә теләкте үтә, зинһар! Әсәйебеҙ авариянан һуң ике йыл түшәктә ята. Элекке һымаҡ тороп, йүгереп китһен, беҙҙең менән уйнаһын ине. Әсәйебеҙ бик һәйбәт беҙҙең, беҙ уның янында ултырып дәрестәр әҙерләйбеҙ, ул беҙгә әкиәттәр уҡый. Тик хәле тиҙ бөтә шул. Йылмайып ҡына һөйләшһә лә, төндә шым ғына илағанын да ишетәм. Атайым да һин йәшәгән һыуыҡ яҡтарға эшкә сығып китте. Өләсәй: “Әсәйеңде аяҡҡа баҫтырыу өсөн шунда эшләй”, - тиһә лә, беҙгә ныҡ ҡыйын. Атайыбыҙҙы ныҡ һағынабыҙ. Ул бына ярты йылдан ашыу ҡайтҡаны юҡ.

Хуш, Ҡыш бабай! Беҙҙең теләкте үтә, зинһар!

Һиңә һәм Ҡарһылыуға сәләмдәр менән: Йәмил һәм Гөлиә.

Әйтергә онотҡанмын, мин гел ”бишле”гә генә уҡыйым, тәртибем дә яҡшы. Бәлки, беҙҙең теләкте сиратһыҙ ғына үтәп булыр? Ә беҙ һеңлем менән башҡаса бер ҡасан да һинән бер нәмә лә һорамаҫбыҙ”.

Почтальон Йәмилдең матур итеп биҙәп эшләгән конвертын ихлас ҡабул итте. Малайға мандариндар бирҙе лә, “Бойоҡма, улым, быйыл һинең хатың Ҡыш бабайға мотлаҡ барып етер. Хәҙер, бына иң алдан ебәрәм”, - тип башынан һыйпаны. Йылы һүҙҙәрҙе ишеткән малай ҡыуана-ҡыуана ҡайтып китте.

Бына Яңы йыл төнө лә яҡынлашты. Йәмил бер туҡтауһыҙ яуған ҡарҙы көрәп-көрәп хәле бөттө. Ярай әле, күрше ағайҙар килеп ярҙам итеп китә. Йәмил тәүҙә уларҙың ярҙамын ауыр ҡабул итә ине, сөнки атаһы: “Мин өйҙә булмағанда – һин хужа. Өләсәйеңде, әсәйеңде, һеңлеңде ҡара, донъя һиңә ҡала”, - тип әйтте. Шулай ҙа күрше ағайҙары “беҙгә лә бит атайың һиңә ярҙамлашырға ҡушты” тигәс кенә тынысланды. Уларҙың үҙ-ара: “Шәп егет үҫеп килә, минекеләрҙе компьютер менән телефондан айырып булмай”, - тип һөйләшкәндәрен генә ишетмәне Йәмил.

Өләсәһе байрам өҫтәле әҙерләне. Унда төрлө емеш-еләк ҡуйҙы, тәмле итеп ҡаҙ бешерҙе. Тик балаларҙың ғына кәйефе юҡ. Шулай ҙа улар әсәйҙәре янына бәләкәс өҫтәл ҡуйып, ҡәҙерле кешеләре өсөн мандариндар әрсеп, уны ашатырға тырышты. Әсәләре йылмайып: “Бар, телевизор ҡарағыҙ, мин йоҡлап алам”,- тине.

Ҡарап ултырған әкиәттәрендә бер ҡыҙсыҡтың яңы яуған ҡар бөртөктәрен усҡа алып, ул иреп бөткәнсе теләк теләп өлгөрһәң, ул мотлаҡ үтәләсәге хаҡында йырлауын ишетеп ҡалдылар. Йәмил һеңлеһенә “әйҙә” тип ишеккә ымланы. Балалар йүгереп тышҡа сыҡты. Кескәй ҡайнар устарҙа ҡар бөртөктәре тиҙ ирене. Тик улар бирешмәне. Йәмил: “Теләкте тиҙ генә әйтергә кәрәк, туғаным. Шул саҡта өлгөрөрбөҙ”, -тине.

Бына Йәмил менән Гөлиәнең өмөт һәм ышаныс менән һонолған устарына ынйыҡай ҡар бөртөктәре килеп төштө. Улар икеһе лә бер юлы: “Әсәйебеҙ йүнәлһен, атайыбыҙ ҡайтһын!” -тип әйтеп өлгөрҙө. Тәүҙә йондоҙ бөртөктәре булып емелдәгән ҡар бөртөктәре юҡҡа сыҡты. “Өлгөрҙөк!” тип ҡыуанышып һикереште балалар.

Бына сәғәт төнгө ун икене һуға башланы. Шул саҡ кемдер ишек шаҡыны. Тыштан ... Ҡыш бабай килеп инде. Йәмил менән Гөлиә урынында ҡатып ҡалды. Үҙҙәрен сәләмләгән Ҡыш бабайҙың тауышы шул тиклем таныш ине. Бына ул һаҡалын систе һәм ... атайҙары ҡайтҡан бит! Балалар уның ҡосағына ташланды. Атайҙары уларҙың икеһен дә бер юлы күтәреп алды ла, әсәйҙәре янына килеп ултырҙы. Уның ҡулынан һыйпаны, битенән. “Борсолма, һөйөклөм, барыһы ла яҡшы булыр. Мәскәүҙә шәп профессор менән һөйләшеп, һиңә урын әҙерләп ҡайттым. Иртәнән һуңға юлға сығырбыҙ. Бар медицина ҡағыҙҙарыңды ҡарап, профессор һине аяҡҡа баҫтырып була, тине”.

Был юлы балаларҙың ғына түгел, ә бер-береһенә ҡарап йылмайған атаһының да, әсәһенең дә, өләсәһенең дә күҙҙәренән йәштәр йүгерҙе. Тик был күптән көтөлгән бәхет йәштәре ине. Йәмил шыршы янына килеп: “Рәхмәт һиңә, Ҡыш бабай! Рәхмәт һеҙгә, ҡар бөртөктәре!” - тип бышылданы...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас