Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
8 Сентябрь 2025, 20:00

Кисерегеҙ мине

Атайҙың ашын үткәрешергә ҡайттыҡ. Күрәбеҙ, ҡустыбыҙҙың бер ҙә кәйефе юҡ. Нимәгәлер бошоноп йөрөй ул. Баштараҡ атай өсөндөр тип уйланыҡ. Унан ул барыһын да үҙе һөйләп бирҙе. Килен булған кеше айырылып китергә уйлаған икән. Айнурҙы ярата алмаған. Элек йөрөгән егете менән асыуланыщҡанға ғына ҡустыбыҙ менән осраша башлаған, унан, шул егетенә үс итеп, ҡустыбыҙға тормошҡа сыҡҡан. Ә хәҙер теге егет яңынан ҡушылмаҡсы икән. Ир менән ҡатын араһында була торған ҡосаҡлашыу-үбешеү, наҙланыу Айнурҙар араһында бөтөнләй булмаған. Ильмира ҡустыбыҙҙы яҡын да килтермәгән, сит күргән. Айнур, билдәле, шуға ғәрләнгән. Ҡустыбыҙҙы нисек кәрәк шулай тынысландырҙыҡ. “Һинең насип йәрең башҡалыр. Хоҙай ҡушһа, табырһың әле, барыһы ла яҡшы булыр,”—тинек.

Кисерегеҙ мине

-Был ҡатмарлы тормош юлдарын уҙғанда кеше башына ниҙәр генә килмәй. Кемгә нимә яҙған—барыһын да күрәһең. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тәҡдиреңә һалынғандан бер нисек тә ҡасып ҡотола алмайһың. Алдыбыҙға килгән ҡайғы-борсолоуҙарҙан бөгөн дә айный алмай йөрөйбөҙ әле,--тип һүҙ башланы күңелен бушатырға теләгән осраҡлы танышым.—Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҙур бүләк менән бүләкләгән, ғүмер биргән. Шул ғүмерҙе матур итеп йәшәп бөтөрәһе лә бит. Тик улай ғына килеп сыҡмай шул...

Тормошта төрлө хәлдәр була, аңлайым. Юғалып-ҡаушап та ҡалаһың. Ауыр мәсьәләләр бер ҙә сиселмәҫлек кеүек тойола, был тиклем ҙур ҡайғы миндә генәлер, тиһең. Ҡайһы берәүҙәр, ауыр хәлдән сығыу юлы итеп, үҙ-үҙенә ҡул һала. Бындай ғәмәл өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотаһы барлығын уйламайҙар ҙа. Беҙҙең берҙән-бер ҡустыбыҙ ҙа шул юлды һайланы. Уның үлемендә үҙебеҙҙе ғәйепле тоябыҙ.

Беҙ атай-әсәйҙә өс бала инек. Бер-бер артлы тыуған ике ҡыҙ артынан, көттөрөп кенә, ҡустыбыҙ донъяға ауаз һалды. Ул тыуғанда һеңлем менән мин шаҡтай ҙурҙар инек инде. Шул тиклем яраттыҡ үҙен, ҡулдан да төшөрмәнек. Айнурҙы әсәй имеҙә генә ине, ә башҡа саҡта ул гел беҙҙең менән булды. Ҡустыбыҙҙы һеңлем менән бүлешә-бүлешә ҡараныҡ. Исеме есеменә тура килеп, нурлы йөҙлө ине ул. Белмәүселәр уны хатта ҡыҙ балаға оҡшата инеләр.

Үҫеп етеп, тормошҡа сыҡҡас та, ҡустыбыҙҙы ташламаныҡ. Беҙ үҙ ғаиләләребеҙ менән ҡалаға килеп урынлаштыҡ, ә ул ауылда, атай-әсәй янында ҡалды. Дөрөҫ, әҙерәк ҡалала йәшәп, эшләп алды ул. Әммә ҡала тормошон үҙ итә алманы, бер аҙ ваҡыттан һуң кире ауылға ҡайтып китте.

Атай-әсәй күпләп мал аҫраны. Ҡустыбыҙ уларҙың оло терәге, ярҙамсыһы булды. Айнур беҙгә “апайым”. “апайҙарым” тип, өҙөлөп торҙо. Беҙ ҡайтыуға, биреп ебәреүгә күстәнәстәр алып ҡуя торғайны. Унан бер нәмә лә өмөт итеп ҡайтманыҡ бит инде, ул үҙе шулай яҡын итте беҙҙе.

Мин уға ҡаласа матур кейемдәрҙе йыш ала инем. Кейеп ҡарар ине лә: “Рәхмәт, апай, “йәшләрский” булған бит был,”—тип ҡосаҡлап алыр ине. Уның күҙҙәрендәге һөйөнөстө, балҡышты күреү үҙе бер ҡыуаныс була торғайны. Әйтәм бит, ҡустыбыҙҙы үҙ балабыҙ кеүек яраттыҡ. Ә ул беҙҙе ташлап китте. Мәңгелеккә, ҡайтмаҫ ерҙәргә китеп барҙы. Был яра беҙҙең йөрәктәрҙә ғүмергә төҙәлмәҫ инде.

Айнур йыуаш, тыңлаусан, бик тәүфиҡлы бала булды. Егет булып үҫеп еткәс тә, кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, тәртипһеҙләнеп йөрөмәне. Араҡы, тәмәке ише нәмәләрҙән дә алыҫ торҙо. Беҙ уның өйләнеүен, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүен бик теләнек.

Береһендә: “Ильмира исемле ҡыҙ менән осрашып йөрөйөм әле,”-тигәс, бик һөйөндөк. “Оҙаҡҡа һуҙма, өйлән, йәшең дә бара бит.”—тинек. Ул сағында дилбегәне үҙ ҡулыбыҙға алғанбыҙҙыр инде: ҡустыбыҙҙы өйләндереп тә ҡуйҙыҡ. Күңелле туй мәшәҡәттәре үтеп китте. Туғаныбыҙ өсөн күңелебеҙ тынысланды.

Ҡайтып-китеп йөрөйбөҙ шулай, йорт эштәрендә лә булышып торабыҙ. Өсөбөҙ өс ерҙә йәшәһәк тә, йыш осрашып торҙоҡ беҙ. Атай-әсәйҙең дә йәше бара. Атайыбыҙ йыш ауырый ине. Һис уйламаған ерҙән, йөрәге тотоп, ул баҡыйлыҡҡа күсте.

Атайҙың ашын үткәрешергә ҡайттыҡ. Күрәбеҙ, ҡустыбыҙҙың бер ҙә кәйефе юҡ. Нимәгәлер бошоноп йөрөй ул. Баштараҡ атай өсөндөр тип уйланыҡ. Унан ул барыһын да үҙе һөйләп бирҙе. Килен булған кеше айырылып китергә уйлаған икән. Айнурҙы ярата алмаған. Элек йөрөгән егете менән асыуланыщҡанға ғына ҡустыбыҙ менән осраша башлаған, унан, шул егетенә үс итеп, ҡустыбыҙға тормошҡа сыҡҡан. Ә хәҙер теге егет яңынан ҡушылмаҡсы икән. Ир менән ҡатын араһында була торған ҡосаҡлашыу-үбешеү, наҙланыу Айнурҙар араһында бөтөнләй булмаған. Ильмира ҡустыбыҙҙы яҡын да килтермәгән, сит күргән. Айнур, билдәле, шуға ғәрләнгән. Ҡустыбыҙҙы нисек кәрәк шулай тынысландырҙыҡ. “Һинең насип йәрең башҡалыр. Хоҙай ҡушһа, табырһың әле, барыһы ла яҡшы булыр,”—тинек.

Килен атайҙың ҡырҡынан һуң китеп барған. Бер ҡайтыуыбыҙҙа ул юҡ ине инде. Былай ҙа баҫалҡы Айнур тағын да нығыраҡ йомолоп ҡалған. “Кеше алдында бигерәк оят, хурланам бит, апай,”—тип кенә әйтте. Беҙ ҙә бының тураһында артыҡ һүҙ ҡуйыртманыҡ, яраһына тоҙ һалмайыҡ, тинек.

Бер-ике йыл уҙғас, ҡустыбыҙҙы Рәмилә исемле ҡыҙ менән таныштырҙыҡ. Уның айырылған ҡатын икәнен һуңлап ҡына белдек беҙ. Улай ғына ла түгел, тормошҡа сыҡҡансы бала табып, дауаханала ҡалдырып киткән булған. Ҡарап тороуға бер ҙә ундай булып тойолмаған ине шул. Барыһын да ҡустыбыҙ менән йәшәй башлағас ҡына белдек. Ул үҙе ысҡындыра башлаған.

Килен килгәнгә ете ай ҙа үтмәне, улдары тыуҙы. Бында Рәмиләне ғәйепләгебеҙ килмәне. Бала алты айҙан да, ете, һигеҙ айҙан да тыуырға мөмкин инде ул, тинек. Ә килен ауырлы булып килгән икән. Төҙөк йорт-ерле йыуаш ир кәрәк булған икән уға. Ҡустыбыҙға “имгәк” тип кенә өндәшкән. “Ир булһаң һуғып йыҡ та, тартып торғоҙ, сепрәк булып йөрөмә,”—ти икән. Быларҙы беҙгә әсәй һөйләне. Ҡайтып тауышланып йөрөгөбөҙ, ғаилә боҙғобоҙ килмәне. Яйлап ҡына ҡустыбыҙға аңлаттыҡ. Рәмиләнең бала тапҡандан һуң була торған күңел төшөнкөлөгө генәлер, рәтләнер, матур итеп йәшәрһегеҙ әле, тинек. Әсәйҙе үҙебеҙгә йәшәргә алып киттек. Йәштәр үҙҙәренсә йәшәп ҡараһындар әле, шулай яҡшыраҡ булыр бәлки, тинек.

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайтабыҙ-китәбеҙ тигәндәй, ул-был һиҙелмәй. Ҡустыбыҙ ҙа зарланмай, үҙебеҙ башлап һорарға ҡыймайбыҙ. Үҙебеҙ теләмәгәндәрҙе ишетербеҙ тип ҡурҡҡанбыҙҙыр инде. Һорарға, ҡыҙыҡһынырға кәрәк булған да бит! Һай, үкенескә ҡалды шул.

Рәмилә Айнурға бер рәхәт күрһәтмәгән икән. Ҡустыбыҙ үлгәс, күршеләр генә һөйләп бирҙе. Килен нисек теләй, уны шулай кәмһетеп йәшәгән. Улының Айнурҙан түгеллеген дә үҙе әйткән. “Һинең беренсе ҡатының да ятаҡта һинең көсһөҙлөгөңдө аңлап киткән бит. Бала һинеке түгел. Бына икенсеһен көтәм, уныһы өсөн дә башҡа кеше тырышты. Һин бит ҡурҡаҡ. Барыһына ла риза булып йәшәйһең.”—тигән килен. Йәй көнө тәҙрәләр шар асыҡ бит. Рәмиләнең ошоларҙы әйтеүен һөт индергән күрше апай һүҙен-һүҙгә ишетеп ҡалған. “Рәмилә, ярар инде, әйтеп бөтөрмәһәң дә булыр ине. Мин бит кемдеке булһа ла, үҫтерергә риза. Баланың бер ғәйебе юҡ,”-тигән ҡустыбыҙ шунда ла.

Бына шундай ине ул. Ҡыҙҙар араһында яратылып, ҡәҙерле булып үҫте-үҫеүен. Үҙен хөрмәт иткән, ирҙе-ир итә белгән ҡатын эләкһә, ҡатын-ҡыҙҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле итә алырҙай кеше ине ул. Үҙе яғымлы, буй-һыны матур, насар ғәҙәтттәре юҡ ине.

Донъя менән хушлашаһы көндө Айнур минең телефонға әллә нисә тапҡыр шылтыратҡан. Бәхетһеҙлеккә, ул көндө телефонды эштә онотоп ҡалдырғанмын. Эйй, был аҙымдан туҡтатып та ҡалған булыр инем!

Мине юрый алмай тип уйлағандыр инде. Күңел зарҙары менән бүлешәһе килгәндер. Төнгә ҡаршы тип тормаҫ инем, ауылға ҡайтырға сыҡҡан булыр инем. Беҙ бит гел уның менән һөйләшеп, аңлашып торҙоҡ. Тик бына Рәмилә тураһында ғына әйтеп бөтөрмәне. Ҡыйынһынғандыр инде, борсорға теләмәгәндер. “Кисерегеҙ мине. Хурлыҡты күтәрә алманым...”—ҡустыбыҙҙың сөйҙә эленеп торған куртка кеҫәһенән шулай тип яҙылған ҡағыҙ киҫәге генә таптыҡ.

Лилиә Саттарова.

 


Автор: Гузель Салихова
Читайте нас