Рухиәт
2 Сентябрь 2025, 05:40

Көҙөм, ниҙәр бүләк итерһең?

Айҙың ниндәй көнөндә тыуғаныңа ҡарап, Көҙҙөң уңышлы килеү-килмәүен белеп була, тиҙәр. Һынап ҡарайыҡмы?  Әгәр тыуған көнөң 1, 6, 11, 16, 21, 26, 31-нә тап килгән икән, тимәк был көҙ һинең сәхнәңә әүерелер.  Бар иғтибар бары тик һиңә йүнәлтелер. Элек хыял булып күренгән нәмәләр тормошҡа ашыр. Амбицияларың шул тиклем сағыу балҡыр, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкин булмаҫ. Мөнәсәбәттәрҙә йылылыҡ бөркөр. Карьера буйынса ла уңыштарға өлгәшерһең. 2025 йылдың көҙө - ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡыты: элек аяҡ баҫырға ҡурҡҡан ерҙәргә бар, бәлки тап шунда бәхетегеҙҙе осратырһығыҙ. 

Әгәр тыуған көнөң 1, 6, 11, 16, 21, 26, 31-нә тап килгән икән, тимәк был көҙ һинең сәхнәңә әүерелер.  Бар иғтибар бары тик һиңә йүнәлтелер. Элек хыял булып күренгән нәмәләр тормошҡа ашыр. Амбицияларың шул тиклем сағыу балҡыр, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкин булмаҫ. Мөнәсәбәттәрҙә йылылыҡ бөркөр. Карьера буйынса ла уңыштарға өлгәшерһең. 2025 йылдың көҙө - ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡыты: элек аяҡ баҫырға ҡурҡҡан ерҙәргә бар, бәлки тап шунда бәхетегеҙҙе осратырһығыҙ. 

2, 7, 12, 17, 22, 27-еһендә тыуғандарҙы асыштар һәм мөғжәзәләр алып килә торған көҙ көтә. Был көҙ китап кеүек булыр. Уның һәр битендә тап һиңә илткән һылтанма торор. Юлыңда ла яҙмышыңды үҙгәртер кешеләр осрар. Был осорҙа төп компас булып интуиция торор. Ул хыялдарыңа ишек асыр, мөнәсәбәттәр яңы ритм менән яңғырар урынға алып барыр.

3, 8, 13, 18, 23, 28-ендә тыуғандарҙың көҙө төҫлө буяуҙар һәм тәьҫораттар фейервергы менән ҡылыҡһырланыр. Креатив идеалар һәр көндө илһам байрамына әйләндерер. Сәйәхәттәр, көтөлмәгән танышыуҙар, яңы проекттар - былар барыһы ла үҙенән-үҙе тормошоңа тартылыр. Донъя шатлыҡ һәм тылсым сағылдырған көҙгөң булыр. Ҡыйыулыҡ һәм тәүәкәллек уңышҡа бәхетле юллама булыр.

4, 9, 14, 19, 24, 29-ында тыуғандарға 2025 йылдың көҙө ҡоролош һәм еңеү ваҡыты булыр. Һин буласаҡ империяның ныҡлы нигеҙен һалыусы архитектор һымаҡһың. Финанс, карьера, иртәгәһе көнгә ышаныс - былар барыһы ла тотороҡло формалар ала башлай. Етди проекттар һәм тотороҡлолоҡ тураһында хыялланғандармы? Был мәлдә ижади энергияң һине яңы кимәлгә күтәрер.

5, 10, 15, 20, 25, 30-ында тыуғандар өсөн көҙ - киҫкен осор. Үткән һәм киләсәкте тоташтырыусы күперҙе күҙ алдына килтер: һин уның өҫтөндә ошо минутта тораһың. Боронғо сценарийҙар һәм үткәндәрҙең күләгәләре китәсәк, ҙурыраҡ нәмәләр өсөн урын ҡалдырасаҡ. Үҙгәрештәр килә, һәм улар һин уйлағандан тәрәнерәк. Яҙмышыңдың көтөлмәгән боролошон көт - тап ул һине хатта хыялланырға ла батырсылыҡ итмәгән мөмкинлектәргә алып барыр.

Бындай күҙаллауҙарға ышанырғамы-юҡмы - үҙегеҙ ҡарағыҙ! Әммә бындағы матур һүҙҙәр күптәрҙең күңеленә чмай кеүек инеп ятҡандыр. 

Уңыштар һәм бәхеттәр юлдаш булһын һәммәбеҙгә лә. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас