+24 °С
Ямғыр
Ямғыр яуғанда...
Шыптырлатып өй ҡыйығын сиртеп,
Көй сығара ямғыр тамсыһы.
Болот бейей уның таҡмағына,
Ялт - йолт килә утлы ҡамсыһы...
Ел ҡушылған болот бейеүенә,
Нишләргә ул белмәй аптырай.
Тәҙрәләргә килеп һуғыла ла,
Бикле ҡапҡаларҙы тартҡылай.
Ете төҫлө йәйғор көйәнтәләп,
Болоттарға күлдән һыу ташлай.
Йә булмаһа өй башына менеп,
Мөрйәләргә өрөп йыр башлай...
Ямғыр яуып, ер кинәнгән саҡта,
Ҡыйыҡ сиртһен әйҙә тамсылар.
Ел ҡушарлап болот бейегәндә,
Ялтлап торһон утлы ҡамсылар...
М. Мәғәсүмов.