+24 °С
Ямғыр
1. Ҡайтһам тыуған яҡтарыма,
Сыҡһам әгәр болондарға.
Әрем еҫе, әрем тәме
Элек йөрөгән урындарҙа.
Ҡушымта;
Тынғы бирмәй әремдәрҙең
Әле еҫе, әле тәме,
Мине генә әрнетәме
Әрем еҫе, әрем тәме!?
2. Шул әремдәр еҫе тула,
Һағыш тигән яраларға.
Яндарымда берәү ҙә юҡ,
Яраларҙан араларға.
Ҡушымта; шул уҡ.
3. Яҙмыштарҙың бар асылы
Әллә инде әремдәме?
Әллә инде мин үҙемдә
Шул әремдәр хәлендәме?