Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рухиәт
25 Июль 2025, 12:40

Уй, ҡоҙағый, нимә эшләйһең ул?

Әллә... Былайтып килендәр менән сыйышып йәшәгәнсе, үләйем дә ҡуяйым тигәйнем...

Мотал Рәмов

Ауылым мәҙәктәре

“Үләйем дә ҡуяйым...

” Элек, һәр ауылда ферма булған совет осоронда, ҡыш көндәре урамдарҙа трос һөйрәлткән йәки вилка таҡҡан тракторҙарҙы йыш осратырға була ине. Тракторсылар ҙа күп булды, һәр береһенең айырым прицепщиктары була торғайны. Ауылдашыбыҙ Ҡотлогилде ағай, тракторына трос тағып, бәләкәй тыҡырыҡтан үтеп бара икән. Килене менән талашып, аңҡы-тиңке булып урамда торған инәй, йәһәт кенә тростың осон эләктереп алып, һөйрәлеп китә лә бара. Бер аҙҙан уны күреп ҡалған ағай, тракторын туҡтата һалып, инәйҙе килеп аяҡтарына баҫтыра:

–Уй, ҡоҙағый, нимә эшләйһең ул? Тик томалдан мине яуаплы итәһең бит...

–Әллә... Былайтып килендәр менән сыйышып йәшәгәнсе, үләйем дә ҡуяйым тигәйнем...

–Анһат һиңә... Ярай ҡар йомшаҡ, юҡһа өҫтө-башың ярғыланып, аяҡ-ҡулың һыҙырылып ятып ҡалыр инең... – Шул һүҙҙәр менән ағай инәйҙе урамға ҡәҙәр оҙатып ҡуя...

Муйыл бәләһе...

Минең өс-дүрт йәшлек кенә малай сағым... Көҙ көнө әсәйем мәрхүмә менән Бикеш буйындағы сабынлыҡтан йәйәүләп ҡайтып киләбеҙ. Юл ситенән генә аҡҡан йылғаның текә ярында суҡтарылып бешеп ултырған эре муйыл тәлгәштәрен күреп ҡалдым бер саҡ.

–Әсәй, муйыл ашағым килә, – тип мыжый башланым.

–Өй эргәһендәге һаҙ тулы муйыл... Миңкәйҙәрең менән төшөр ҙә ашарһың. Ныҡ арығанмын, муйыл ҡайғыһы юҡ әле миндә... – көн буйына кәкереһен һелтәп арыған әсәйем туҡтарға уйламай ҙа.

–Ну, әсәй, бер ботағын ғына һындырып әпир инде..., – мин һаман үҙемдекен тылҡыйым.

–Уй, Аллам, ҡаратырыш! – Әсәйем боролоп, текә ярҙан муйылға ынтыла.

Бер ваҡыт, яр емерелеп китеп, әсәйем һыуға осмаһынмы! Быға ҡәҙәр мыжый-мыжый муйыл көтөп эргәһендә торған минең ҡот осто бит, әй... Тоттом да юл буйлап ауылға саптым.

–Китмә, сығырға ярҙамлаш! – Әсәйемдең тауышын ишетһәм дә, туҡтап тороу ҡайҙа ул...

Өйгә ҡайтып, улай-былай итеүемә, әсәйем ҡайтып инде:

–Һуй, төртөңгөр, ярҙам да итмәй, ҡасып китте лә барҙысы... Мә, ҡыҙыҡҡан муйылың... – Үҙе миңә суҡтарылып торған муйыл ботаҡтарын һуҙа.

Әрләнеү... ул ғына ла түгел, шыйтыҡ сыбыҡ көткән мин ҡыйыуһыҙ ғына алып, муйыл тәмләй башлайым.

–Әсәй, үҙең дә ашап ҡара әле, тәмле-е-е генә...

–Әсәңде һыуға сумдырып алғас, тәмле була инде ул... – Эскерһеҙ генә әсәйем көлә-көлә мине тупылдатып һөйөп ала...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас