+24 °С
Ямғыр
Ҡаҙ көтөп ултырған булам,
Йәп-йәшел үләндәрҙә.
Күҙҙәрем һары бәпкәлә,
Уйҙарым үткәндәрҙә...
...Әсәй һалған аҡ икмәкте,
Ашай –ашай умырып.
Бәпкәләр көтә инем бит,
Ҡаршы тауҙа ултырып.
Булған бит бөтөнләй башҡа,
Ҡаҙ көтөү бала саҡта.
Бәпкә йылытһа инә ҡаҙ,
Ата ҡаҙ ине һаҡта.
Суҡылыуҙар ата ҡаҙҙан,
Һаман да әле иҫтә.
Көндәр шундай оҙон ине,
Көткәнгә микән кисте?
Онотолмай эҫеләрҙә,
Сабыр ултырыуҙарым.
Һыу инә барыусыларға,
Кызыгып ҡалыуҙарым.
Бәпкә көткәндә өҙөлөп,
Көттөм әсәй килеүен.
- Бар, балам, уйнап ал, тиеп,
Ялға рөхсәт биреүен.
Күҙ йәшемде тыя алмай,
Уралам уйҙарыма.
Бала саҡтағылай әсәй,
Килһәсе яндарыма.
Себештәрем дә етемәк,
Ултырам инде көтөп. .
..Әсәкәйемдең юҡлығы,
Йөрәкте ала өтөп.
Рәмилә Кужакова