Тыныс йәшәр өсөн айырым торорға кәрәк
Ҡайһы бер әсәләр улдарының ғаиләләренә йәбешеп йәшәй. Үҙҙәренең эргәләренән бер ҙә ебәрмәҫ ине. Кәрәкме, түгелме, киленгә кәңәш бирәләр, хужалыҡты нисек алып барырға, ашарға нисек бешерергә—өйрәтергә генә торалар. Башына төшһә, йәш ҡатын ашарға бешерергә лә өйрәнә, хужалыҡ эштәрен алып барырға ла төшөнә, өйрәтергә лә кәрәкмәй. Әсәйҙәр ҙә, йәштәр ҙә тыныс йәшәһен өсөн, айырым торорға кәрәк. Быға бер нисә миҫал килтерәм.
Яҡын әхирәтемдең ҡыҙы юғары белемле уҡытыусы. 20 йылдан ашыу ҡәйнә менән йәшәй инде хәҙер. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һүҙ юҡ, балалар үҫтергәндә ҡәйнәнең ярҙамы бик ҙур булды. Шулай ҙа, бергә йәшәүҙең кире яҡтары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, йәйге каникулда ҡәйнәнең бөтә ейән-ейәнсәрҙәре өләсәләре янына ҡайта. Уларҙы ашатырға, тәрбиәләргә, мунса индеререгә, керҙәрен йыуырға кәрәк. Отпускылары йәйге айҙарға тура килһә, ҡәйнәнең үҙ балалары ла ауылға, ошо төп йортҡа ҡайтып тула. Бер нисә аҙна рәхәтләнеп ял итеп, мунса инеп, балыҡҡа йөрөп, кире ҡалаларына ҡайталар.
Ә төп йорттағы киленгә улар танһыҡмы? Ҡалалағыларға ял кәрәккәндә, төп йорттағы киленгә кәрәкмәйме ул ял? Уларҙың балалары ҡайтыуға, килен өй йыйыштырып, күпләп ҡамыр ҡуйып, пирогтар бешереп, ҡоймаҡ ҡойоп ҡаршы ала. Ә улар киткәс, күпме һауыт-һаба йыуырға кәрәк. Бер уҡыу йылын уҡытып, отпускыға сыҡҡас, уҡытыусыға икеләтә ял кәрәк әле ул. Өндәшмәй инде, әйтһә һүҙ сығырын көт тә тор. Ауылда уҡытыусы абруйлы кеше бит. Нимә тиһәң дә, эше кеше араһында, бала-саға, ата-әсә янында.
Ҡәйнә үҙенең пенсияһын сиратлап ҡыҙҙарына тарата. Ә нишләп һуң өйҙәге ошо киленгә сират теймәй? Ул да бит ҡәйнәне ҡарап, тәрбиәләп тора, ҡәйнәһе биргән аҡсаға ни булһа ла алыр ине. “Мин үҙ өйөмдә, кешенекен ашамайым, улымдыҡын ашайым. Мин улым тәрбиәһендә”,--ти ул, ысынында улдар әсәләрен тәрбиәләйме һуң? Мунсаға улы индерәме? Йәки керҙәрен улы йыуып үтекләйме? Ярай, хәҙер кер йыуа торған машиналар бар. Ә ҡәйнә ул эштәрҙең береһен дә күрмәй, Күргеһе килмәй. Уның үҙ туҡһаны туҡһан: мин улым тәрбиәһендә. Бөттө китте.
Икенсе миҫал. Шулай уҡ әхирәтем тормошонан. Әхирәтем 34 йыл ҡәйнәһе менән йәшәне. Ҡәйнәһе ауыр һуғыш йылдарын кисергән кеше ине, бик ҡырыҫ булды. Үҙенең һүҙе генә һүҙ булды, килендекен ишетмәне. Әхирәтем 40 йыл буйы ҡул менән һыйыр һауҙы, юҡты бар итеп йәшәне. Донъялары етеш, ике балаһы үҙ аллы. “Әсәйҙе яңғыҙ ҡалдырмайым”,--тип әхирәтемдең ире бер ҡайҙа ла сығып китмәне. Колхозда мехенизатор булып эшләне. Әсәһе ғүмер буйы малайын маҡтап ҡына йәшәне. Килене алдында ла, ейән-ейәнсәрҙәр янында ла маҡтап ҡына торҙо. Ярай әле, әхирәтемдең ире һәйбәт булды, бер һүҙ менән да ҡатынын ҡыйырһытманы. Ҡәйнәһе ауырып урынға ятҡас, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, уны ҡараны. Ә “күҙ нурым” тип кенә йөрөгән ҡыҙы, әсәһенең сиренән шикләнеп, бер көн дә ҡараманы. Әхирәтем уға аптырамай ҙа, мин Хоҙай ризалығы өсөн тырыштым, ти. Ныҡ маладис кеше ул. Нисек кенә булмаһын, айырым йәшәүгә етмәй инде. Мин шулай тип уйлайым.
Р. Шәрипова.