Бала күрмәҫһең, ҡыҙым!
Рәмилә апай менән Хәмит ағайҙар ғаиләһе беҙҙән ике йорт аша ғына йәшәне. Ҡыҙҙары Лилиә һәм Гүзәл иң яҡын дуҫтарыбыҙ булды. Уларҙың атаһы ла, беҙҙең атайыбыҙ ҙа бер үк ойошмала шофер булып эшләне. Беҙҙең ғаиләлә лә, уларҙа ла ике ҡыҙ. Ҡыҫҡаһы, аралашып йәшәр өсөн уртаҡ нәмәләр күп ине.
Ата-әсәләре ябай ғына эшсе булһалар ҙа, Лилиә бәләкәйҙән үк нисектер тәкәббер, эре ҡыҙ булып үҫте. Ә бит Рәмилә апай ҙа, Хәмит ағай ҙа аралашыуға еңел, яҡшы кеше булдылар. Иҫемдә, ҡурсаҡ уйнағанда Лилиә беҙҙең “балаларға” ла әмер бирергә яратты, ниңәлер гел асыулана ине. Ул барыбыҙға ҡарағанда ҙурыраҡ булғанғамы, беҙ уның ҡыланыштарын шулай тейеш тип ҡабул иттек, ахырыһы. Ә һеңлеһе Гүзәл апаһының киреһе булды: күндәм, йомшаҡ күңелле, тыныс холоҡло.
Лилиәнең бала сағындағы ҡырыҫлығы үҫә төшкәс тә юғалманы. Киреһенсә, ҡыҙ тағын да уҫалланды ғына. Хәмит ағайҙың атай менән һөйләшеп ултырғандарын әле лә хәтерләйем.
-Әй, малай, ҡара инде беҙҙең Лилиә ниндәй булып үҫеп килә! Кемгә оҡшап шул тиклем яуыз, ҡаты бәғерле икән һуң был бала? Кешеләргә артыҡ ҡырыҫ булырға ярамағанын әсәһе менән гел әйтеп-аңлатып та торабыҙ, ҡолаҡ һалмай бит. “Өйрәтмәгеҙ мине!”—тип кенә ебәрә.
Хәмит ағай бигерәк бала йәнле кеше булды. Әсәйҙең гел уны маҡтап ҡына һөйләгәнен беләм. Бөтөн эшләгәне ғаиләһе, балалары өсөн булды Хәмит ағайҙың, өҫтәлдә ризыҡ, кейергә кейемдәре бөтөн булһын өсөн ныҡ тырышты ул. Әммә ир-ат гел эшләп кенә йөрөмәй шул, ҡайһы саҡ кәйефләнеп тә ҡайта. Лилиә атаһы шулайыраҡ ҡайтҡанда әсәһенән дә уҙҙырып, уны әрләргә тотона. Береһендә беҙгә лә иғтибар итмәйсә: “Иҫерек бәндә, тағы эсеп ҡайттыңмы әллә? Өйҙө һаҫытып бөттөң бит инде”,--тип ҡысҡырҙы ул атаһына. Бер аҙ һалған булһа ла, бөтөнләй аҡылдан яҙмаған бит инде ул. Шул тиклем ҡысҡырған ҡыҙы өсөн Хәмит ағайға беҙҙең ҡаршыла нисек уңайһыҙ булғанын үҫә төшкәс кенә аңланыҡ.
Эсеп ҡайтҡаны өсөн генә түгел, Лилиәнең башҡа сәбәптәр менән дә атаһына тауыш күтәргәнен шаҡтай йыш күрҙек. Атаһын кешегә һанамағаны өсөн әсәһенән дә эләкмәне түгел, эләкте. Хәмит ағай үҙе лә үтә йомшаҡ, ебегән кеше түгел ине түгелен. Әммә ҡыҙы ҡаршы әйткәндә, ҡысҡырғанда, ҡаушап, өндәшерлек тә көсө ҡалмағандыр, тип уйлайым.
Ә береһендә, яңылышмаһам, беҙ юғары кластарҙа уҡый инек буғай, Лилиә Хәмит ағайҙы этеп үк ебәрҙе. Былай ҙа “йомшарып” ҡайтҡан атайға шул етә ҡалды-артҡа табан бер нисә аҙым эшләһә лә, үҙен-үҙе тота алмай, ҡолап уҡ китте. Лилиәнең ҡыланышы өсөн оялып, Хәмит ағайҙы ҡыҙғанып, һеңлем менән йүгереп барып, аяғына баҫырға булыштыҡ. Күршебеҙҙең шул саҡтағы күҙ ҡарашын мәңге онотаһым юҡ. Йәшкә батҡан күҙҙәре менән шул тиклем рәнйеп ҡараны бит ул ҡыҙына! Уның ҡарашынан эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Йә, Хоҙайым, шулай ҙа була икән!
“Бала күрмәҫһең, ҡыҙым!”. Эйе, тороп аяғына баҫҡас, шулай тине ул Лилиәгә. “Бала күрмәҫһең”,--тине. Ниндәй ҡурҡыныс һүҙҙәр бит был.
Йылдар уҙып, мин был ваҡиғаны онотҡайным да инде. Сөнки беҙ мәктәпте тамамлағас та, ғаиләбеҙ менән шаҡтай алыҫ ҡалаға күсенеп киттек, Атай-әсәйҙәребеҙ бында ҡартайҙы, һеңлем менән мин дә ошо ҡалала һөйгән йәрҙәребегә кейәүгә сыҡтыҡ, балаларыбыҙ булды.
Юҡ-бар яңылыҡтар, таныштарҙың фотоларын ҡарағым килеп, интернет селтәренә сумдым. Яҡташыңды табам тиһәң, ниндәй генә сайттар юҡ бит ул хәҙер. Таныштарымдың береһе артынан икенсеһе, унан өсөнсөһөнә инеп китеп, ҡапыл ғына Лилиәнең битенә килеп сыҡтым. Бала саҡ дуҫымды табып, шул тиклем ҡыуандым. Кешенең хәлен беләм тиһәң, йыраҡ юлдар үтергә лә кәрәк түгел хәҙер. Барыһы ла ус төбөндәге һымаҡ күренә. Шатлығым эсемә һыймайынса, тиҙерәк хат яҙып һалдым. Ҡайҙа йәшәүемде, атай-әсәйем, үҙебеҙҙең ғаилә, балалар тураһында барыһын-барыһын да яҙҙым Лилиәгә. Әллә ҡасан, бала саҡта аралашҡан кешеләр булһалар ҙа, уларҙың ғаиләһе беҙҙең барыбыҙға ла бик яҡын ине бит. Яңы урынға күсенгәс, яңы күршеләребеҙ менән дә яҡшы йәшәнек, яңы дуҫтарыбыҙ барлыҡҡа килде. Әммә Рәмилә апай менән Хәмит ағай кеүектәр барыбер булманы. Уларҙы беҙ генә түгел, атай ҙа, әсәй ҙә бик юҡһынды. Йылдар дауамында гел һағынып, яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә алдылар.
Лилиәнән яуап хаты көтөп, интернетҡа көнөнә бер нисә тапҡыр инә башланым. Билдәле инде, уларҙың тормошо тураһында тиҙерәк белге килде. Кемеһе ҡайҙа урынлашҡан, ата-әсәләре иҫән-һауҙармы һәм башҡа шундай һорауҙар менән башым тулғайны. Бер нисә көндән, ниһайәт, Лилиә миңә яуап яҙып һалды. Аллаға шөкөр, Рәмилә апай ҙа, Хәмит ағай ҙа иҫән-һауҙар икән. Шаҡтай оло булһалар ҙа, бер-береһенә терәк булып йәшәп яталар, ти. Йәйге осорҙа бер нисә ай баҡсала йәшәйҙәр икән дә, һалҡындар башланғас, йәнә фатирҙарына ҡайталар, ти. Гүзәл дә үҫеп еткән, юғары белем алған, кейәүгә сыҡҡан, хәҙер өсөнсө бәпәйҙәре менән декрет ялында ултыра икән. Ҡыҙғаныс, Лилиәнең генә бәхете булмаған. Дүрт йылға яҡын осрашып йөрөгән егете бер заман Лилиәнең иптәш ҡыҙына күҙ һала башлаған да, оҙаҡ та үтмәй, шул ҡыҙға өйләнгән. Күпмелер ваҡыттан һуң Лилиә үҙе лә башҡа бер егеткә кейәүгә сыҡҡан сығыуын. “Онотолор тип уйлағайным, әммә оҙаҡ ваҡыт осрашып йөрөгән кеше онотолмай икән шул. Хәҙер башҡа берәү менән йәшәһәм дә, уйым гел унда ғына ”,--тип яҙҙы Лилиә.
Ысын ғаилә булдырыу, элекке егетенә булған хистәрен онотоу ниәте менән Лилиә балаға ла бик тиҙ уҙған. Әммә барыһы ла үҙ яйы менән барғанда, ҡапыл анализдары боҙолоп, алты айлыҡ малай таба ул. Нисек кенә тырышһалар ҙа, врачтар ул сабыйҙы ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Бер нисә ай уҙыуға уҡ, киреләнеп, тағын бала табырға ҡарар итә Лилиә. Үҙен ныҡ ҡарай, тейешле витаминдар эсә, ире менән икәүләшеп яҡшы дауаханаларға барып, тикшерелеп тә ҡайталар—ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла тыуған баланың ғүмере бер нисә сәғәтлек кенә була. Өсөнсө балаһын тулыһынса врачтар күҙәтеүе аҫтында ятып күтәрә Лилиә. Ваҡыты еткәс, тупылдап торған малай тыуа. Лилиә хатта уны имеҙергә лә өлгөрә. Әммә икенсе тәүлек тигәндә сабыйҙың хәле насарая башлай. Бер нисә көн ҡан ҡоҫоп интеккәндән һуң, баланың быныһы ла күҙҙәрен мәңгелеккә йома.
Лилиәнең яҙғандарын уҡығанда сәстәрем үрә торҙо, ҡаҙ тәне ҡалҡты. Бына шунда хәтирәләрем мине ҡабат бала саҡҡа алып ҡайтты. Хәмит ағайҙың йәш тулы күҙҙәр менән ҡарап: “Бала күрмәҫһең!”—тигәне иҫкә төштө. Ысын күңелдән рәнйеп әйткән бит ул был һүҙҙәрҙе. Лилиә үҙе был ваҡиғаны хәтерләйҙерме--белмәйем. Үҙем һөйләргә ҡыйманым.
Тормош булғас әҙәм балаһы ни генә ишетмәй ҙә, нимәгә генә юлыҡмай. Бер сәбәпһеҙгә кешенең хәтерен ҡалдырыу, рәнйеү, ҡарғыш тураһында әленән-әле ишетеп, һөйләшеп торабыҙ. Нисек кенә булмаһын, бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Ысын күңелдән рәнйеп әйтелгән һүҙ шунда уҡ булмаһа ла, ваҡыты еткәс эйәһен барыбер таба. Бала саҡ дуҫымды ныҡ йәлләнем, Аллам һаҡлаһын, маҡсатым уны ғәйепләү түгел, Язаһын алған инде ул. Әммә ошо миҫалдарҙан барыбыҙ ҙа үҙебеҙгә ғибрәт алһаҡ ине, тип уйлайым. Хәҙер болғаҡ замана, кещелек туҡтауһыҙ стресс, депрессия эсендә йәшәй. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарға бирешеп, кешелек сифаттарын юғалтмаһаҡ ине.
Илһөйәр Ғәлимова.