Мөжәүир хәҙрәт
Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙы Мөжәүир хәҙрәт тураһында һөйләгәндәренән.
— Шәп кеше булды Мөжәүир хәҙрәт, — ти уны яҡындан белгән Һәҙиә инәй. — Көлөп-көлдөрөп, һөйләп-һөйләшеп ултырыр, һинең ни уйлағаныңды белеп ултырыр ине. Кеше яратты, үҙенә төбәп килгән һәр кемде йылы ҡаршы алып, ризалатып ебәреү хәстәрен күрҙе, хәленән килгәненсә ярҙам күрһәтте. Күңеле киң, өйө иркен, ниәте изге, зар-интизар булып килгәндәргә, бала-сағаға мәрхәмәтле, итәғәтле булды, — тип хәтерләй әүлиәгә йөрәк түрендә мәңгелек рәхмәт хисе һаҡлаған Һәҙиә инәй.
Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, инәй барыһын иҫләй. Олатай нимә әйткән, барыһы хәтерендә һаҡлай. Кешеләрҙе һауыҡтырыр, дауалау буйынса ҙур тәжрибә туплаған бағымсынан инәй ниҙәр ишеткән, шуны һүҙмәһүҙ бирәбеҙ.
— Ауырыу кешегә өс төрлө юл менән тейә. Беренсеһе — һыуыҡ тейҙереүҙән, икенсеһе — нәмә ҡағылыуҙан, өсөнсөһө — дөрөҫ туҡланмауҙан, — тигән ул. — Күҙ тейеү, боҙом, ен ҡағылыу, сихыр булһа, ундайҙарға минең әмәл бермә-бер килешер, — тигән.
Ниндәй юл менән сирләп килһәләр ҙә, хәҙрәтең ҡөҙрәтенә инанып, йүнәләм тип килгән кеше, мотлаҡ йүнәлеп ҡайтыр булған. Әҙәм балаһының ауырыуға һабышыуын күберәк ҡара көстәр ҡағылыуҙан күргән ул. Бағьшсы шуларҙы ҡыуа торған булған. Ябай кешенең көсө етмәҫ яуыз ҡара көстәр менән гел алышып-көрәшеп йәшәгән. — Шундай шәпле, хикмәтле табип һәм әүлиәнең тере сағында ҡәҙерен белеп еткермәнеләр. Хәҙер күптәр ҡәберенән ҡаҙып алып ултыртырҙай булалыр ҙа бит, әүлиәләр ҙә ергә мәңгелекә килмәй икән шул, — ти Һәҙиә инәй. Һүҙгә әүәҫ әңгәмәсем үҙенең Булат исемле ейәне менән булған бер хәлде хәтерләп һөйләп алды.
— Һигеҙ айлыҡ ҡына бәпес ҡапыл сәсрәп ауырып китте. Ни эшләтергә белмәйбеҙ, бала һытылып ауырый. Тиҙ генә ат ектек тә туранан ғына Ҡыңгыраш аша төшөп, Манһырға сыҡмаҡсы булдыҡ. Кәрешкә менән Манһыр араһы туранан биш-алты саҡрым тирәһе булыр. Ошо ғына араны үтә алмай атыбыҙҙың йәне сыға яҙҙы. Сөм-күк ат ҡара һыуға төшөп тирләне, төҫө ҡараға әйләнде. Тау башына менеп еткәнсе әллә нисә сәғәт ваҡыт үтте. Ҡыңгыраш башына менеп етһәк, тау түбәһенә арба үҙе китер ине, тибеҙ. Меҫкен ат тамам әлһерәне. Әйтерһең, бер нәмә арбаны артҡа тартып һөйрәй. Элек кешеләрҙән «Ен ҡағылған ауырыуҙарҙы алып барғанда аттың арбаға көсө етмәй икән», — тип һөйләгәндәрен ишеткәнебеҙ булғайны. Әкиәт, тип ышанмай торғайныҡ. Бына хәҙер үҙебеҙ шул хәлдә ҡалдыҡ. Ниһайәт, ни хикмәт булғандыр, ат көс-хәл менән тауҙың башына килеп етте лә көслө итеп бер дер һелкенде, тирә-яҡҡа ҡара тире сәселде. Шунан саптырып сығып китте. Күсерҙәге килен дилбегәне ҡулынан ысҡындырмай саҡ тотоп барҙы. Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡаһы ябыҡ тора ине, ат бикле ҡапҡаны емереп, ихатаға елдереп килеп инде. Олатайға күренергә килеүселәр урам тулы ине. Быны күреп улар аптырап ҡалды. Хәҙрәт өйөнән килеп сыҡты ла, сиратһыҙ саҡырып индерҙе.
— Әйҙә ин, балам, һеҙҙе көтөп торам, — тине. — Ҡулыңдан ризыҡты күп ейҙем, минең дә һеҙгә ярҙамым тейһен. Ингәс тә хәҙрәт баланы ҡулына алды.
— Кыш, мәлғүндәр, китегеҙ бынан, — тип өрөп, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән заттарҙы ҡыуғандай итте. — Һеҙ килә ятҡанда уҡ, атығыҙҙың арбаға көсө етмәгәнен күреп, мин уларҙы бер килке борхолдатҡайным инде, — тине.
Бәпәйҙең башынан башлығын систереп өшкөрөп кейҙерҙе.
— Ин шәәъ Аллаһ, йүнәлер, — тине, беҙҙе тынысландырып оҙатып ҡалды.
Булатым шул өшкөрөүҙән аҙаҡ, иншәәъ Аллаһ, бер ауырыу- сырхау күрмәне. Түбәндә бирелгән айырым-айырым ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә Һәҙиә инәй ауыҙынан яҙып алдым.
Кире алды
1947 йыл ине. Ниңәлер башым ауыртып тик тора. Хәҙрәткә барғайным, бетеү яҙып бирҙе. Үрмес таҫмаға тегеп, бетеүҙе оҙаҡ ҡына тағып йөрөнөм. Йүнәлгәйнем, сөйгә элеп ҡуйҙым да уның тураһында оноттом. Башым ауыртҡанға, иҫемә төшәп ҡараһам, таҫма тора, бетеүем юҡ.
Бер көндө, Мөжәүир хәҙрәт ауылыбыҙға, Йәмилә инәйҙәргә килгән, тип ишетеп ҡалдым да барҙым. Олатай бөхтә генә кейенеп, башына аҡ түбәтәй кейеп, түрҙә ултыра.
— Бетеүемде юғалттым, миңә яңы бетеү яҙып бир, — тим.
— Һин уны үҙеңә тағырға алманың бит, сөйгә элергә алдың, — ти, үҙе рәхәтләнеп көлә.
— Тағып йөрөмәгәс, кәрәкмәйҙер, тинем. Исемен яңырттым да Иҫәнгилде ауылы Хәйернисаға бирҙем.
— Миңә тағы яҙып бирсе әле, олатай, — тим ялбарып.
— Ҡыҙыл аҡсаның эйәһе өсөн яҙып бирмәһәм, — ти, үҙе тағы көлә.
Ирем Фәйзулла, теге хикмәтле Баймаҡтан повестка алып ҡайтып килгәндәге осрашыуҙы мәңге онотманы, һуғыштан хәҙрәт фатихаһы арҡаһында тере ҡайттым тип, уны гел хөрмәт итте. Был юлы ла, хәйергә һал тип, 30 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса биреп ебәргәйне. Күрәҙәсе олатайҙың шуны әллә ҡайҙан белеп, шаяртып ултырыуы инде. Бетеүҙе яҙғанда тағы шаяртып алды.
— Был юлы мөһөр баҫып тороп бирәйем әле, ҡайҙа һалһаң да башҡаса юғалтмаҫ, башың да ауырымаҫ, — ти.
Миңә ҡарап торҙо ла, етди тонға күсеп, өйрәтеп әйтте. — Һинең башындың ауырыу сәбәбе — кеше һүҙен ишетмә. Эт өрөр, бүре йөрөр. Үҙ-үҙеңде бел дә, юҡ-бар өсөн көйәләнмә. Яҡшылыҡ иткәнгә насарлыҡ ҡылма. Ямандарҙан йыраҡ йөрө. Йәнә бына ошо доғаны эстән гел ҡабатла. Еңел генә ул, — тине.
Юлда, юлда, юлдашым,
Хызыр Ильяс юлдашым.
Юлда булыр юлдашың.
Хызыр Ильяс юлдашың.
Доғаны хәҙрәт бер нисә ҡат әйттереп ҡараны. Бетеүҙе күнгә тегеп ҡулыма тотторҙо. — Инде хәҙер туҡһан йәшкә етеп барам, хәҙрәт яҙып биргән шул бетеүҙе янымдан ебәргәнем юҡ. Уны, Аллаһ бирһә, ейәндәремә ҡомартҡы итеп ҡалдырасаҡмын. Һәҙиә инәйҙең хәҙрәткә булған оло ихтирамы минең дә күңелемә күсте.
— Ниндәй бөйөк әүлиә йәшәгән бит был бәрәкәтле төбәктә! Уны күреп белеүсе, эргәһендә йәшәүселәр ҡайһылай ҙа бәхетле! — тип уйланым, күңеле хазиналай инәйҙе яратып, ҡосаҡлап алдым.
Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте
Был хәл 1941 йылдың 26 авгусында була. Кәрешкә ауылынан Йәнтилин Фәйзулла Баймаҡҡа барып, һуғышҡа китергә повестка алып ҡайтып килә. һыбайлы егет ауылына Манһыр эргәһенән сығып, Ҡыңғырташты аша төшөп, туранан ҡайтырға була. Был юл менән барғанда Кәрешкә Манһырға биш-алты саҡрымда ята. Урғаҙа аша сығырға торғанда үҙенең йылға буйындағы сабынлығында, егеүле аттың арбаһында Мөжәүир хәҙрәт ултыра, ти. Ул башына аҡ сәллә ураған, бөхтә кейемдә булған.
— Һине көтөп ултырам, Фәйзулла ҡусты, — ти икән күрәҙәсе.
Үҙе тиҙ генә арбаһынан төшөп, ҡиблаға ҡарап ултырған да намаҙ уҡый башлаған. Шунан бер ни аңламай хайран ҡалып торған Фәйзулланы эргәһенә саҡырып ултыртҡан да былай тигән: — Һин һуғышта оҙаҡ йөрөмәҫһең. Сәфәрең ҡыҫҡа күренә. Әҙерәк һаулығыңа зыян килер, уның ҡарауы, иҫән ҡалырһың. Минең теләк-фатихала булырһың, ин шәәъ Аллаһ. Фәйзулла үҙ күҙенә үҙе ышанмаған. Хәҙрәт бит 1939 йыл ҡулға алынып, әле төрмәлә ултыра. Нисек ул бында килеп сыҡҡан? Ниндәй хикмәт был? Иҫенә килеп, ауыҙын асып һорашырға ғына итһә, ҡаршыһында торған хәҙрәт тә, арба ла юҡ булған. Башта ҡурҡышынан был турала Фәйзулла бер кемгә лә өндәшмәгән. Йылдар үткәс кенә әбейе Һәҙиәгә һөйләп ҡалдырған. Ысынлап та, Фәйзулла һуғышта йыл ярым йөрөп, һул ҡулын өҙҙөрөп, сулаҡ булып ҡайтып килә. Ҡайтҡас өйләнә, балалары була, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер һөрә. Шулай итеп, хикмәт эйәһенең күрәҙәлек ҡылыуы дөрөҫкә сыға. Тик төрмәлә ултырған хәҙрәттең нисек Урғаҙа буйында хасил булыуы уларҙы ғүмер буйы хайран итә. Әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмәйҙәр. Әммә Баймаҡ яғында хәҙрәт хикмәттәрен етди ҡабул итәләр һәм ихлас ышаналар.
Лира Яҡшыбаева.