Рухиәт
24 Апрель 2025, 13:25

Матур матур түгел

- Теге ваҡыт тире аҫтына нөктәләп буяу индереү юлы менән ирендәремдең ҡабарынҡылығын арттырҙылар. Ә ҡашымды саңландырыу ысулы менән эшләттем, нөктәләттереп торманым инде. Керпек араһына ла ҡалын һыҙыҡ төрттөрҙөм, күҙемә ҡара уҡ килешә былай. Һороһон да һайларға мөмкин. Йәтеш булып ҡалды әле. Хәҙер йүкә йыуғысҡа кер һабыны һөртөп ышҡыһаң да ирендәремдең алһыулығы, ҡаштарымдың ҡаралығы оҙаҡ бөтмәйәсәк. Мунсанан оялмайынса сығырға була, хи-хи-хи... – Ыста-а-а-а...

Матур матур түгел...

- Ҡара әле бынауҙы, танымай ҙа үтеп китеп бара инде әллә? Айҡояш, Айҡояш, тим...

Аһ-аһ, Тәңкәбикә, һинме шул?

Мин шул, мин.

Ой, ғәфү ит, зинһар. Шунан хәлдәр нисек? Мал-тыуарың теүәлме, бала-сағаң шәпме, ата-инәйең, ҡайны-ҡәйнәң арыумы, йорт-ерең именме, аяҡ-ҡулың һыҙламаймы, күрше-тирәң һаумы, ағай-энең, апай-һеңлең,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың, таныш-белештәрең, дуҫ-иштәрең килеп-китеп торалармы, килем-китем етәме?

Аллаға шөкөр, аллаға шөкөр! Ҡалай әбей-бабай кеүек әйтеп ҡуйҙың әле ул, хи-хи-хи...

Уның ҡарауы, һин ҡартаймайһың да, Тәңкәбикә, матурайғандан матураяң инде әллә!?

Ҡырҡ йәштә ҡартайып ултырып булмаҫ инде ул, Айҡояш әхирәткәйем. Бына ҡара әле, айына бер тырнаҡтарымды ҡуйы шыйыҡса менән ҡаплатам, матур, ибет?

Эйе-е-е-е...

Теге ваҡыт тире аҫтына нөктәләп буяу индереү юлы менән ирендәремдең ҡабарынҡылығын арттырҙылар. Ә ҡашымды саңландырыу ысулы менән эшләттем, нөктәләттереп торманым инде. Керпек араһына ла ҡалын һыҙыҡ төрттөрҙөм, күҙемә ҡара уҡ килешә былай. Һороһон да һайларға мөмкин. Йәтеш булып ҡалды әле. Хәҙер йүкә йыуғысҡа кер һабыны һөртөп ышҡыһаң да ирендәремдең алһыулығы, ҡаштарымдың ҡаралығы оҙаҡ бөтмәйәсәк. Мунсанан оялмайынса сығырға була, хи-хи-хи...

Ыста-а-а-а...

Сәстәремде өҫтәп йәбештертеп, йәйғорлаттырҙым әле. Әҙерәк йөрөгәс, баҫҡыслап ҡырҡтырырмын тием. Өлтөкәйемде теге айҙа туп-тура иттергәйнем, күңел ятманы. Был юлы мөнтәттерҙем. Былай, исмаһам, ҡурсаҡ керпектәремә нығыраҡ тап килә, буғай.

Килешә-ә-ә-ә шул... былай ҙа көләс йөҙөң тағы ла яҡтырып киткән.

Шул-шул, гел шарҡылдап йөрөп, барлыҡҡа килгән “ҡаҙ тәпәйҙәрен” һиҙмәгәнмен дә. Алайҙа күҙ эргәһенә аҙ миҡдарҙа индерелгән дарыу ярҙам итте. Күрәһеңме, шып-шыма!? Аяҡтарымдағы әфлисун тышына йәнем көйә ине, шуны ҡыҫылған һауа ярҙамында һылап бөтөрҙөләр.

Улайтып та һылап була икә-ән....
– Эйе, һылай торған да, тәнгә алтын ялатылған энә төрттөрөп, тирене йәшәртә тоған да нәмә уйлап тапҡандар шул.

Вәт замана-а-а...

Ярай, Айҡояш, мин йүгерҙем. Ауыҙыңды ябырға онотма, себен инеп китер атыу, хи-хи-хи...

Дилә САЛИХОВА.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас