Ҡара бесәйҙәрҙе бәхетһеҙлек билдәһе, тиҙәр. Ә минең өсөн киреһенсә. Бала саҡтан алып ниҙер булыр алдынан юлыма ҡара бесәй осрай. Ун йәш тирәһендә бәләкәй тауҙан сана шыуып йөрөйбөҙ. Был урында балаларҙың йөрөгәнен белгәнгә, руль артындағылар әкрен генә үтә ине. Урын тар булғас, сиратлап шыуабыҙ. Минең сират етте. Санама ултырғайным ғына, янымда ҡара бесәй барлыҡҡа килде лә, йәлләнес итеп мыяулай башланы. Мин уны йәлләп, санамдан төштөм дә, барып бесәйҙе ҡулыма алдым. Шул саҡ юлдан йөк машинаһы ҙур тиҙлектә елдереп үтеп китте. Әгәр шул бесәй килеп сыҡмаһа, мин хәҙер был донъяла булмаҫ инем тип әле лә уйлайым.
20 йәштә студент отряды менән ҡырға эшкә киттек. Таныш бумаған ерҙәр, кешеләр. Урындағы халыҡ менән аралашмаҫҡа, тинеләр. Улар ситтән килгәндәрҙе бөтөнләй ҡабул итмәй ине. Бер кис мин лагерь тирәһенән алыҫҡараҡ киткәнмен. Ҡайтырға юлды эҙләп китеп барһам, ҡаршыма урындағы егеттәр килеп сыҡты. Улар өндәшмәй генә миңә яҡынлай башланы. Көнөм ошонда бөтәсәген яҡшы аңланым. Тик уйламағанда бесәй мыяулаған тауыш ишетелде. Минең алдыма ҡап-ҡара бер бесәй килеп сыҡты. Егеттәр хайуанға ҡарап туҡтап ҡалды. Ә мин эйелеп бесәйҙе ҡосаҡлап алдым. Минең өҫтөмә ташланырға йөрөгән егеттәр боролоп икенсе яҡҡа китте. Бесәйҙе ҡосаҡлап лагерға йүгереп барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Хәҙер минең йортомда ике ҡара бесәй йәшәй. Мин уларҙың аҡылына, һиҙгерлегенә аптырап бөтә алмайым. Уларҙың ҡыланышына ҡарап йортома килгән кешенең яҡшымы-яманмы икәнен билдәләй алам. Ҡасандыр мине ҡотҡарған ике бесәйҙе лә рәхмәттәр менән иҫкә алам.