Яҙмышты хәл иткән ҡул
Хикмәтле хикәйәт
Бөйөк япон яугире, яу башлығы үҙенең яугирҙәренән ун тапҡырға көслөрәк тә, мәжһүрерәк тә булған дошманға ҡаршы көрәшкә сығыр булған. Нисек кенә булһа ла ул үҙенең еңеүенә ышанысы көслө була. Тик бына һалдаттары ғына шикләнә еңеүгә. Юлда ул ғибәҙәтхана янында туҡтай.
– Ғибәҙәтхананан сыҡҡас, тәңкәне ташлармын. Әгәр герб яғы – еңеүгә. Әгәр инде решка төшһә, еңеләбеҙ. Яуға барып тормаҫбыҙ, – тигән.
Нобунага ғибәҙәтханала өнһөҙ генә доға ҡыла ла сыға. Тәнкәне ташлай. Герб төшә.
Һалдаттан яуға ташлана. Еңеү яулайҙар.
— Яҙмыш хәл иткән ҡул еңеү юрағанда еңеү яулау – бер ни тормай, — ти адъютант яуҙан һуң.
— Шулай, яҙмышты үҙгәртеп булмай, — тине Нобунага һәм ике яғында ла герб төшкән тәңкәне ташлап.