Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Август , 12:10

НИҢӘ МИН БЫЛАЙ ЙӘШӘЙЕМ?

Кешеләр миңә һәр ваҡыт ошо һорауҙы бирәләр: «Ниңә мин былай йәшәйем?»   Беренсе кеше: – Ни өсөн мин былай йәшәйем? Йыш ауырыйым, һәр аҙымымда уңышһыҙлыҡтар һағалап йөрөй... Проблемаларҙы магнит кеүек тартам, – ти. 

НИҢӘ МИН БЫЛАЙ ЙӘШӘЙЕМ?
НИҢӘ МИН БЫЛАЙ ЙӘШӘЙЕМ?

Кешеләр миңә һәр ваҡыт ошо һорауҙы бирәләр: «Ниңә мин былай йәшәйем?»

 

Беренсе кеше:

– Ни өсөн мин былай йәшәйем? Йыш ауырыйым, һәр аҙымымда уңышһыҙлыҡтар һағалап йөрөй... Проблемаларҙы магнит кеүек тартам, – ти. 

 

Тормош уға былай яуап бирә:

– Һин тормошҡа асыулыһың. Үҙең дә һиҙмәҫтән үпкә, нәфрәт тоҙағына эләктең. Был тормошта нәфрәт менән түгел, шатланып йәшәр кәрәк. Үҙеңде, эргә тирәңде шатлыҡҡа күмеп йәшә. Бына шул саҡта һин бәхетле булырһың.

 

Икенсе кешенең һорауы былай яңғырай:

– Ни өсөн мин былай йәшәйем? Һәр саҡ көрәшергә тура килә. Арыным... 

 

– Сөнки һин ҠАРЫШЫП йәшәйһең. Нимә генә әйтмәһендәр, нимә генә булмаһын, киреһен эшләргә тырышаһың. Әйтерһең, һин үҫеп етмәгән үҫмер. Үҙең арҡыры булған кеүек тормошоң да арҡыры. Рәхмәтле булып йәшәргә өйрән.  

 

– Ни өсөн мин шулай йәшәйем? Мин һәр ваҡыт тирә-яҡтағыларҙың фекеренә буйһонам, үҙ-үҙемә ышанмайым, – тип һораны өсөнсөһө. 

 

– ҺИН КӨНСӨЛ кеше. Һиңә башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәр кәрәк. Бына шул саҡта һин бәхетле булырһың.

 

Дүртенсе кеше:

– Әйт әле, ниңә мин шулай йәшәйем? Бер туҡтауһыҙ стресс кисерәм. Даими көсөргәнештән арыным. 

 

– Һин һәр саҡ кемгәлер НИМӘЛЕР ИҪБАТЛАЙҺЫҢ. Һинең тормошоң тотош теоремаларҙан тора, уларҙы даими рәүештә «иҫбатларға кәрәк булған» теоремаларға килтерергә кәрәк. Әммә был бер кемгә лә кәрәкмәй. Бер кемгә лә бер нәмә лә иҫбатларға кәрәкмәй. Һин бының өсөн күп ваҡыт һәм көс сарыф итәһең: дәлилдәр өсөн дә, башҡа кешеләрҙең уй-фекерҙәрен туҡландырыу өсөн дә, улар һәр ваҡыт күберәк иғтибар талап итәсәк. Үҙеңдең БӘХЕТ АКСИОМАҢДА йәшәргә кәрәк.

 

Бишенсе кеше: 

– Ни өсөн мин шулай йәшәйем? Тормошом минең тотош хәтер ҡалыуҙан тора...

 

– Сөнки ҺИН кеше ни әйтер, тип кенә йәшәйһең. Үҙең өсөн йәшәргә ваҡытың да ҡалмай бит. Күңелең төпкөлөнә күҙ һал, шул саҡ бәхетле булырһың.

 

Алтынсы кеше:

– Ни өсөн мин шулай йәшәйем? Күңелһеҙ, ҡыҙыҡ та түгел... 

 

– Тормош һине урап үтә. Һин тормош мәшәҡәттәренән «аҡыллы ташбаш балығы» кеүек йәшеренгәнһең. Һин тулы тормош менән йәшәргә тырыш. Шул саҡта һин бәхетле булырһың.

 

Етенсе кеше:

– Ни өсөн мин шулай йәшәйем? Бер нәмә лә миңә шатлыҡ килтермәй…

 

– СӨНКИ ҺИН ҮҘ ТОРМОШОҢ МЕНӘН йәшәмәйһең. Һәм был шатлыҡтар һинеке түгел. Үҙеңде, үҙ хистәреңде, теләктәреңде, хыялдарыңды, маҡсаттарыңды, һүҙҙәреңде, тойғоларыңды, китаптарыңды, фильмдарыңды, йырҙарыңды, аралашыу даирәһен тап! Һәм шул саҡта һин бәхетле булырһың.

 

 Нина Сумирэ

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: