Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Май , 15:00

Тиҙ ватылыусан бүләктәр

Был бүләктәр шул тиклем матур булалар! Балаларҙың яратҡан уйынсығына әүерелә икән. Тик бына балалар нисек кенә һаҡ уйнарға тырышмаһын, был уйынсыҡ мотлаҡ боҙола икән. Күңеле төшкән бала үкһеп илай. Күпмелер ваҡыт үткәс, был аҡыл эйәһе йәнә балаларға бүләктәр таратып бирә. Быныһы теге уйынсыҡтан да нескәрәк булып сыға.    

Тиҙ ватылыусан бүләктәр
Тиҙ ватылыусан бүләктәр

Тиҙ ватылыусан бүләктәр 

Төпкөл ауылдарҙың береһенә бер ваҡыт аҡыл эйәһе килеп төпләнә. Ул кеше балаларҙы ныҡ яратҡан була. Шуға ла күп кенә ваҡытын тап балалар менән бергә үткәрергә тырыша икән. Балалар ҙа аҡыл эйәһенә ылығып китәләр. Был әҙәм шулай уҡ балаларға тиҙ генә ватылыусан уйынсыҡтар бүләк итергә ярата икән.

Был бүләктәр шул тиклем матур булалар! Балаларҙың яратҡан уйынсығына әүерелә икән. Тик бына балалар нисек кенә һаҡ уйнарға тырышмаһын, был уйынсыҡ мотлаҡ боҙола икән. Күңеле төшкән бала үкһеп илай. Күпмелер ваҡыт үткәс, был аҡыл эйәһе йәнә балаларға бүләктәр таратып бирә. Быныһы теге уйынсыҡтан да нескәрәк булып сыға.

Ата-әсәләр балаларҙың илауына сыҙай алмай, йыйылышып аҡыл эйәһенә юлланалар.

 

— Аҡыл эйәһе икәнеңде беҙ инде аңланыҡ. Беҙҙең балаларға һин тик изгелектәр генә теләгәнеңде лә беләбеҙ. Тик ни өсөн һин уларға был тиклем дә нескә бүләктәр бирәһең. Улар уны ватмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡыланалар. Ултыртып ҡуя ла алмайҙар улар уны, бик матурҙар бит! Һәр саҡ уйынсыҡтары боҙолған һайын үкһеп илайҙар. 

— Тиҙҙән, бик тиҙҙән, бер нисә йылдан улар үҫеп етер, — тип аҡһаҡал йылмая, — кемдер уларға йөрәген бүләк итер. Бәлки, был уйынсыҡтар менән улар һаҡ тотонорға өйрәнгәс, кеше йөрәген дә яраламаҫтар. 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: