Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
4 Апрель , 16:25

Исемеңде әйтмәй генә һиңә йыр бүләк итәм...

Ошо йырҙың һүҙҙәрен һораған инегеҙ...

Исемеңде әйтмәй генә

Һиңә йыр бүләк итәм.

Һине нисек һөйөүемде

Шунан аңларһың, иркәм.

 

Исемеңде әйтһәм әгәр

Йыр таралыр донъяға.

Исемеңде ишетерҙәр

Яттар керер араға.

 

Исемеңде әйтмәй генә

Һиңә йыр бүләк итәм.

Йырым яныңа килер ҙә,

Һөйләп китер серемде.

 

Исемеңде әйтһәм әгәр

Йыр таралыр донъяға.

Исемеңде ишетерҙәр

Яттар керер араға.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: