Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
6 Март , 08:45

Барыһы ла һинең ҡулыңда

— Уҡытыусым, әйтегеҙ әле, минең усымдағы күбәләк тереме әллә үлеме?Үҙе эстәр генә: «Әгәр уҡытыусым күбәләкте тере, тип әйтһә, ҡыҫып үлтерәм», ― тип уйлай икән хаҡлы булып ҡалыр өсөн.Оҫта оҙаҡ уйлап тормай, уҡытыусы:— Барыһы ла һинең ҡулыңды, ― тип яуаплай.

Барыһы ла һинең ҡулыңда
Барыһы ла һинең ҡулыңда

Барыһы ла һинең ҡулыңда
Көнсығыш ҡиссаһы

Борон-борон заманда боронғо бер ҡалала йәшәгән ти бер Оҫта. Уны һәр саҡ уҡыусылар уратып алыр булған.
Уҡыусылар араһында иң һәләтлеһе лә булған. Көндәрҙең береһендә ул уҡыусы: «Беҙҙең оҫтабыҙ яуабын белмәгән һорау бармы икән?» ― тип уйға сума.

Һорауына ыңғай яуап табыу маҡсатында ул сәскәле туғайға юллана. Матур ғына күбәләкте ул усына йәшерә лә уҡытыусыһына юллана. Тотҡондан ҡотолорға теләгән күбәләк тыпырсына башлай. Усын ул шулай ҡытыҡлай икән. Ҡытыҡлауға түҙә алмаған уҡыусы йылмайып, уҡытыусыһына һорау бирә:

— Уҡытыусым, әйтегеҙ әле, минең усымдағы күбәләк тереме әллә үлеме?

Үҙе эстәр генә: «Әгәр уҡытыусым күбәләкте тере, тип әйтһә, ҡыҫып үлтерәм», ― тип уйлай икән хаҡлы булып ҡалыр өсөн.

Оҫта оҙаҡ уйлап тормай, уҡытыусы:

— Барыһы ла һинең ҡулыңды, ― тип яуаплай.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: