Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
2 Март , 21:05

Күңелеңде ас, зинһар...

Балаҡайым, көслө кешеләр нығыраҡ арый. Түҙемлеләр ҙә уйламағанда шартлап һына ла ҡуя. Үҙеңде ҡәҙерләргә өйрән...

Күңелеңде ас, зинһар...
Күңелеңде ас, зинһар...

Ҡатын йүгереп өйөнә инде. Быға аптырарға түгел. Ул шундай етеҙлеккә өйрәнгән. Шунһыҙ өлгөрә лә алмаҫ ине. Бер нисә магазин тотҡан ҡатындың көнөнөң һәр секунды алдан планлаштырылған. Ҡул аҫтында эшләгәндәр ҡарашынан аңлап тора барыһын. Шуға күрә эше алға бара, аҡсаға ҡытлыҡ кисермәйҙәр.

Ә өйөндә ире, балаһы һәм әсәһе көтә. Улар өйгә ныҡ баҫып килеп ингән хужабикәнән ҡурҡып тора. Шуға күрә һәр береһе ҙур өйҙәге үҙ бүлмәһенә ҡасып бөтә. Ҡатын яңғыҙы ултырып ашай ҙа, аш-һыу йүнләй башлай. Ғаиләһенә иртәнгелеккә әҙерләп һыуытҡысҡа тултырып китә. Эшенән һуң һыра тотоп шунда уҡ диванға ауған ире лә, компьютер уйындарынан айырыла алмаған балаһы ла, сериалдар ҡарарға яратҡан әсәһе лә был тормошҡа күнеккән. Хужабикә арый, кәйефе булмай, әммә ул быны бер кемгә күрһәтмәй. Сөнки ул ныҡ, уны барыһы ла көслө ти.

Көндән-көн, йылдан-йыл ваҡыт шулай аҡты ла аҡты. Бер көн уларға ауылда йәшәгән өләсәһе килде. Эштән ҡайтҡан хужабикәне күреп барыһы ла ҡасып бөттө. Өләсәһе генә сәйен һемереүен дауам итте. Ҡатын таҡтаға йәшелсәләр һалып турай башланы. Шул саҡ уның бысағы төшөп китте. Ҡатын ауыр һулап бысаҡты алырға эйелде. Шул саҡ уны йылы ҡулдар ҡосаҡлап алды. -Ий, балаҡайым, арығанһың бит... Өләсәһе ейәнсәрен ҡосаҡлап ипләп кенә бүлмәнән алып сығып диванға һалды. Үҙе баш осона ултырып, сәстәренән һыйпай башланы. “Балаҡайым, көслө кешеләр нығыраҡ арый. Түҙемлеләр ҙә уйламағанда шартлап һына ла ҡуя. Үҙеңде ҡәҙерләргә өйрән...”

Ҡырҡ йәшкә яҡынлаған ҡатын һығылып илай башланы. Ҡасан һуңғы тапҡыр уны шулай йәлләнеләр, хәстәрләнеләр, яраттылар һуң? Аҡса эшләүсе роботҡа әйләнеп бөттө бит.

Оҙаҡ иланы ул. Күҙ йәштәре аша бар йәшергән хис-тойғолары, арыуы аҡты. Тынысланып күҙен асып ебәргәндә янында ғәйепле төҫ менән ире, балаһы, әсәһенең баҫып тороуын күрҙе. Таш һынға әйләнгән ҡатындың илай белеүе улар өсөн дә көтөлмәгән хәл булған икән. Ошонан һуң ғаиләлә барыһы ла үҙгәрҙе. Ирҙең бик тәмле итеп ашарға бешереүе, улдарының матур итеп өйҙө таҙартыуы, ә әсәһенең барыһын да өҫтәл янына йыйып, матур кистәр ойоштора белеүе асыҡланды. Ә барыһы ла ҡатындың туң күңеле иреп, йылмайыуынан, үҙе өсөн хәстәрлек күрергә рөхсәт итеүенән башланды. Был өйгә бәхет ҡайтты...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: